Эстәлеккә күсергә

Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы (3 сентябрь 1951 йыл) — журналист, ғалим, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә Матбуғат министры (1991—1994, 2000—2004). «Китап» нәшриәте (2005—2012) һәм Дәүләт китап палатаһы директоры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2004). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009).

Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатов 1951 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында Стәрлетамаҡ педагогия институты комсомол комитеты башҡа эштән азат ителгән секретары вазифаһында эшләй башлай, шунан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң — журналистикала: «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһының хәбәрсеһе, бүлек мөдире, «Восход» (Ишембай) гәзите мөхәррире, шунан ике эште бергә алып бара: КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының матбуғат, радио һәм телетапшырыуҙар секторы мөдире һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Башҡортостан республика комитетының идеология бүлеге мөдире. В 1991—94 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры[1]. Рәсәй Федерацияһы Сит илдәр министрлығының Дипломатик академияһын тамамлағандан һуң Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһына саҡырыла, унда ул яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә Республика имиджын күтәреү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Шунан һуң 1997—2000 йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһы тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары булараҡ, ошо һәм башҡа проблемаларҙы туранан-тура хәл итеү менән шөғөлләнә. 2000 йылда ҡайтанан Башҡортостан Республикаһы матуғат һәм киң мәғлүмәт министры итеп тәғәйенләнә, унда ул 2004 йылға тиклем эшләй, министрлыҡ бөтөрөлөү сәбәпле, вазифаһынан бушатыла.

  • Тимербулатов Зуфар Мухтарович. Информационное общество России: этапы становления и развития : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11.- Уфа, 2006.- 163 с.: ил. РГБ ОД, 61 06-9/507
  • http://news.yandex.ru/people/timerbulatov_zufar.html(недоступная ссылка) Пресс-портрет