Мөхөтдин Тажи
Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов | |
Псевдонимдары: |
Мөхөтдин Тажи |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) Кәртәле ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Мөхөтдин Тажи (ысын исеме — Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов; 3 апрель 1906 йыл — 11 август 1991 йыл) — башҡорт шағиры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов 1906 йылдың 3 апрелендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Кәртәле ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. Ун йәшенән ҡаҙаҡ далаларында көтөү көтә, байҙарҙа батраклыҡта йөрөй. 1920—1924 йылдарҙа Сермән ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Шунан һуң Өфөләге башҡорт педагогия техникумында уҡый. «Башҡортостан йәштәре», «Башҡортостан» гәзиттәрендә эшләй.
1936 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1937—1954 йылдарҙа Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында, БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге сәнғәт эштәре идаралығында, республика радиокомитетында, «Әҙәби Башҡортостан» журналында эшләй.
Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
М. Тажи әҙәбиәткә егерменсе йылдар аҙағында килә. Уның тәүге шиғыр һәм очерктарына азат хеҙмәт кешеһен кәүҙәләндереү, уға дан йырлау характерлы. Шағирҙың 1934 йылда яҙылған «Тәлгәш ҡайын» поэмаһында башҡорт халҡының социаль аңы уяныуы, байҙарға ҡаршы стихиялы көрәшкә күтәрелеүе сағыла. Әҫәр халыҡ ижадын оҫта файҙаланыуы менән дә үҙенсәлекле. Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәре араһынан «Урал егете» поэмаһы (1941) айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Бында шағир Александр Матросов ҡаһарманлығына оҡшаш күренештәрҙең совет йәмғиәте өсөн тәбиғи икәнен күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа М. Тажи «Сәғиҙәнең яҙмышы» исемле повесть яҙа, тәржемә менән дә шөғөлләнә.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Беҙҙең ил»
- «Асыу һәм үс»
- «Һулыш»
- «Плакучая берёза»
- «Һайланма шиғырҙар һәм поэмалар»
- «Уйланыуҙар»
- «Һайланма әҫәрҙәр»
Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Романов В. Видные писатели Башкортостана: Мухитдин Тажи (К 110-летию со дня рождения). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 3 апрель. (рус.)[2]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 3 апрель (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2016)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 3 апрелдә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Белорет районында тыуғандар
- 11 августа вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары