Вангелис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вангелис
Ευάγγελος Οδυσσέας Παπαθανασίου
Төп мәғлүмәт
Исеме

грек. Ευάγγελος Οδυσσέας Παπαθανασίου

Тулы исеме

Эвангелос Одиссеас Папатанасиу

Тыуған

29 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны

Волос ҡалаһы

Үлгән

17 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3] (79 йәш)

Ил

Греция Греция

Һөнәрҙәре

композитор
клавишасы

Жанрҙар

прогрессив рок, электрон музыка, нью-эйдж музыкаһы

Коллективтар

Aphrodite's Child

Хеҙмәттәшлек

Джон Андерсон, музыкант

Наградалар
Почётлы легион ордены кавалеры Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены кавалеры
vangelisworld.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

 

Эва́нгелос Одиссе́ас Папатанаси́у, (грек. Ευάγγελος Οδυσσέας Παπαθανασίου; 29 март 1943 йыл, Волос - 17 май 2022) — грек композиторы, тәүге электрон музыка башҡарыусыларының береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәш Вангелистың музыкаль һәләттәре 4 йәшендә үк асыла башлай, ә тәүге музыкаһы сәхнәнән 6 йәшендә яңғырай. Ата-әсәһе малайға профессиональ музыкаль белем бирергә тырышһа ла, ул формаль белем алыуға бөтөнләй һәләтһеҙ булып сыға, сөнки ҡушҡанды һис үтәмәй. Шулай ҙа артабан ул үҙен нисек тә фортепианола уйнарға өйрәтергә тырышҡан әсәһен айырым бер йылылыҡ менән телгә алыр була. 

Фашистик «ҡара полковниктар» путчы (1967) ваҡытында Вангелис Парижда була, унда дуҫтары  Демис Руссос һәм Лукас Сидерас менән Сорбоннала уҡып йөрөй. Тап ошо ваҡытта, 1968 йылда, Францияла  студенттар инҡилабы тоҡана. Йәштәр үҙ илдәренә ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Әммә Греция патриоты булып ҡалған өсәү тыуған илен музыка тарихына индереп ҡалдырырға була: шулай итеп, «Aphrodite's Child» («Афродита балаһы») тигән төркөм тыуа. Вангелис музыка яҙа һәм клавишалы аккомпанементты тәьмин итә, матур тауышлы дуҫы Демис Руссос вокал өсөн яуаплы була, ә баҫалҡы Лукас барабан һуғыу менән сикләнә.

«Rain and Tears» («Ямғыр һәм күҙ йәштәре») тигән тәүге  синглдары уҡ уларға бөтә донъяла танылыу килтерә. Артабан сығарылған синглдары ла өс йыл буйы Европа чарттарында беренсе урында тора. 

1971 йылда инструменталь мөмкинлектәрен көсәйтеү өсөн төркөмгә гитарасы һәм һуҡмасы Силвер Кулуристы алалар, «666 — Apocalypse of John» электрон ораторияһын яҙҙыралар. Был альбом сыҡҡандан һуң дуҫтар төркөмдө таратырға була. 

1970 йылда Вангелисҡа тәүге тапҡыр пластинкаға яҙылыу форсаты тейә. Генри Чапиерҙың «Sex Power» фильмына яҙылған саундтрек йәш композиторҙың  тәүге дискы була. Фильм «еңелсә эротика» жанрында төшөрөлгән була.

Киләһе ике йыл композитор тормошонда уңышһыҙыраҡ була. Был осорҙа сыҡҡан бер нисә диск насар һатыла. Ләкин артабан Вангелис тормошоноң уңышлы осоро башлана, ул француз режиссёры Фредерик Россиф (Frederic Rossif) менән таныша һәм бергә эшләй башлайҙар. 1974 йылда донъя кимәлендәге йондоҙға әүерелгән Вангелис Париждан Лондонға күсә, уның кандидатураһы «Yes» төркөмөндәге клавишасы Рик Уэйкманға алмаш сифатында ҡарала. Ләкин ике аҙна репетициянан һуң Вангелис китә, быны үҙ музыкаль концепцияһының төркөм концепцияһынан бик алыҫ тороуы менән аңлата. Ошо ике аҙна эсендә ул «Yes» солисы Джон Андерс менән дуҫлаша. Был дуҫлыҡ уларҙың оҙаҡ йылдар буйы дауам иткән ижади хеҙмәттәшлеген тәьмин итә.   

1975 йылда Вангелис RCA компанияһы менән контрактҡа ҡул ҡуя һәм үҙенең «Nemo Studios» тигән тауыш яҙҙырыу студияһын аса, һуңыраҡ Вангелис үҙе өсөн был студияның тикшеренеү  лабораторияһы кеүек булыуын телгә ала. Ошонда ул электрон альбомдар серияһын яҙҙыра: Heaven and Hell (1975), Albedo 0,39 (1976), Spiral (1977), Beaubourg (1978) һәм China (1979) . Heaven and Hell альбомының өлөштәре һуңынан Карл Сагандың «Космос» тигән телевизион сериалында төп музыкаль тема итеп файҙаланыла. 70-се йылдар аҙағы — 80-се йылдар башында Вангелис уртаҡ проекттарға күп ваҡытын бүлә. Джон Андерсон менән ул «Jon And Vangelis» тигән марка аҫтында уңышлы дүрт альбом яҙҙыра (был альбомдарҙа Вангелисҡа ҡарағанда Джондың өлөшө ҙурыраҡ икәнен таныу ғәҙелерәк булыр), Ирэн Папас менән «боронғо» грек гимндарын  яҙҙыра (улар Грецияла ғына сыға), Демис Руссос яҙмаларын продюсерлай. 

Британ режиссёры Энтони Томас 1980 йылда «Смерть принцессы» тигән фильм төшөрә, унда «Альфа» композицияһын файҙалана.

1981 йылда Вангелис музыкаһы менән «Chariots Of Fire» («Огненные колесницы») тигән фильм сыға. Был музыкаһы өсөн ул «Оскар» һәм «Грэмми» премияларына лайыҡ була. Альбомдың төп трегы АҠШ милли хит-парадының башына үрләгән тарихта берҙән-бер грек композицияһы була. 1982 йылда ул  «Бегущий по лезвию» фильмына музыка яҙа (режиссёры Ридли Скотт). 1984 йылда Вангелис Сьюзан Чьяни менән  бергә нью-эйдж стилендәге альбомды әҙерләүҙә ҡатнаша. 

Ул шулай уҡ «Invisible Connections» («Невидимые связи») тигән академик музыка альбомын,  1985 йылда «The Mask» («Маска») симфоник һәм хораль музыка альбомын сығарыу өҫтөндә эшләй, 1992 йылда «1492: Завоевание рая» фильмы өсөн «Фильмға иң яҡшы музыка» категорияһында «Алтын глобус»ҡа тәҡдим ителә. 

1993 йылда «Mythodea» вокаль симфонияһын ижад итә, ул 2001 йылда  НАСА-ның  «Марс Одиссей» миссияһының рәсми музыкаһы булып китә һәм Олимпиада-2004 алдынан «мәҙәни Олимпиада» сиктәрендә Афинала Зевс Ҡорамында башҡарыла.

1996 йылда Вангелис Жак Кустоның «Һыу аҫты Одиссеяһы»  фильмдарының береһенә саундтректар яҙа, ләкин Кусто музыканы тыңлап ҡарай ҙа: «Бер кем минең фильмды ҡарамаҫ, бөтәһе лә тик һинең музыканы тыңлар» тигән һүҙҙәр менән музыканы ҡулланыуға алыуҙан баш тарта. Шулай итеп, «Oceanic» альбомы барлыҡҡа килә.

1998 йылдың көҙөндә  Вангелистың «El Greco» тигән альбомы сыға.

2002 йылда Вангелис Японияла һәм Кореяла үткән футбол буйынса донъя беренселеге гимнын яҙа. 

Вангелис 20 йыллыҡ  эмиграциянан һуң Грецияға ҡайта. Уға Афинала Олимпия уйындарын асыу тантанаһы кеүек мәшһүр ваҡиғаларға музыка яҙыу бурысы тапшырыла. Сәхнәлә Вангелистың балеттары ҙур уңыш менән бара.  

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студия альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1971 — Fais Que ton Reve Soit Long Que la Nuit
  • 1971 — Dragon
  • 1971 — Hypothesis
  • 1973 — Earth
  • 1974 — E tu (+ Клаудио Бальони)
  • 1975 — Heaven And Hell
  • 1976 — Albedo 0.39
  • 1976 — Concerto Per Margherita (+ Ricardo Cocciante)
  • 1976 — Phos (+ Socrates)
  • 1977 — Spiral
  • 1977 — Ignacio
  • 1977 — Magic (+ Demis Roussos)
  • 1978 — Beaubourg
  • 1978 — Odes (+ Irene Papas)
  • 1979 — China
  • 1979 — Opera Sauvage
  • 1979 — Short Stories (+ Джон Андерсон)
  • 1980 — See You Later
  • 1981 — Chariots Of Fire
  • 1981 — The Friends of Mr.Cairo (+ Джон Андерсон)
  • 1983 — Private Collection (+ Джон Андерсон)
  • 1983 — Antarctica
  • 1984 — Soil Festivities
  • 1985 — Invisible Connections
  • 1985 — Mask
  • 1986 — Rhapsodies (+ Irene Papas)
  • 1988 — Direct
  • 1989 — Themes
  • 1990 — The City
  • 1991 — Page of Life (+ Джон Андерсон)
  • 1992 — 1492 Conquest of Paradise
  • 1994 — Blade Runner
  • 1995 — Voices
  • 1995 — Ask The Mountains (Stina Nordenstam менән берлектә) — ярайһы уҡ билдәле композиция, реклама роликтарында йыш ҡулланыла.
  • 1995 — Foros Timis Ston Greco (A Tribute To El Greco)
  • 1996 — Oceanic
  • 1997 — Portraits
  • 1998 — El Greco
  • 2001 — Mythodea
  • 2004 — Alexander
  • 2007 — Bladerunner. Anniversary Edition (3CD)
  • 2007 — El Greco. OST.
  • 2016Rosetta (Decca Records)

Фильмдарға саундтректар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1963 — O Adelfos mou o trohonomos
  • 1966 — 5000 psemata
  • 1966 — To Prosopo tis medusas
  • 1970 — Sex Power
  • 1972 — L’Apocalypse Des Animaux
  • 1972 — Salut, Jerusalem
  • 1973 — Преступление и страсть
  • 1974 — Amore
  • 1974 — Le Cantique des créatures: Georges Mathieu ou La fureur d'être
  • 1975 — Ignacio / Entends-Tu Les Chiens Aboyer?
  • 1975 — Le Cantique des créatures: Georges Braque ou Le temps différent
  • 1976 — Преступление и страсть
  • 1976 — La Fete Sauvage (The Wilderness Party)
  • 1977 — Entends-Tu les Chiens Aboyer
  • 1978 — Призрак оперы
  • 1980 — Mater amatísima
  • 1980 — Prkosna delta
  • 1981 — Огненные колесницы
  • 1981 — Die Todesgöttin des Liebescamps
  • 1982 — Бегущий по лезвию (Оригиналь яҙмаһы 1994 йылда сығарыла)
  • 1982 — Пропавший без вести
  • 1982 — Le Cantique des créature: Pablo Picasso pintor
  • 1982 — Год, опасный для жизни
  • 1983 — Антарктическая история
  • 1984 — Баунти
  • 1984 — Sauvage Et Beau (Wild & Beautiful)
  • 1985 — Чудеса жизни
  • 1986 — Der Rosenkönig
  • 1987 —  Тот, кто меня
  • 1988 — Nosferatu a Venezia
  • 1988 — Le Dîner des bustes
  • 1989 — Франциск
  • 1989 — Russicum — I giorni del diavolo
  • 1990 — Розенкранц и Гильденстерн мертвы (балет)
  • 1992 — Горькая луна
  • 1992 — 1492: Завоевание рая
  • 1993 — Бегущий по лезвию — private release
  • 1994 — De Nuremberg à Nuremberg
  • 1996 — Cavafys
  • 2001 — I Hope…
  • 2004 — Александр
  • 2006 — Персонаж (Stranger Than Fiction)
  • 2013 — Trashed (документаль)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Vangelis Papathanasiou: Oscar-winning composer passes away at the age of 79 (ингл.)
  2. https://www.cnn.gr/ellada/story/312944/pethane-o-spoydaios-ellinas-moysikosynthetis-vaggelis-papathanasioy
  3. Fichier des personnes décédées