Йәнекәйев Заршат Дәүләтша улы
Йәнекәйев Заршат Дәүләтша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 март 1932 |
Тыуған урыны | Сафар, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 июнь 2011 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | юрист |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Ҡазан юридик институты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәнекәев Заршат Дәүләтша улы (29 март 1932 йыл — 28 июнь 2011 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заршат Дәүләтша улы Йәнекәев 1932 йылдың 29 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1949 йылда Ҡазан юридик институтына уҡырға инә. 1953 йылдан тәфтиш органдары хеҙмәткәре. 1965 йылдан Башҡорт АССР-ы Прокуратураһының тәфтиш бүлеге прокуроры булып эшләй. 1973 йылға тиклем Бүздәк, Нуриман райондары, Өфөнөң Киров районы прокуратураһы тәфтишсеһе, БАССР Эске эштәр министрлығының тәфтиш органдары начальнигы,
1972 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1973 йылда Башҡорт дәүләт университетына эшкә килә һәм унда уҡытыусынан профессор, кафедра мөдире дәрәжәһенә тиклем юл үтә. Ул енәйәти хоҡуҡ һәм процесс кафедраһында ғына 40 йылға яҡын эшләй. 1984—1988 йылдарҙа совет хоҡуғы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — юридик факультет деканы.
1992 йылда Свердловск юридик институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм юридик факультет деканы итеп тәғәйенләнә. 1996 йылда БМО ҡарамағындағы Халыҡ-ара информатизациялау академияһы академигы итеп һайлана. 1999 йылда Хоҡуҡ институты директоры итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта 1994—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире.
2011 йылдың 28 июнендә вафат була. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән.
Ғимли эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заршата Йәнекәйев бик күп уҡыу әсбаптары һәм монографиялар авторы. Хоҡуҡи дәүләтселек формалаштырыу, халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү, ҡануниәтте камиллаштырыу, законлылыҡты нығытыу мәсьәләләре уйынса 330-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы идеяларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә 40-тан ашыу хеҙмәтен бағышлай. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була. Урал дәүләт юридик академия һәм Һамар дәүләт университетының диссертация советтары составына инә. Төрлө баҫмаларҙың редколлегия ағзаһы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы (2000)
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1981)
Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997)
«Кеше хоҡуҡтарын яҡлаған өсөн» почет билдәһе
РФ Юстиция министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
РФ Дәүләт Думаһының Маҡтау ҡағыҙы
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында иң яҡшы студенттар өсөн З. Йәнекәйев исемендәге стипендия раҫланған.