Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Учалы районы
Һөнәр төрө Машинист
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы (2 ғинуар 1929 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1949—1984 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтшәриф Хәләф улы Ғарипов 1929 йылдың 2 ғинуарында Учалы районында тыуған.

1949 йылда армиянан һуң 20 йәшлек егет Учалы руда ятҡылығын эшкәртеүҙә хеҙмәт юлын башлап ебәрә.1968 йылдың 13 мартында Учалы тау байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.

Тыуған районы тарихы, шәхестәре тураһында китаптар авторы журналист Рәүеф Насировтың "Руда и люди" тигән китабында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тарихына байҡау яһай, һәм унда Әхмәтшәриф Хәләф улы Ғарипов тураһында ла юлдар бар. 1970 йылдың 6 октябрендә комбинаттың Башҡортостандың илле йыллығына арналған "Ватанға - 25.000.000 - тонна мәғдән" тигән конкурс йомғаҡтары буйынса митинг үткәрелә. Митингыла Учалы руда ятҡылыҡтарында тәүге эше башлаусыларҙың исемдәре маҡтап телгә алына. Беренсе шартлатыуҙан ер өҫтөнә сыҡҡан руданы тейәп ебәреүсе өс экскаваторсының береһе тап Ә. Ғарипов була [1]

Уның атаҡлы хеҙмәттәше Р.М. Ниғмәтуллин егерме йәш таусыны заманса техникала эшләргә өйрәнеү өсөн махсус курстарға ебәреп уҡытып алыуҙарын хәтергә төшөрә. Был егерме егет араһында шулай уҡ Әхмәтшәриф Хәләф улы ла була.

Почетлы таусы, хеҙмәт һәм һуғыш ветераны В.Н. Недошивин үҙенең бригадаһы тураһында, беҙҙең бриагада йөкләмәләрен 107-118 процентҡа үтәй торғайны, тип хәтергә ала. Бригадала унан башҡа Әхмәтшәриф Ғарипов, Александр Рухлов, Нәжип Мостафин эшләй [2] .

Ғарипов Ә.Х. 1984 йылға тиклем комбинатта экскаватор машинисы булып эшләгән.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Билдәле булыуынса, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены дәүләт һәм йәмғиәт алдында етештереү, фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт, ижтимағи һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге өлкәһендә күрһәткән юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелгән.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Р. Насыров. Руда и люди. - Уфа, 2004.- 344 с.
  2. Р. Насыров. Руда и люди. - Уфа, 2004.- 344 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. Насыров. Руда и люди. - Уфа, 2004.- 344 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]