Елена Ильина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елена Ильина
Исеме:

Лия Яковлевна Маршак (кейәүҙә — Прейс)

Эшмәкәрлеге:

прозаик, шағир

Ижад йылдары:

1925—1964

Жанр:

балалар әҙәбиәте

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Елена Ильина (ысын исеме — Лия Яковлевна Прейс, ҡыҙ фамилияһы Маршак; 29 июнь 1901 йыл — 2 ноябрь 1964 йыл) — рус совет яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Ильина 1901 йылдың 29 июнендә Воронеж губернаһының Острогожск ҡалаһында тыуа. Рус совет балалар шағиры Самуил Яковлевич Маршактың һеңлеһе. 1926 йылда Ленинград сәнғәт тарихы институтын тамамлай. Сталин репрессияһы йылдарында Е. Ильина «халыҡ дошмандары» исемлегенә эләгә һәм ҡулға алынып төрмәгә ябыла, лагергә оҙатыла. Тотҡонлоҡта үткән йылдары уның һаулығын ҡаҡшата. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәп, ижад итә. Елена Ильина 1964 йылдың 2 ноябрендә вафат була һәм Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ире — билдәле тарихсы Прейс Илья Исаакович ҡәбере янында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Ильина 1925 йылда «Новый Робинзон» («Яңы Робинзон») журналында тәүге хикәйәһен баҫтыра. Шул уҡ йылда «Сафсата» («Турусы на колесах») исемле тәүге китабы донъя күрә. Артабан «Еж», «Чиж», «Костер», «Пионер», «Мурзилка» һәм башҡа журналдарҙа яҙыша. «Айыу тауы» (1936), «Сик аша сығыу» (1936), «Егерме өсөнсө пассажир» (1936), «Дүртенсе бейеклек» (Гуля Королеваның ҡаһарманлығы тураһында, 1945), балалар өсөн «Арыу-талыуҙы белмәҫ юлсы. Карл Маркстың балалыҡ һәм үҫмер йылдары» исемле документаль повестың, «Идара йорто етәксеһе мисәте» (1927), шулай уҡ «Дүрт май» (1941) документаль хикәйәләр йыйынтығы авторы. Елена Ильина кесе һәм урта йәштәге балалар өсөн күп хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар ижад итә. Улар «Ике балалар йорто»(1928), «Ҡырҡ ҡарға» (1930), «Беҙҙең поезд» (1930), «Катяның тыуған көнө булды» (1963), «Тауыш һәм әкрен тауыш», «Йомшаҡ йөнлө ҡунаҡ», «Тып-тып» исемле йыйынтыҡтарында донъя күрә. Е. Ильина бер нисә тел белә, һәм ул яҙыусы-тәржемәсе булараҡ та таныла: сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. Хәҙерге көндә Елена Ильинаның күп әҫәрҙәре һирәк осрай торған библиографик әҫәрҙәр рәтендә, уларҙың күбеһен Санкт-Петербургтағы Рәсәй милли китапханаһынан табып уҡырға мөмкин.

Ижадында Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Ильина Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә йәшәгән сағында, 1943 йылда, башҡорт шағирҙары Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай, Рәшит Ниғмәти, Ғәлимов Сәләм, Ғариф Ғүмәр, Сәйфи Ҡудаш һәм башҡа башҡорт шағирҙарының поэтик әҙәрҙәрен руссаға тәржемә итеп «С отвагой в сердце» тигән йыйынтыҡҡа туплап нәшер итте.

Елена Ильина шиғриәтендә башҡорт һуғышсыһының конкрет образын тыуҙырыуға иреште: «Йөҙҙән берәү» балладаһында автор үҙәккә майор Ғәли Нафиҡов образын ҡуя һәм уны психологик яҡтан тәрән һүрәтләп бирә. Гуля Королеваның ҡаһарманлығына арналған «Дүртенсе бейеклек» повесында башҡорт һуғышсыһы Ҡадир Хәбибуллин образы индивидуаль һыҙаттары менән асыҡ кәүҙәләндерелә. Ул һуғыш осоронда рус әҙәбиәтендә башҡорт көрәшсеһенең милли характер сифаттары менән бирелгән иң уңышлы образдарҙың береһен тәшкил итә. Хәбибуллиндың дошманға нәфрәт көсө һәм тыуған ил хаҡына батырҙарса көрәшергә әҙерлек тойғоһо ла, яу яланында фашистар менән бәрелеше лә, төрлө милләт һуғышсылары менән туғандарса мөнәсәбәттәре лә киң сағылыш таба. Ҡадирҙың илбаҫарҙар менән осрашмаҫ борон әйткән: «Күҙҙәребеҙ яҡты ер йөҙөн күреп туйғансы һуғышырбыҙ», — тигән һүҙҙәре артабан герой тарафынан ысынлап та бойомға ашырыла. Елена Ильина үҙ геройын башҡорт халҡының ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек традицияларына тоғро итеп күрһәтә. Фашистарҙы туҡмай-туҡмай Берлингә барып етәсәгенә ышанысы тураһында һөйләгәндә Ҡадир ҡасандыр олаталарының, Наполеон ғәскәрҙәрен туҡмап, Парижға барып етеүҙәрен иҫенә төшөрә.

Елена Ильинаның йәш быуынды рухи-эстетик, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ғайәт ҙур әһәмиәткә эйә был повесы рус телендә күп тапҡырҙар баҫылды. Ул башҡорт яҙыусыһы Мөхөтдин Тажи тәржемәһендә 1952 йылда башҡорт телендә лә донъя күрҙе.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сафуанов С.Ғ. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәхифәләре. Өфө, 1976 й., 198-се бит.