Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты
Ғәмәлдә булыу йылдары

21 июль 1918 — 20 февраль 1920

Ил

Рәсәй флагы Рәсәй

Инә

Урыҫ армияһы

Тибы

Фронт

Иҫәбе

43 000 штык һәм 4600 ҡылыс (ноябрь уртаһы 1918)
400 000 штык һәм ҡылыс(февраль 1919)
500 000 штык һәм ҡылыс (май 1919)

Ҡатнашҡан

Граждандар һуғышының бөтә алыштары

 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Көнсығыш фронты — Граждандар һуғышы осоронда көнсығыш Рәсәйҙәге ҡораллы большевиктарға ҡаршы көстәрҙең оператив-стратегик берекмәһе. Берҙәм фронт булараҡ 1919 йылдың июленән ғәмәлдә була.

Алдағы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнсығыш фронтының барлыҡҡа килеү тарихы урыҫ офицер ойошмаларының ихтилалдары һәм Чехословак корпусы менән бер үк ваҡытта башланған сығышы һөҙөмтәһендә Волга буйында, Уралда, Дала крайы районында, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта совет власының ҡолатылыуы менән бәйле. 1918 йылдың йәйендә, Чехословак корпусының сығышынан һуң, был йүнәлештә КОМУЧтың халыҡ армияһы һәм Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең Себер армияһы, Ырымбур, Урал, Себер, Семиреченск, Байкал аръяғы, Амур, Енисей, Уссури казак ғәскәрҙәренең баш күтәргән казак формированиелары, шулай уҡ төрлө ирекле отрядтар үҙаллы хәрәкәт итә.

21 июлдә Р. И. Гайда командованиеһы аҫтында урыҫ һәм чех частарын берләштергән большевиктарға ҡаршы Көнсығыш фронты ойошторола[1].

Волга буйында ла, Себерҙә лә ҡалала йәшәүсе офицерҙар иҫәбенән частарҙы ойошторған саҡта офицер батальоны булдырыла һәм аҙаҡтан ул часҡа әүерелә. Әммә 1918 йылдың йәйе аҙағында ирекле туплау принцибына алышҡа мобилизация принцибы килә. Урыҫ армияһы йыш ҡына хатта кесе һәм урта командирҙар составында мохтажлыҡ кисерә, шуға күрә офицерҙар мобилизациянан һуң барыһы ла тиерлек командирҙар вазифаларын биләй.

1918 йылдың 15 авгусынан алып, Халыҡ армияһы һәм Чехословак корпусы часы Волга буйында хәрби ғәмәлдәр алып барған урынды КОМУЧ «Волга буйы фронты» тип исемләгән.

1918 йылдың 1 сентябренә аҡтарҙың Көнсығыш фронтында Ҡазан менән Вольск араһында Чечектың 15 мең яугирҙары булған (шул иҫәптән 5 мең чех), Пермь йүнәлешендә — полковник Войцеховский командованиеһы аҫтында 20 мең яугир (15 мең чех), Камала 5-6 мең Ижевск-Воткин баш күтәреүселәре, көньяғында — 15 мең Ырымбур һәм Урал казактары. Бөтәһе 55 мең һалдат (шул иҫәптән 20 мең чех). Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1 сентябрҙә генә большевиктарға ҡаршы ғәскәрҙәрҙең барыһы 46-57, 5 мең яугирҙары булған (Кама — 22-26, 5 мең, Волга — 14-16 һәм Урал — Ырымбур йүнәлештәрендә— 10-15 мең).

1918 йылдың ноябренә тиклем бөтә аҡ гвардиясылар формированиелары Волга буйынан көнсығышыраҡ Өфө Директорияһы Рәсәйҙең бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәренең баш командующийы итеп тәғәйенләгән генерал В. Г. Болдыревҡа буйһонолар. 1918 йылдың 18 ноябрендә Омскиға 14 ноябрҙә килгән һәм хөкүмәткә хәрби комиссар сифатында индерелгән, үҙ өҫтөнә бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәре өҫтөнән юғары баш командованиеһын алған А. В. Колчак Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан ителгәндән һуң, ғәскәрҙәрҙә ҙур ғына үҙгәртеп ҡоролоу үткәрелә.

1918 йылдың ноябрь айында аҡтарҙың бөтә Көнсығыш фронтында 43 мең штык һәм 4, 6 мең атлы ғәскәр була. 1918 йылдың көҙөндә көнсығышта ҡыҙылдар һәм аҡтар фронттары көрәште алмаш-тилмәш уңыштар менән алып бара.

1918 йылдың ноябрендә Көнсығыш фронтында совет ғәскәрҙәренең һөжүме уңышлы дауам итә. Ноябрь уртаһында 1-се һәм 5-се совет армияларының частары Быҙаулыҡ, Боғорослан, Бәләбәй һәм Бөгөлмә баҫып алалар. 2-се армия 3-сө армияның Махсус отряды һәм Волга флотилияһы менән берлектә Ижевск-Воткин баш күтәреүселәрен ҡыйрата (25 меңдән Кама аръяғына бары тик 5-6 мең кеше генә сыға ала). Флангтарҙа һуғышҡан 3-се һәм 4-се армиялары дошман яғынан ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрайҙар һәм алға бигүк үтә алмайҙар. Генерал -майор Р. Гайданың Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең Екатеринбург ғәскәрҙәр төркөмөнөң аҡтар частары (22 мең штык һәм ҡылыс), генерал-лейтенант Н. С. Лютовтың 2-се Өфө корпусы (яҡынса 10 мең ҡылыс һәм штык), генерал-майор С. Н. Войцеховскийҙың Һамар төркөмө менән берләшкән (16 мең ҡылыс һәм штык), полковник А. С. Бакичтың Быҙаулыҡ районы ғәскәрҙәре (яҡынса 5 мең ҡылыс һәм штык), Урал казак частары (яҡынса 8 мең ҡылыс һәм штык) Ҡыҙыл Армияға ҡаршы тора. Генерал А. И. Дутов командованиеһы аҫтындағы төп көстәр (10 меңдән ашыу ҡылыс һәм штык) Аҡтүбә йүнәлешендә хәрәкәт итеп, Ырымбур, Орск райондарында урынлашалар.

Адмирал Колчактың Урыҫ армияһы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Урыҫ армияһы"гәзите логотибы

1918 йылдың декабрендә А. В. Колчак хәрби командованиеның радикаль үҙгәртеп ҡороуын ғәмәлгә ашыра: оператив идара итеү өсөн адмирал Колчактың Юғары баш командующийы Ставкаһы булдырыла. 1918 йылдың 24 декабрендә фронттар Себер, Көнбайыш һәм Ырымбур айырым армияларына бүленәләр, Ставканың оператив буйһоноуында шулай уҡ Урал айырым армияһы була. Себер һәм Халыҡ армиялары ғәмәлдән сығарыла. Фронттар тағы ла бер аҙ ваҡыт Көнбайыш һәм Көньяҡ — Көнбайыш армиялары тип исемләнәләр, әммә берләшмәләрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң (декабрь-ғинуарҙа) Себер (командующийы генерал Р. Гайда) һәм Көнбайыш (командующийы генерал М. В. Ханжин) армияларын, Көньяҡ-Көнбайыш (Урал казак) армияһы һымаҡ, Юғары баш командующийына һәм уның штабына (начальнигы генерал Д. А. Лебедев, унан алда С. Н. Розанов) туранан-тура буйһондоралар.

Ҡыш башланыуы менән Екатеринбург төркөмө (һуңынан Себер армияһы) төньяҡта алып барған хәрби ғәмәлдәрҙә 1918 йылдың 24 декабрендә Урыҫ армияһы Пермь ҡалаһын яулап ала. Ҡыҙылдар өсөн был алыш ҙур юғалтыуҙар менән бәйле була («Пермь фажиғәһе»), әммә үҙәк һәм көньяҡ участкаларҙа ҡыҙылдар Өфөнө (1918 йылдың 31 декабре) һәм Ырымбурҙы (1919 йылдың 22 ғинуары) алалар.

1919 йылдың яҙына Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтының составы 400 мең кешегә тиклем арта (шул иҫәптән, фронтта 130—140 мең ҡылыс һәм штык; атамандар Г. М. Семенов һәм И. П. Калмыковта Байкал аръяғында — 20 мең , Б. В. Анненковта Семиречьела — 10 меңдән ашыу, барон Р. Ф. Унгернда Байкал янында — 10 мең тирәһе кеше һәм 17 мең офицер була).

1919 йылдың март башында Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты көнбайышҡа табан һөжүмен башлай һәм байтаҡ оператив уңыштарға өлгәшә. Айырыуса Көнбайыш армияһы командующийы М. В. Ханжин уңыш ҡаҙана: 13 мартта аҡтар Өфөлә була, ә һуңынан башҡа ҡайһы бер ҡалаларҙы ла алалар; Урыҫ армияһының алдынғы частары Волга алдына сығалар. 1919 йылдың апрель аҙағында Көнбайыш армияһы һәм Көньяҡ төркөмөндә 45605 штык һәм ҡылысҡа 2486 офицер тура килә. Тотош алғанда, бөтә хәрбиҙәр иҫәбенән алғанда, офицерҙарҙың өлөшө 5 процент ҡына тәшкил иткән. Армия сафтары аша барыһы 35 — 40 мең офицер үтә. Офицер званиеһын Урыҫ армияһының Баш штабы биргән. Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты командующийҙары капитан чинына тиклем дәрәжәгә күтәрелә алған.

1919 йылдың апрель аҙағында ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронты шулай уҡ уңышлы һөжүм башлай. 1919 йылдың 14 һәм 22 июлендәге бойороҡтарға ярашлы аҡтаҙың көнсығыш фронты өс айырылмаған армияларға бүленә — А. Н. Пепеляев командованиеһы аҫтында 1-се, Н. А. Лохвицкий командованиеһы аҫтында 2-се (элекке Себер армияһы) һәм К. В. Сахаров командованиеһы аҫтында 3-се (элекке Көнбайыш); Ставканың үҙенә П. А. Беловтың Көньяҡ айырым армияһы һәм Урал айырым армияһы, шулай уҡ Семипалатинск районындағы Дала төркөмө, генерал Ионовтың Семиречье ғәскәрҙәре һәм эске партизандарға ҡаршы һуғышҡан фронттар. Көнсығыш фронты армиялары корпустарға (1919 йылдың йәйендә үҙгәреүсән һанлы дивизиялар төркөмдәренә үҙгәртеләләр), дивизияларға (шулай уҡ ике полклы бригадалар) һәм берҙәм нумерациялы Себер һәм Уралисемле полктарға бүленәләр. Корпустарға штурм бригадалары (егерь батальондары), кадр бригадалары һәм башҡа частар бирелә.

1919 йылда Көнсығыш фронты составында яугирҙар һаны 500 меңгә етә. 1919 йылдың 1 июленә ҡарата ғәмәлдәге армияның һәм хәрби округтарҙы максималь һаны 19,6 мең офицер һәм чиновниктан һәм 416,6 мең һалдаттан артмай. Себер, Көнбайыш һәм көньяҡ армияларының фронт һыҙығында 94,5 мең штык, 22,5 мең ҡылыс, 8,8 мең ҡоралланмаған яугир иҫәпләнә. Техника составы: 1,4 мең пулемет, 325 орудие, 3 бронеавтомобиль, яҡынса 10 бронепоезд һәм 15 самолет.

Июлдә Урал казактары разъезды ВСЮР ғәскәрҙәре менән осраша. Кавказ армияһы командующийы генерал Врангель һәм уның штабының начальнигы генерал Юзефович Деникинға Екатеринослав — Царицын рубежында нығынырға, Харьков тирәһендә 3 — 4 кавалерия корпусын ҡыҙылдарҙың Мәскәү йүнәлешендәге тылында хәрәкәт итеү өсөн һәм көнсығышта Урал армияһы менән берләшергә, Әстерханды баҫып алырға, Каспий флотилияһына Волгаға инергә мөмкинлек бирергә тәҡдим итәләр. Әммә был килеп сыҡмай һәм, Өфөнө алғандан һуң, ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронты уңышты үҫтерә һәм сентябрҙә Төркөстан менән ил үҙәгенең бәйләнешен тергеҙә.

Тиҙҙән ғәскәрҙәр` етәкселеrе юғары командующий — хәрби министры генерал М. К. Дитерихсҡа күсә. Златоуст районында, Силәбе аҫтында һәм Тубылда эре ғәскәри операциялар 1920 йылдың кышында Көнсығыш армияһы сигенгән саҡта 2-се һәм 3-се армияларының ҡалдыҡтары Читаға барып сығалар. Щеглов тайгаһындағы ваҡиғаларға тиклем 2-се һәм 3-се армияларҙың дөйөм һаны һәм шулай уҡ ҡасаҡтарҙың һаны 100-120 мең кеше тәшкил итә. Урыҫ армияһы Красноярскиҙы ҡалдырғанынан һуң көнсығышҡа яҡынса 25 мең кеше генә китә. Дөйөм һаны күпкә ҙурыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, Иркутск тирәһендә армияла 5 −6 мең яугир ғына иҫәптә була. Байкал аша 26 мең кеше үтеүгә ҡарамаҫтан, Читаға тик 15 мең кеше барып етә.

Байкал аръяғында 1920 йылдың февраль уртаһында генерал Семенов Юғары командующий һәм хөкүмәт башлығы булып китә. Көнсығыш фронтының өс корпусынан 1920 йылдың 20 февралендә Алыҫ Көнсығыш армияһы ойошторола, ул артабан 1920 йылдың ноябрендә Приморьеға күсенә һәм шунда 1922 йылдың ноябренә тиклем көрәш алып бара.

1922 йылдың 2 ноябренә диңгеҙ юлы менән Владивостоктан һәм Көньяҡ Приморьенан Ҡытай сиктәре аша 20 меңгә тиклем кеше эвакуациялана, шул иҫәптән 14 меңгә тиклем хәрбиҙәр. Шулай уҡ Көньяҡ армияһы составындағы яҡынса 10 мең кеше 1920 йылдың авгусында Байкал аръяғын ташлап китәләр һәм улар Приморьеға тиклем барып етмәйҙәр йәки Синьцзянға эләгәләр.

Юғары баш командующийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • генерал В. Г. Болдырев (1918 йылдың 24 сентябре — 18 ноябре);
  • адмирал А. В. Колчак (1918 йылдың 18 ноябре — 1920 йылдың 4 ғинуары);
  • генерал М. Г. Семенов (1920 йылдың 4 ғинуарынан).

Юғары баш командующийы штабы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. Н. Розанов (1918 йылдың 25 сентябре — 18 ноябре);
  • Д. А. Лебедев (1918 йылдың 21 ноябре — 1919 йылдың 9 авгусы);
  • М. К. Дитерихс (1919 йылдың 10 авгусы — октябре).

Фронт баш командующийҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • М. К. Дитерихс (1919 йылдың 20 июне — 4 ноябре);
  • В. К. Сахаров (1919 йылдың 4 ноябре — , декабре);
  • В. И. Оберюхтин, вазифа башҡарыусы (1919 йылдың 9-11 декабре);
  • В. О. Каппель (1919 йылдың 11 декабре — 1920 йылдың 25 ғинуары);
  • С. Н. Войцеховский (1920 йылдың 25 ғинуары — 20 феврале);

Фронт штабы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • полковник Н. Д. Сальников (1919 йылдың 19 июне — 30 сентябре);
  • ген.-майор П. Ф. Рябик (1919 йылдың 2 октябрь — ноябрь 8);
  • ген.- майор В. И. Оберюхтин (1919 йылдың 8 ноябре — 9 декабре);
  • ген.-майор Б. П. Богословский (1919 йылдың 9 декабре — 1920 йылдың 5 ғинуары);
  • ген.-майор С. А. Щепихин (1920 йылдың 27 ғинуары — 20 феврале).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Купцов И. В., Плотников И. Ф. Восточный фронт.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Белая армия в Гражданской войне