Гордеев Михаил Викторович
Гордеев Михаил Викторович | |
Тыуған көнө |
19 сентябрь 1957 (67 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
биология, ботаника, биохимия, фитотерапия |
Эшләгән урыны |
РФА Өфө фәнни үҙәгенең үҫемлек ресурстары һәм геоботаника лабораторияһы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
биология фәндәре кандидаты (2003) |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ дауалаусыһы, «Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн» миҙалы |
Гордеев Михаил Викторович (19 сентябрь 1957 йыл) — ғалим-фитотерапевт. Башҡортостан Фитотерапевтар ассоциацияһының вице-президенты, Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы, фитоүҙәктәр селтәрен булдырыусы, «Здравница травника Гордеева М. В.» фитоүҙәген нигеҙләүсе, «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.Биология фәндәре кандидаты (2003). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ дауалаусыһы.
Мейе һәм барлыҡ эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген үләндәр һәм тәбиғи ысулдар менән тергеҙеүҙең уникаль методикаһын булдырыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Викторович Гордеев 1957 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында тыуған.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. «Биолог-ботаник» һөнәренә эйә була.
Хеҙмәт юлы, һөнәре буйынса эшмәкәрлеге «Шүлгән-Таш Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында башлана. Унан һуң эшмәкәрлеген Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең үҫемлек ресурстары һәм геоботаника лабораторияһында дауам итә. 1995 йылдан фәнни, консультатив һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара.
Шул уҡ ваҡытта үләндәр менән дауалау серҙәрен өйрәнә, тәжрибәле фитотерапевтар менән бәйләнеш булдыра. Бөтә Советтар Союзына билдәле Василий Ковсалёвтың мираҫын өйрәнә.
Билдәле үлән белгесе, фитопрепараттарҙың уникаль рецептураһын булдырыусы Нәзим Шараповтың ассистенты була. Фитотерапевт һәм публицист, дарыу үләндәре тураһында китаптар авторы Рим Ахмедов менән бергә пациенттар ҡабул итә.
1995 йылда М. В. Гордеев Өфөлә үҙенең тәүге фитоүҙәген булдыра. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә фитоүҙәктәр селтәре («Центр оздоровительного питания "Здравница травника Гордеева"») етәксеһе.
Гордеев бренды аҫтында был селтәр Өфөлә һәм Башҡортостан ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Магнитогорскийҙа һәм башҡа бик күп ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара.
Михаил Викторович үләндәр дауаһын һәм уның дауалау буйынса оригиналь методикаһын өйрәнергә теләүсе табиптар өсөн уҡытыусы һәм юҫыҡ биреүсе, сығыштар яһай, видеояҙмалар ҡуя. Кәңәш һәм ярҙам һорап хатта сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр.
Гордеевтың фитоүҙәктәре табиптар менән берлектә эшләй. Дауа өсөн үләндәр Гордеевтың үҙенең етәкселегендә Башҡортостандың һәм Алтайҙың экологик яҡтан таҙа урындарынан ғына йыйыла.
Дарыу сеймалының тап тәғәйенләнеше һәм сифаты етештереү һәм һынау бойондороҡһоҙ аккредитация лабораторияһында тикшереү үтә. Хәҙерге көндә бик күп шифалы үлән ҡатышмалары клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән .
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең биохимия һәм генетика (Өфө) Институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай . Әлеге ваҡытта докторлыҡ диссертацияһын әҙерләй.
Күп һанлы фәнни публикациялар авторы. Фитотерапевтарҙың Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлендәге конференциялар һәм съездарҙа әүҙем ҡатнаша, сығыш яһай, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Гордеев эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп туғыҙ кандидатлыҡ диссертация яҡланған. Фитоүҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан алтмыштан ашыу публикация баҫтырылған. Уйлап табыуға патент алынған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан фитотерапевтар Ассоциацияһының вице-президенты
- Рәсәй Фитотерапевтар йәмғиәтенең президиум ағзаһы
- «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһы рәйесе
Публикациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гордеев М. В. и др. Экспериментальное исследование протективного влияния экстракта фитотерапевтической композиции с циклодекстрином на развитие остеопороза // Вопросы курортологии, физиотерапии и лечебной физической культуры. — 2017 — 94(5). — С. 18-24.
- Гордеев М. В. Особенности гормонального статуса и характеристика костного метаболизма при остеопорозе у женщин с неблагоприятным репродуктивным анамнезом : дис. … канд. биол. наук : 03.00.04. — Уфа, 2003. — 131 с.
- Бородин С. В., Гордеев М. В. и др. Факторный анализ биохимических и клинических показателей асептического некроза головки бедренной кости // Гений ортопедии. — 2018. — Т. 24. — № 4. — С. 487—491.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы,
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ табибы (Народный целитель Российской Федерации),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре
- «Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн» миҙалы («За многолетний плодотворный труд»).
- Гордеев рецептураһы буйынса етештерелгән продукция 2000 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» дипломына лайыҡ була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выпусники кафедры ботаники 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
- Гордеев Михаил Викторович, вице-президент Ассоциации фитотерапевтов Башкирии, член Президиума Российского общества фитотерапевтов, создатель сети фитоцентров
- Лекция травника Гордеева М. В.
- Центр оздоровительного питания травника Гордеева
- Травник Гордеев 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
- Видео встречи Гордеева М. В. и иеромонаха Моисея
- Фитоцетр Гордеева М.В