Минасов Булат Шамил улы
Минасов Булат Шамил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Учалы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | травматолог, хирург-ортопед |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Минасов Булат Шамил улы (4 ғинуар 1956 йыл) — травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат Шамил улы Минасов 1956 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Учалы ауылында тыуа. 1979 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1981 йылдан алып Өфө ҡалаһының 13‑сө дауаханаһында эшләй башлай. 1983 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетында (1997 йылдан башлап өҫтәмә медицина белеме биреү курсы булған травматология, ортопедия һәм хәрби-ялан хирургияһы кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 2008 йылдан алып ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында эшләй[1]. 1985—1989 йылдарҙа — кафедра ассистенты, 1990—1996 кафедра доценты, 1996—2002 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт медицина университетының травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире, 2002 йылдан берләштерелгән травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире[2]. Заманса технологиялар буйынса умыртҡа бағанаһында, һөлдәнең ҙур сегменттарында һәм эре быуындарҙа оператив ҡатнашыу үткәрә. Башҡортостанда тәүге тапҡыр тубыҡ (1997) һәм ҡулбаш (2005) быуындары артропластикаһын, умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарын һәм травмаларын хирургик дауалауҙы (1992) индерә. Ойоштороу һәләтенә эйә, үҙенә һәм белгестәргә талапсан. Халыҡ-ара ассоциациялар һәм йәмғиәттәр ағзаһы[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге терәк‑хәрәкәт системаһы травмаларын һәм ауырыуҙарын диагностикалау, хирургик дауалау, умыртҡа‑арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән пациенттарҙы функциональ реабилитациялау, эре быуындарға эндопротез һәм артропластика эшләү ысулдарын камиллаштырыу һ.б. проблемаларға арналған. Минасов ҡатнашлығында умыртҡа, арҡа мейеһе ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә һәм клиник практикаға индерелә. 2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының травматологтар, ортопедтар һәм протезсылар ассоциацияһы президенты[3]. 400-ҙән ашыу хеҙмәт, 10 китап һәм монография, 45 уҡыу әсбабы һәм методик тәҡдимдәр, 40 уйлап табыу, федераль кимәлдәге ортопедия буйынса дәреслек авторы. БДМУ-ның диссертация советы рәйесе. Халыҡ-ара ассоциациялар һәм йәмғиәттәр ағзаһы. 30-ҙан ашыу Европа сертификаты бар. РФ һәм БР травматолог-ортопедтарының съездары һәм симпозиумдарының йыл һайын үткәрелеүсе ғилми-ғәмәли конференциялары инициаторы һәм ойоштороусыһы[2].
Профессор етәкселегендә 4 докторлыҡ һәм 54 кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- «СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы» билдәһе
- Рәсәй медик-техник фәндәр академияһы академигы [4].
- СССР ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдары менән бүләкләнгән.
Мөһим ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ортопедический DAMAGE-CONTROL при повреждении таза у пациентов с политравмой/ Ханин М.Ю., Минасов Б.Ш., Минасов Т.Б., Якупов Р.Р., Загитов Б.Г.// Практическая медицина. 2011. № 6 (54). С. 122-125.
- Расклинивающий межтеловой дистрактор позвонков/ Минасов Б.Ш., Галикеев М.Ф., Галлямов Ш.И.// патент на изобретение RUS 2225183 12.09.2001
- Анализ постимплатационных изменений компонентов эндопротезов тазобедренного сустава на основе 3D-лазерной микроскопии/ Якупов Р.Р., Минасов Б.Ш., Сисанбаев А.В., Хаиров Т.Э., Сироджов К.Х., Каримов К.К., Емаев И.И.// Лазерная медицина. 2016. Т. 20. № 2. С. 49-54.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Минасов Булат Шамил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Минасов Б.Ш. 2021 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Минасов Булат Шамильевич
- ↑ Булат Шамильевич Минасов
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Минасов Булат Шамил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Учалы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Профессорҙар