Яковлев Алексей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яковлев Алексей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 29 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены

Яковлев Алексей Александрович (29 март 1923 йыл — 5 апрель 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, капитан. Советтар Союзы Геройы (1946).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Александрович Яковлев 1923 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған.

7 класс тамамлай. Өфө паровоз ремонтлау заводында слесарь булып эшләй.

1940 йылда Ҡыҙыл Армияға Өфө ҡалаһынан алына. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттары мәктәбен тамамлай.

Ғәмәлдәге армияла 1943 йылдың 20 ғинуарынан. Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттарында һуғыша.

4-се Украина фронты 8-се һауа армияһы 8-се корпусы 227-се дивизияһының 208-се штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант Алексей Яковлев дошман ғәскәрҙәренә һөжүм итеү өсөн һуғыш аҙағына тиклем 153 хәрби осош яһай (шул иҫәптән 70-ен төркөмдө етәкләүсе булараҡ).

1946 йылдан капитан А. А. Яковлев — запаста. 1946 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1952 йылда электромеханика техникумын тамамлай. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең хисаплау техникаһын ремонтлау һәм эксплуатация бюроһы начальнигы булып эшләй.

1990 йылдың 5 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн өлкән лейтенант Яковлев Алексей Александрович Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6158) тапшырыла[1].
  • Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.12.1943[2]; 28.02.1945; 22.05.1945[3]), Александр Невский ордены (12.05.1944), ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (18.01.1945; 11.03.1985[4]), миҙалдар.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герой Яковлев А. А . исеме Еңеү паркында гранит постаментҡа соҡоп яҙылған (Өфө).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 59, л. 59—62).
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4069, л. 1, 13, 14).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 4711, л. 6, 125, 126).
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яковлев Алексей Александрович. «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2009)(Тикшерелгән 18 ноябрь 2009)