Мукасей Елизавета Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мукасей Елизавета Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Елизавета Ивановна Емельянова
Тыуған көнө 16 (29) март 1912
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 сентябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (97 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Хованск зыяраты[d]
Хәләл ефете Михаил Исаакович Мукасей[d]
Балалары Анатолий Михайлович Мукасей[d]
Һөнәр төрө шпион
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Биологический факультет Санкт-Петербургского государственного университета[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Мукасей Елизавета Ивановна (29 март 1912 йыл19 сентябрь 2009 йылСССР легаль булмаған разведчигы. Именлек хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре, подполковник. Совет легаль булмаған разведчигы Мукасей Михаил Исааковичтың ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елизавета Ивановна Мукасей 1912 йылдың 29 мартында Өфө ҡалаһында тыуған, ҡыҙ фамилияһы — Емельянова.

1917 йыл аҙағында ул ғаиләһе менән Ташкентҡа күсеп килгән, уның ата-әсәһе унда аслыҡтан ҡасып күсә. 1929 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Ленинград университетының биология факультетына уҡырға инә. Университетты тамамлағандан һуң Елизавета Ивановна тәүҙә фабрикала эшләй, ә һуңынан эшсе йәштәр мәктәбе директоры (19381939) булып эшләй.

1939 йылдан 1943 йылға тиклем Елизавета Ивановна үҙенең ире — легаль булмаған разведчик Мукасей Михаил Исаакович менән АҠШ-тағы Лос-Анджелес ҡалаһында хеҙмәт командировкаһында була.

1943-1949 йылдарҙа ул Мәскәү художество академия театрының художество советы секретары булып эшләй.

Махсус әҙерлек үткәндән һуң[2], «Эльза» псевдонимы аҫтында 1955 йылдан 1977 йылға тиклем ире менән бергә сит илдә эшләй, иренә үҙәк менән ике яҡлы бәйләнеш тәьмин итә.

Үҙенең сит илдә эшләү дәүерендә, разведка мәғлүмәте алыу маҡсаты менән, ире менән бергә Европа илдәре буйлап йөрөй, уларҙың эше Үҙәктә юғары баһа ала.

1977 йылда СССР-ға әйләнеп ҡайтҡандан һуң Елизавета Ивановна разведканың йәш кадрҙарын әҙерләү менән шөғөлләнә. Ул разведка мәктәбе өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы булып тора.

Ул ире менән авторҙашлыҡта «Зефир һәм Эльза» исемле, үҙҙәренең 30 йыл дауамында сит илдәге тормошо һәм эше тураһында хәтирәләр китабы яҙа.

Елизавета Ивановнаның улы — Мукасей Анатолий Михайлович, СССР һәм Рәсәй кинооператоры. Килене — артист һәм кинорежиссер Дружинина Светлана Сергеевна. Ейәндәре — кинооператор Мукасей Михаил Анатольевич.

Елизавета Ивановна 2009 йылдың 19 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Хеҙмәте һәм күренекле данлы эше өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шул иҫәптән:

  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы,
  • Александр Невский ордены,
  • Юрий Андропов премияһы лауреаты (Рәсәй Федерацияһының именлеген тәьмин итеү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелгән).

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мукасей М. И., Мукасей Е. И. Зефир и Эльза. Разведчики-нелегалы. — Закон и порядок, 2004. — (Великая Россия. Имена). — ISBN 5-98465-005-3.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.express.co.uk/expressyourself/134470/Sultry-spy-who-fooled-Hollywood
  2. Изучение немецкого и польских языков, изучения радиодела, отработка работы на рации на слух азбукой Морзе и пр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]