Беренсе Йомағужа
Ауыл | |
Беренсе Йомағужа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Йомағужа |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Беренсе Йомағужа (1-се Йомағужа; рус. Первое Юмагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Беренсе Йомағужа (Тирәкле) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2]. Тәүге тапҡыр документтарҙа 1795 йылда телгә алына[3].
1816 йылда ауылда 194 башҡорт, ә 1859 йылда 177 башҡорт йәшәгәне теркәлгән. 1920 йылда 40 ихатала 211 кеше йәшәгән[4].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[6]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
111 | 619 | 180 | 162 | 198 | 127 | 269 | 206 | 178 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
36 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 95 % тәшкил итә[7].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы (1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Белая река, 2019. — С. 183-184. — 704 с.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.