Һаҡмар (Ырымбур өлкәһе)
Һаҡмар | |
Нигеҙләү датаһы | 1725 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Һаҡмар районы[1] һәм Һаҡмар ауыл советы (Ырымбур өлкәһе)[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Һаҡмар ауыл советы (Ырымбур өлкәһе)[d][1] |
Халыҡ һаны |
2698 кеше (1959)[2], 3464 кеше (1970)[3], 4000 кеше (1979)[4], 4157 кеше (1989)[5], 4620 кеше (2002)[6], 5030 кеше (2010)[7], 5593 кеше (2021)[8] |
Почта индексы | 461420 |
Урындағы телефон коды | 35331 |
Һаҡмар Викимилектә |
Һаҡмар — ауыл, Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районы һәм Һаҡмар ауыл советының административ үҙәге, Ырымбур казак ғәскәренең элекке станицаһы.
1724 йылдың йәйендә Василий Арапов Сенаттың хәрби коллегияһына үтенес ҡағыҙын ебәрә:: «на устье реки Сакмары, близь башкирцев поселение иметь и крепость строить, проезды чинить и крепкие караулы держать». Ошо уҡ хатта Арапов дошмандарға (йәғни, башҡорттарға) отпор бирер өсөн ҡорал һорай: «… четыре пушки и к ним ядра и порох». 1725 йылдың 4 июнендә Хәрби коллегия үҙенең указы менән Араповҡа Мәскәүҙән 5 суйын пушка, йәҙрәләр, дары алырға рөхсәт итә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә үҙәге Ырымбур ҡалаһынан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1725 йылдың 19 июнендә Императрица Екатерина I Василий Араповҡа йылға тамағында ҡәлғә төҙөү һәм уны пушкалар менән йыһазландырыу буйынса грамотаға ҡул ҡуя:
«…Дабы уберечь Россию от нападения и разорения соорудить крепость оную на реке Сакмаре и вооружить её пушками чугунными да ядрами. А посему повелеваю, чтоб крепость была построена»[9].
Әлеге дата Һаҡмарға нигеҙ һалыуҙың рәсми датаһы тип һанала. Ошо уҡ йылда Яйыҡ атаманы Василий Араповтың етәкселегендә Һаҡмар ҡәлғәһенең төҙөлөшө башлана (тәүге исеме — Һаҡмар ҡаласығы), был йүнәлештә тәүге ҡәлғәләрҙең береһе. Һамар казактары әүҙем ярҙам күрһәтә. Ырымбур казак ғәскәре составына ингән Һаҡмар станицаһы халҡы 300 Яйыҡ казактары ғаиләһе, өлөшләтә Иҫәт, Һамар һәм Өфө казактарынан тора[10]. 1740 йылда Һаҡмар казактары Ҡараһаҡал етәкселегендәге башҡорт ихтилалын аяуһыҙ баҫтырыуҙа ҡатнаша. П. И. Рычков баш күтәргән башҡорттарҙың язалау экзекуцияларын (язалауҙарҙы Ырымбур комиссияһының начальнигы В. А. Урусов 1740 йылдың көҙөндә башлай) ошолай һүрәтләй[11]:
«…прочим оставшим злодеям экзекуция была 17 сентября, по прибытии его, генерал-лейтенанта в Сакмарск, где ста двадцати человекам отсечены головы, пятьдесят человек повешено да триста один человек наказаны отрезанием носов и ушей…»
Артабан Һаҡмар казактары Швеция менән 1700—1721 йылғы, Төркиә менән 1735—1739 йылғы, Пруссия менән 1756—1763 йылғы һуғыштарҙа ҡатнаша[12]. Казактар араһында кержак-староверҙар (христиандарҙа иҫке дин кешеләре) күп була. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында Емельян Пугачевҡа ҡаршы сыҡмайҙар. Бында Крәҫтиәндәр һуғышының билдәле бер алышы була. Һаҡмар ҡаласығына Пугачевтың килеүен һәм халыҡтың уны ҡаршылауын А. С. Пушкин бик ентекле тасуирлай[13].
1915 йыл. Ырымбур, 16 сентябрь. Көслө ел арҡаһында Һаҡмар станицаһында 347 йорт янып бөтә. Утта бик күп мал-тыуар, иген, картуф һәм башҡа аҙыҡ-түлек юҡҡа сыға. Зыян 500 000 һумдан арта.
1915 йылдың 24 сентябрендәге 75-се һанлы Урал ғәскәри ведомостәренән:
Граждандар һуғышы осоронда 1919 йылдың 4 апрелендә генерал Бакич етәкселегендәге Ырымбур казак полкы Архипов утары янында Ҡыҙыл Армияһының 277-се полкына ҡаршы оборона тота. Һайылмыш һәм Һаҡмар йылғалары араларында дүрт сәғәтлек һуғыш барышында Һаҡмар станицаһы яулап алына. 1935—1963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан алып — Һаҡмар районы үҙәге.
Урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар, 1990 йылға тиклем «Родина» кинотеатры була (хәҙер ул бинала сиркәү).
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дан обелискы, мемориаль таҡталарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 234 кешенең фамилиялары соҡоп яҙылған, 1967 йылда ҡуйылған
- Ҡаҙан Божья Матерь хөрмәтенә сиркәү (1733 йылда төҙөлгән һәм 1760 йылда янған сиркәү урынына 1825 йылда таш Ҡаҙан сиркәүе төҙөлә, 1929 йылда бөтөрөлә. 1992 йылда тергеҙелә)
- Йома мәсете[14].
- Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- В. И. Ленин һәйкәле (1976)
- Яңғыҙ тауы битләүендә Һайылмыш йылғаһы яуында ҡатнашыусыларға обелиск ҡуйылған (1968 йылдың апреле). 2008 йылда реставрациялана.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Историко-географическая справка — Официальный сайт Сакмарского района.
- Сайт районной газеты «Сакмарские вести» 2016 йыл 17 июнь архивланған..
- Сайт Сакмарской средней школы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населенных пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Село Сакмара Оренбургской области // SmolBattle
- ↑ Евграф Савельев. Из истории заселения Оренбургской линии
- ↑ Рычков П. И. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии.
- ↑ http://smolbattle.ru/threads/%D0%A1%D0%B5%D0%BB%D0%BE-%D0%A1%D0%B0%D0%BA%D0%BC%D0%B0%D1%80%D0%B0-%D0%9E%D1%80%D0%B5%D0%BD%D0%B1%D1%83%D1%80%D0%B3%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B9-%D0%BE%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D1%81%D1%82%D0%B8.33025/
- ↑ А. С. Пушкин. История Пугачёва. / А. С. Пушкин. Собрание сочинений в 10 томах. Т. 7. — М Государственное издательство художественной литературы, 1962. — С. 27-28.
- ↑ Victor A. Pogadaev. «Angin Segar» orang Islam di Rusia (Свежий ветер Ислама в России) — «Mingguan Malaysia», Kuala Lumpur, 5.7.2015
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марков, Николай. Марковы. Семейные хроники. Сочи, 2007
- Марков, Н. И. На сакмарских берегах. Сборник рассказов. Сочи, 2007.
- Роот, Л. Г. Куда ни посмотришь — отцовское поле. Оренбург: Орлит-А, 2001.
- Чекмезов, Пётр. История, дошедшая до нас. Интервью с Людмилой Тимофеевной Абрамовой — «Сакмарские вести», 26.10.2012
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Емельян Пугачёв менән Һаҡмар халҡының осрашыуы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ
-
Һаҡмарҙа Йома мәсете. Мәсет алдында билдәле шәл бәйләүсе Хөсәйенова Маһинур Абдулла ҡыҙы
-
Ҡаҙан Божья Матурь иконаһы хөрмәтенә сиркәү
-
Һаҡмарҙа традицион казак йорто
-
"Юность" район мәҙәниәт йорто
-
Һаҡмарҙа Дан обелискы янындағы мемориаль таҡтаташтар
-
Һаҡмар урамы
-
Һыра бары Һаҡмарҙа
-
Элекке магазин Һаҡмарҙа
-
Һаҡмар йылғаһы буйында балыҡ тотоу
-
Һаҡмар ауылы. Үҙәк майҙан күренеше (совет урамынан)
-
Данлыҡлы казак династияһы Марковтарҙың йорто (телеграф урамы)