Эстәлеккә күсергә

Насыров Зәки Ильяс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Насыров Зәки Ильяс улы
Тыуған көнө

29 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Үрҙәк ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)

Насыров Зәки Ильяс улы (29 март 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, шағир. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2010).

Зәки Ильяс улы Насыров 1956 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ы Яңауыл районының Үрҙәк ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылдың июлендә, урта мәктәпте тамамлағас, тыуған районының «Ленин юлы» колхозында тракторсы булып башлай. 1974—1976 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң ике йыл туған хужалығында тағы ла тракторсы булып эшләп ала һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә. 1983 йылда институттың ауыл хужалығын механикалаштыру һәм электрләштереү факультетын тамамлаған йәш белгес йүнәтмә буйынса үҙ районына ҡайта һәм «Ленин юлы» колхозында баш инженер булып эш башлай. 1985 йылда «Урожай» колхозы рәйесе итеп һайлана.

2000—2007 йылдарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы булып эшләй. Оло тәжрибә туплаған һәм үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән етәксе ошо йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә яуаплы эшкә үрләтелә. 2007—2009 йылдарҙа Зәки Ильяс улы Хакимиәттең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе, артабан 2010 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары була.

2010 йылда Зәки Насыровҡа «Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

Зәки Насыров мәктәптә уҡыу йылдарынан әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Уның шиғырҙары Башҡортостан һәм Татарстанда нәшер ителгән гәзит һәм журналдарҙа баҫылған, уларҙың бер нисә тиҫтәһенә композитор Вәсил Ғәлимов йырҙар яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002)
  • «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре» билдәһе (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)
  • Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2010)