Эстәлеккә күсергә

Ырымбур операцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбур операцияһы
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

апрельиюнь, 1919 йыл

Урыны

Ырымбур тирә - яғы

Нәтижә

Урыҫ армияһының төп маҡсаты бойомға ашмай

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй флагы IV Ырымбур армияһы корпусы
Рәсәй флагы II Ырымбур казак корпусы
Рәсәй флагы I Ырымбур казак корпусы

Ҡалып:23px Төркөстан армияһы
Ҡалып:23px 1-се совет армияһы

Командирҙар

Рәсәй флагы А. С. Бакич
Рәсәй флагы И. Г. Акулинин

Ҡалып:23px М. Д. Великанов
Ҡалып:23px Г. Д. Гай

 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Ырымбур операцияһы — Ҡыҙыл армия көстәренә ҡаршы адмирал А. В. Колчак етәкләгән Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтындағы һөжүм операцияһы, Ырымбурҙы яулап алыу өсөн күп айлыҡ көрәш. 1919 йылдың апрель — июнь айҙарында уҙғарыла.

Урыҫ армияһының генераль һөжүме 1919 йылдың апрелендә уңышлы бара. Көнбайыш армияһы частары 4 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһын ала, 7 апрелдә — Бәләбәйҙе. 10 апрелдә Көнбайыш армияһы Бөгөлмәне яулай, 15 апрелдә — Боғоросланды. Урыҫ армияһы өсөн килеп тыуған хәлдә дошманды етеҙ рәүештә эҙәрлекләргә кәрәк була, сөнки йылғалар асылғанға тиклем стратегик яҡтан мөһим булған пункттарҙы баҫып алыу мөһим ине. Көньяҡ Уралда бындай пункт Ырымбур ҡалаһы була.

Адмирал Колчактың ставкаһы ҡәтғи ғәмәлдәр үткәреүендә ныҡышмалыҡ күрһәтә, һәм 1919 йылдың 12 апрелендәге Юғары башкомандующий штабы директиваһына ярашлы Айырым Ырымбур армияһы алдында Ырымбур — Илек ҡаласығы — Аҡтүбә районын яулап алыу бурысы ҡуйыла. Йылғаларҙың ташыуы Рәсәй армияһының һөжүмен оҙаҡҡа тотҡарлауы еңелеүгә тиң ине. Шул уҡ ваҡытта казак корпустарының уларға ҡаршы һуғышҡан большевиктарҙың оборонаһын йырып үтергә етерлек өҫтөнлөгө юҡ ине, пехоталары ла юҡ тиерлек. Шуға ҡарамаҫтан, I Ырымбур казак корпусына хәрби ғәмәлдәрҙе ике фронтта — Ырымбурға һәм Аҡтүбәгә — һөжүм хәрәкәттәре алып барырға тура килде. Аҡтар командованиеһы бындай хәлдә казактарҙың ҡапыл эш итеүенә һәм уларҙың ҡыйыулығына иҫәп тотто. Нәҡ шуның өсөн етәксе казак офицерҙарының күпселеге алғы һыҙыҡта дошман уты аҫтында шәхсән үҙҙәре ғәскәрҙәрҙе атакаға йөрөтәләр.

Ырымбур — эре сәнәғәт үҙәге, ғәскәрҙәң баш ҡалаһы һәм тимер юлдарҙың иң мөһим узелы була. Ҡалала 100-ҙән артыҡ фабрика һәм завод иҫәпләнә, ә халыҡ һаны 146 мең кеше тәшкил итә (1912 йылға). Казаклыҡ психологияһы күҙлегенән кемдең ҡулында ғәскәрҙең баш ҡалаһы һәм хәрби округтың булыуы принципиаль була, сөнки ошо хәлдән сығып казактар большевиктарға ҡаршы көрәштә ҡатнашыу — ҡатнашмауын билдәләгән.

Ырымбурҙы яулау аҡтарға Быҙаулыҡҡа һәм Һамарға Волга йылғаһына ҡарай юл аса. Ҡыҙылдар өсөн ҡаланы ысҡындырмау артабанғы контрһөжүмдең уңышының дәлиле булып тора. Ҡала ҡолатылған хәлдә Урал һәм Ырымбур казактарының атлы ғәскәрҙәре Урал йылғаһынан төньяҡҡараҡ иркенлеккә сыҡҡас, совет Көнсығыш фронты Көньяҡ төркөмө армиялары тылдарына тәрән рейд эшләргә мөмкинлек бирә. Төп удар тупланған район туранан-тура Ырымбур районына сиктәш була — (Быҙаулыҡ — Сорочинск — Михайловск (Шарлык)). Ырымбурҙың ҡолатылыуы ҡыҙылдарға үҙҙәренең удар төркөмөнөң тупланыуын тамамларға һәм аҡтарҙың Көнбайыш армияһына ҡаршы һөжүмде үҫтерергә мөмкинлек бирмәҫ ине.

Бакич корпусының Ырымбур янындағы максималь уңыштары. 23 апрель, 1919

Ҡыҙылдарҙы эҙәрлекләп, Ырымбур айырым армияһының I һәм II Ырымбур казак корпустары һәм Көнбайыш армияһы Көньяҡ төркөмөнөң IV Ырымбур армия корпусы 1919 йылдың апреленең егермеләренә Ырымбурға көньяҡ — көнсығыштан, көнсығыштан һәм төньяҡ — көнсығыштан килеп етәләр. Разведсводкаларҙан ҡыҙылдарҙың ҡаланы ҡалдырып китеү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәттәр алына. Ҡаланың үҙендә әүҙем эвакуация бара. 17 апрелдә II Ырымбур казак корпусы командиры генерал-майор, Ырымбур казак корпусы командиры, Генераль штабтың генерал-майоры И. Г. Акулинин Ырымбурҙы 19 апрелдә 23 сәғәт 50 минутта (Светлая Заутреня байрамына тәғәйенләп) баҫып алыу тураһында 9 (б) һанлы оператив приказға ҡул ҡуя.

  • 17 апрель. А. С. Бакичтың ғәскәрҙәре төньяҡ — көнсығыштан Һайылмыш һәм Һаҡмар йылғалары ҡушылған ерҙә Ырымбурға барып сыға. Ырымбурҙан көньяҡҡа табан II Ырымбур казак корпусы уңышлы һөжүм итә. Ырымбурҙы Һайылмыш аръяғына сигенгән һәм Бакичтың частарын артиллерия утында тотҡан Г. Д. Гайҙың 1-се совет армияһы частары һаҡлай.

Бакичтың корпусы йылғаларҙың ташҡан шарттарында Һайылмыш йылғаһы аша сығырға әҙерләнә башлай.

  • 18 апрель. 2-се Сызрань уҡсылар дивизияһының һул флангы частары Һаҡмар йылғаһы аша сығып, Никольский ауылы тирәһендә ҡыҙылдарҙан Үрге һәм Түбәнге Себенле ауылдарын тартып ала.
  • 20 апрель. Дивизия Һаҡмар станицаһын баҫып ала һәм ҡыҙылдарҙың тылындағы Сәйет посады йүнәлешендә Ырымбурҙан төньяҡҡа табан бик уңышлы хәрәкәт итә башлай. Рәсәй армияһының Һайылмыш аръяғында килеп сығыуы 1-се совет армияһы командующийы Г. Д. Гай өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл була.
  • 21 апрель. Иртәнсәк IV корпустың частары Иманғол, Биҡҡол ауылдары һәм Ново — Троицкий ҡасабаһы тирәһендә Һайылмыш аша сыға башлайҙар. Аҡтар Ырымбур менән 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы штабы араһында телефон элемтәһен өҙөүгә ирешә. 6-сы Сызрань уҡсылар полкы Майорск ауылын яулап ала һәм ошо ерҙән ҡыҙылдарҙың Ырымбур төркөмөнөң тәрән тылында булған Ҡарғалы стансаһына һөжүм башлай. 21 апрелдәге алыштарҙа Бакич һәм И. Г. Акулинин корпустары хәрәкәттәрендә килешмәүсәнлек беленә, шуның һөҙөмтәһендә Бакич корпусынан 7-се Хвалын уҡсылар полкы үҙенең һөжүмен туҡтата һәм тәүге позицияларға әйләнеп ҡайта, ошо уҡ ваҡытта уҡсыларҙың бер өлөшө ҡыҙылдарға күсә.
  • 22 апрель. Бакич корпустары Архиповка утары янында, Сакмарскийҙан 7 саҡрым көнсығышыраҡ Һайылмыш аша сығалар. Йылғаның көслө ағымы һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында йылғаны аша сығыу тотҡарлана һәм большевиктарҙың тылына ингән 2-се дивизияның һәм һаман да йылға аша сығып бөтмәгән 5-се дивизияның һөжүме үҙенең әүҙемлеген юғалта. 2-се дивизия Екатериновка ауылы янында ҡыҙылдарҙың обозын һәм 1000 артыҡ снарядтарын тартып ала һәм дивизия Ырымбурға уңышлы һөжүмен дауам итә. Аҙаҡтан совет тарихсылары ҡыҙылдар үҙҙәренең пландарына ярашлы дошманды йылғаға һыйындырып тар-мар итер өсөн IV корпусҡа Һайылмыш аша сығырға мөмкинлек биргән, тип раҫлайҙар ине, әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки Ырымбур операцияһында 23 апрелгә тиклем инициатива аҡтар ҡулында була.
  • 23 апрель. IV корпус ғәскәрҙәре аттарҙа Ырымбур — Һамар тимер юлын киҫеп үтергә, Ырымбурҙы ҡулға төшөрөргә һәм 26 апрелгә Новосергиевск — Нижнеозерный линияһына сығырға бойороҡ алды. Иртәнге сәғәт унда Рәсәй армияһы ғәскәрҙәре Сәйет хуторын баҫып алды — был Ырымбур һөжүмендә максималь уңыш була. Түбәнге Себенле ауылы эргәһендә ҡыҙылдар яғынан ҡаршы алыш булып ала. IV корпустың Иманғол янында йылға аша сығыуы ҡыҙылдар өсөн билдәһеҙ булып ҡалмай, улар артиллерия ярҙамында сығыуҙы ваҡытлыса туҡтата. Паром боҙолоуы сәбәпле 5-се дивизияның йылға аша сығыуы ла тотҡарлана. Көн ауышына командование ярҙарҙан сыҡҡан Һайылмыш йылғаһы аша күпер һалырға бойороҡ бирә.
  • 24 апрель. 10-сы Верхнеурал уҡсылар дивизияһына Булановский янында йылға аша сығырға мөмкинлек биреү өсөн, IV корпус Һайылмыш һәм Яңғыҙ йылғалары араһын большевиктарҙан таҙартыу тураһында приказды үтәп, көн дауамында ауыр алыш алып бара. Большевиктар бик ҙур көстәр менән алдағы көн аҡтар тарафынан ҡалдырылған Сәйет посады яғынан һөжүм итәләр. 5-се дивизия йылға аша сығыуҙы туҡтатырға мәжбүр була.
  • 25 апрель. Корпус һөжүменең яйлауын абайлаған Бакич үҙенең штабын алғы һыҙыҡта булған Иманғол ауылына күсерә. 5-се уҡсылар дивизияһы Һайылмыш һәм Яңғыҙ йылғалары араһын большевиктарҙан таҙарта башлай. Икенсе колонна Һаҡмар станицаһына һөжүм итә. Архиповка утары эргәһендә һаман бәрелештәр бара. Иманғол тирәһендә йылға аша сығыу урынында ҡыҙылдар ныҡышмалы оборона тота, Бакич һалдаттарына ҡаршылыҡ күрәһәтәләр. Рәсәй армияһы частары шулай уҡ 7-се уҡсылар дивизияһы көстәре менән Үрге Себенле ауылы тирәһендә һөжүм итеп ҡарайҙар.
  • 26 апрель. Был көндә Ырымбур өсөн күп айҙар дауамында барған һуғыштың хәл иткес алышы була. Алдағы көндәрҙә ҡоролған һыу аша сығыу ҡулайламаның үҙенсәлектәре уңышһыҙ һөжүм осрағында тиҙ арала сигенергә урын ҡалдырмай ине. Һуңынан 26 апрель көнөндәге ваҡиғаларҙы 5-се уҡсылар дивизияһы начальнигы полковник В. К. Нейзель ошолай тасуирлай:

    …обратный отход не предполагался, а отход под натиском противника ничем иным, кроме катастрофы, не мог быть, и поэтому приказ о наступлении мною был понят как решительная ставка — или прорыв фронта красных и взятие Оренбурга, или гибель дивизии.

Ҡыҙылдарҙың уты аҫтында Һаҡмар атлылар дивизионы Архипов утары янында Һаҡмар станицаһын азат итер өсөн Һайылмыш аша сығыуҙы үткәрә. Большевиктар Бакичтың 5-се Ырымбур уҡсылар дивизияһы алыш алып барған уң яҡ флангы ҡаршыһында туплана һәм уға ҡаршы 8 орудиелы артиллерия ярҙамында һөжүм башлай. Аҡтар сигенергә мәжбүр була, алға сығарылған резервтар сигенгән аҡтар менән иҙеләләр һәм өлөшләтә әсирлеккә бирелә башлайҙар. 5-се дивизияның бер нисә офицеры 150 һалдат төркөмө менән ҡыҙылдарҙы туҡтатырға маташа. Ҡыҙылдар үҙ сиратында сигенә башлай, әммә ҡул һуғышы осрашыуы алдында уҡсыларҙың бер өлөшө ҡаушай һәм әсирлеккә бирелә. Нейзелдең башҡа резевтары ҡалмай һәм йылғаға ныҡлап килеп еткән ҡыҙылдар уҡсыларҙан тартып алған пулемёттарҙан паромды селпәрәмә килтерәләр. Ҡаты бәрелеш ваҡытында аҡтар яғынан һәләк булғандар 200 кеше һәм 1500 әсирҙәр тәшкил итә. Ҡыҙылдарға 3 орудие, 20 пулемёт һәм 1000 снаряд эләгә.

Генерал Бакичтың ғәскәрҙәре Һайылмыш йылғаһының уң ярынан ҡыуылып төшөрөләләр, урыҫ частарының ҡалдыҡтары йөҙөп Һайылмыш аша кирегә сығалар һәм Сергиевка ауылына һәм Сухомлиновский утарына табан сигенәләр. Ҡалған ғәскәрҙәрҙе тылға сығарғандан һуң фронт участкаһына корпус резервынан полковник Г. М. Фаддеевтың йыйылма бригадаһы ташлана. Генерал Бакичҡа еңелгәндән һуң Ырымбурға ҡаршы үҙенең корпусы ғәмәлдәрен туҡтатырға тура килә[1][2].
  • 27 апрель. Бакичтың корпус штабы тылға, Яңы Никотинскиға, күсерелә. Большевиктар Һайылмыш йылғаһының һул ярына сығалар һәм артиллерия һәм пулемёттар ярҙамында аҡтарҙың заслонын ҡыҫырыҡлап сығаралар, әммә уларға Татищев пластун дивизионы һәм 2-се Сызрань уҡсылар дивизияһының өйрәнеүсе командаһы уңыштарын үҫтерергә бирмәйҙәр һәм ҡыҙылдарҙан йылға аша сығыу урынын тартып алалар.
  • 29 апрель. Ҡыҙылдар ҡабаттан Архиповка утары янында йылғаны аша сығыу урынын һөжүм итергә маташалар, әммә Бакич корпусы ғәскәрҙәре уларҙы йылғаға тиклем үткәреп, көслө ут менән ҡаршы алалар. Аҙаҡтан ҡыҙылдар тағы ла бер нисә тапҡыр Һайылмыш аша сығырға маташалар, әммә килеп сыҡмай.
  • 30 апрель. Көньяҡ армия төркөмө буйынса приказға ярашлы Бакич корпусы оборонаға күсә.

Апрель аҙағында II Ырымбур казак корпусы командиры И. Г. Акулининдың ҡаланы әҙерлекһеҙ алырға тырышыуы килеп сыҡмай.

Май айында Бакич ҡабаттан төркөмләнеү (перегруппировка) һәм үҙҙәренең көстәрен Ырымбур йүнәлешендә түгел, ә Стәрлетамаҡ йүнәлешендә туплау тураһында приказ ала. Ырымбур операцияһында IV корпусы артабан пассив роль уйнарға: тик Айырым Ырымбур армияһының Ырымбур казак корпусы менән атлы частар ярҙамында бәйләнеш тоторға тейеш була .

Бик ауыр алыштар райондағы Урал йылғаһы аша берҙән-бер күпер өсөн барҙы. Күперҙе хәл иткес мәлдә ҡыҙылдар тотоп ҡала алалар. Шуға күрә аҡтарҙың I корпусы ҡыҙылдарҙы тылдан Ырымбурҙан көнбайыштараҡ һөжүмләй башлай. Аҡтарға Илек һәм Урал станицаларының күтәрелеше ярҙам итте. Казак корпустарының һәм баш күтәреүселәрҙең берлектәге ғәмәлдәре менән Илек ҡаласығы алына. 1-се совет армияһы командующийы Г. Д. Гай үҙенең етәкселеге алдында Ырымбурҙы ҡалдырып китеүҙә ныҡышмалыҡ күрһәтә. Яуап итеп Көнсығыш фронтының Көньяҡ төркөмө армиялары менән етәкселек иткән М. В. Фрунзе ҡаланың оборонаһы буйынса күпкә киҫкен саралар күреүҙе талап итә. Ошо маҡсаттарҙа большевиктар ҡалала йәшәүселәргә ҡаршы репрессиялар үткәрә һәм уларҙы шулай уҡ окоптар ҡаҙыуға һәм тимер сыбыҡтан ҡоймалар ҡуйыуға мобилизациялай. Мобилизацияланғандар был эштә ҙур теләк күрһәтмәй. Шуға күрә большевиктар Ырымбурға өҫтәлмә көстәр күсерәләр, май айының аҙағына үҙенең группировкаһын 1,5 мәртәбәгә арттыра, техник яҡтан да ҡыҙылдар өҫтөнлөк ала. А. В. Ганин яҙыуынса, килеп тыуған шарттарҙа Рәсәй армияһы ғәскәрҙәренең ҡаланы яулауына һәм бөтә Ырымбур операцияһын уңышлы тамамлауына өмөт ҡалмай. 1919 йылдың апрель айының аҙағы һәм майҙың беренсе ике аҙнаһы оҙаҡҡа һуҙылған алыштарҙа үтә. 10 майҙа аҡтарҙың ике корпусы ла берлектә дөйөм һөжүм башлайҙар һәм II корпус участкаһында ҡыҙылдар ҙур юғалтыуҙар менән артҡа сигенәләр, ә I корпус участкаһында казактарҙың һөжүме туҡтала. Бәрелештәр Ырымбурҙан 3 — 4 км алыҫлыҡта бара.

23 майҙа Урыҫ армияһының Юғары башкомандующийы һәм Юғары хаким А. В. Колчак Айырым Ырымбур армияһын тарҡатырға була, уның урынына генерал — майор Белов етәкселегендә Көньяҡ армияһы булдырыла. Көньяҡ армия алдында Ырымбур — Быҙаулыҡ — Һамар һыҙығындағы Көнбайыш армияһына ҡаршы большевиктарҙың һөжүмен туҡтатырға бурыс ҡуйыла. Генерал Белов армияһы июль уртаһына Ырымбур ҡалаһының ситенә килеп етәләр. Әммә аҡтар инициативаны был ваҡытҡа юғалтҡан була һәм июлдә Көньяҡ армияһы Ырымбурҙы яулап алыу буйынса әүҙем хәрәкәттәр башҡармай. 1919 йылдың авгусында Аҡтүбә операцияһы барышында казактар ҡаланан китергә мәжбүр булалар һәм казак баш ҡалаһын ҡайтарыу өмөтө менән мәңгегә хушлашалар.

277-се Орск уҡсылар полкы яугирҙарҙың ҡаһарманлығы һәм еңеүҙәре өсөн Республика Реввоенсоветының ул ваҡыттағы иң юғары дәрәжәле наградаһы менән — Почетлы Революцион Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.

РККА полктары яугирҙары араһында батырлығы менән комиссар М. Терехов айырылып торған. Комиссарҙың батырлығы тураһында алыштан һуң өс көн үткәс, 1919 йылдың 29 апрелендә, «Правда» гәзитендә «Совет ғәскәрҙәренең ҙур еңеүе» мәҡәләһендә тасуирлана.

Һайылмыштағы еңеү адмирал Колчактың көстәренә беренсе мөһим удар була. Ҡыҙылдар Бакич корпусын ҡыйраталар һәм аҡтарҙың Ырымбурға һөжүмен кире ҡағалар. Һайылмыш алышы Колчактың иғтибарын һәм көстәрен Быҙаулыҡтан ситкә йүнәлтә һәм Ҡыҙыл Армия төп йүнәлештәге уңышлы контрһөжүмде дауам итеүгә мөмкинлек ала.

Генерал Бакич корпусының уңышлыһыҙлыҡтарының сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бакичтың уңышһыҙлыҡтарының сәбәбе уның корпусының аҙ һанлы булыуы, һөжүм итеү өсөн бөтөнләй техниканың һәм йылға аша сығыу мөмкинлектәре булмауы булып тора[3].

Һуңғараҡ аҡтар өсөн иң сағыу һәм трагик төҫөн алған Ырымбур операцияһының эпизоды бер нисә художестволы әҫәрҙәрҙең сюжеты нигеҙе була, шулай уҡ ошо эпизодты 1931 йылда совет рәссамы Е. А. Тихменев (1869—1934) үҙенең «Салмыш йылғаһындағы алыш» картинаһында ла һүрәтләй[4][5].

Яңғыҙ тауында Һайылмыш алышы ваҡытында баш һалған яугирҙар иҫтәлегенә 1968 йылдың 26 апрелендә бейеклеге туғыҙ метр стела ҡуйыла. 2008 йылда, Граждандар һуғышының 90 йыллығын билдәләү айҡанлы, һәйкәл реставрациялана. Никахлашҡан көндә йәштәр бында киләләр[6]

Ырымбурҙа 1981 йылда яңы урамдарҙың береһенә Һайылмыш исеме бирелә һәм шунда уҡ Һайылмыш алышы иҫтәлегенә сквер асыла. 1984 йылда унда билдәле Ырымбур скульпторы Надежда Петинаның ике скульптураһы — красноармеец фигураһы («Совет һалдаты» исеме аҫтында ла билдәле) һәм ҡулдарында үлгән улы булған Ҡайғылы Әсә статуяһы ҡуйыла[7].

  1. Футорянский Л. И. История Оренбуржья: Учебное пособие. — Оренбург: Оренбургское книжное изд-во, 1996. — С. 210. — 350 с.
  2. Оренбург в период революции и гражданской войны. История Оренбуржья. Дата обращения: 29 декабрь 2012. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
  3. Ганин А. В. Черногорец на русской службе: генерал Бакич., с. 79
  4. Путешествие из Петербурга в Оренбург — Охотники.
  5. Панкратов В. В. Охота в русском искусстве. Забытые имена. — Вече, 2003. — 296 с. — ISBN 5-95330104-9, 978-5-95330104-6, 5-9533-0108-1.
  6. Марков, Николай. Марковы. Семейные хроники. Сочи, 2007, с. 30
  7. «Вечерний Оренбург», № 35 от 27 августа 2008