Эстәлеккә күсергә

Бүләков Илдус Ҡасим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүләков Илдус Ҡасим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 июнь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Учалы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Бүләков Илдус Ҡасим улы (29 июнь 1940 йыл — 18 сентябрь 2016 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2000)[1].

Илдус Ҡасим улы Бүләков 1940 йылдың 29 июнендә Учалы районы Учалы ауылында тыуған.

1958 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын башлай. Ҡаҙаҡҡол ауылында клуб мөдире була, артабан — БАССР-ҙың Учалы районы «Байрамғол» совхозының 5-се бүлексәһендә төрлө эштәр башҡара.

19601962 йылдарҙа Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. Өс йыл армияла хеҙмәт итә.

19651970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында,

19701973 йылдарҙа — аспирантурала уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, шул уҡ ваҡытта Өфө сәнғәт академияһының театр факультетында уҡыта.

19731993 йылдарҙа ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан алып 1993 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми секретарь була.

1996 йылдан 2005 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына педагогия факультеты деканы, артабан 2010 йылға тиклем башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдус Бүләков — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Грамоталар һәм премиялар, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты, Өфө, Сибай ҡала советы Почёт грамоталары, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. 2000 йылда БР Президенты бойороғо менән әүҙем фәнни-педагогик эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булған.

Бөтә төр йәмәғәт һәм етештереү эшмәкәрлеге өлкәһендә Бүләков Илдус Ҡасим улы үҙен маҡсатлы һәм принципиаль, талапсан һәм бик тырыш, ярҙамсыл һәм йыйнаҡ хеҙмәткәр итеп күрһәтте[3].

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Буляков, Ильдус Касимович. Возникновение и становление башкирской советской драматургии, 1917—1932 : диссертация кандидата филологических наук : 10.01.03. — Уфа, 1973. — 189 с. Тема: Литература народов СССР. Российская государственная библиотека. Дата поступления в ЭК 14.08.2018