Бабурин Михаил Фёдорович
Уҡыу көйләүҙәре
Бабурин Михаил Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 19 сентябрь (2 октябрь) 1907 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1984 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | скульптор |
Ойошма ағзаһы | СССР Рәссамдар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Бабурин Михаил Фёдорович (19 сентябрь (2 октябрь) 1907 йыл — 9 сентябрь 1984 йыл) — скульптор. СССР Художество академияһы академигы (1973). СССР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1965). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Бабурин Федорович 1930 йылда Ленинградта Юғары художество-техник институтты тамамлай. 1932—1936 йылдарҙа аспирантурала уҡый. 1961—1984 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү сәнғәт институтында һәм Пенза сәнғәт училищеһында уҡый.
СССР сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (1973). Монументаль, монументаль-декоратив һәм станокта башҡарылған скульптуралар өлкәһендә эшләй. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә һәйкәл авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400-йыллығы хөрмәтенә монументаль һәйкәл «Дуҫлыҡ». Бронза, гранит. 1965
- «Хеҙмәт тантанаһы. Башҡортостан». СССР мәҙәниәт министрлығы бинаһында рельеф
- «Йыр» скульптураһы (бронза, 1957, Рус музейы, С.-Петербург)
- В. Г. Белинский бюсы Пенза өлкәһенең Белинский станцияһында
- В. И. Ленин һәйкәле (1967, архитектор Гаврилов менән берлектә) Ленин майҙаны, Өфө.
- «Дан» скульптураһы (бронза, 1972, Кострома ҡалаһы).
- Рәсәй ерендә (Тантана). Бронза. 1975. Третьяков галереяһы
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинград художество-сәнәғәт техникумы, 1922—1925
- Юғары художество-техник институт (ВХУТЕИН), 1926—1930 — етәксеһе В. В. Лишев[1]
- Сәнғәт академияһы аспирантураһы (ИЖСА), 1932—1936 — етәксеһе А. Т. Матвеев.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабурина Надежда Михайловна — ҡыҙы, сәнғәт белгесе, «М. Врубель. Тормош биттәре», «Рәссам Саврасов», «Революцияға йәлеп ителгәндәр», «Владимир Цигаль», «Мәскәү Кремле» һәм башҡа фильмдәрҙең сценарий авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1978)
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «В. И. Ленин һәм И. В. Сталин — Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусылар һәм етәкселәре» барельеф скульптураһы өсөн (авторҙашы менән)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Художники народов СССР. Биобиблиографический словарь в 6 томах. Т. 1. — М.: Искусство. 1970
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шмигельская Е. В. Скульптор М. Ф. Бабурин. Л., 1964.
- «Популярная художественная энциклопедия» Под ред. Полевого В. М.; М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1986
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабурин Михаил Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2022)
- Биография М.Бабурина на сайте «Люди»
Категориялар:
- 2 октябрҙә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 19 сентябрҙә тыуғандар
- СССР скульпторҙары
- Алфавит буйынса скульпторҙар
- Алфавит буйынса рәссамдар
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары