Ырымбур айырым армияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ырымбур айырым армияһы
Ғәмәлдә булыу йылдары

1918 октябрь уртаһы — 1919

Инә

Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты

Иҫәбе

4300 шашка, 16 пулемёт, 4 еңел орудие[1]

Ҡатнашҡан

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командиры
Билдәле командирҙары

Генерал-лейтенант А. И. Дутов, генераль штабының генерал-майоры И. Г. Акулинин

Ырымбур айырым  армияһы (Айырым Ырымбур армияһы, Ырымбур армияһы, Көньяҡ-Көнбайыш армия) — Граждандар һуғышы осорондағы аҡтар армияһының көнсығыш фронты.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың 17 октябрендә Ырымбур казак Кругы тарафынан А. И. Дутов командованиеһы аҫтындағы  Ырымбур казак ғәскәре  частарынан  һәм  башҡа улар менән берлектә булған ғәскәрҙәрҙән булдырылған.

Ырымбур казак армияһы большевиктарға ҡаршы баш күтәреүсе формированиелар базаһы булараҡ барлыҡҡа килгән  Көньяҡ-Көнбайыш армияһы.  1918 йылдың ноябренә тиклем  Өфө директорияһы тарафынан тәғәйенләнгән генерал - лейтенант В. Г. Болдыревҡа, ә аҙаҡтан - адмирал Колчакка буйһона.  28 декабрҙә армия Айырым Ырымбур армияһы итеп үҙгәртелә, уның составында 1-се һәм 2-се Ырымбур казак корпустары, 4-се Ырымбур армия берләшкән Стәрлетамаҡ һәм Башҡорт (4 пехота полкы) корпустары һәм 1-се Ырымбур казак пластун дивизияһы була. Ҡыҙылдар иҫәпләүенсә, уның һанын 10 мең кеше тәшкил иткән.

Хәрби хәрәкәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылда армия  алмаш-тилмәш уңыш менән Көньяҡ Уралда һәм Дала крайының төньяҡ райондарында (хәҙер Ҡаҙаҡстан) башлыса  ҡыҙылдарҙың 1-се армияһына ҡаршы эш итә, Быҙаулыҡты, Төньяҡ, Илек һәм Орск участкаларын һаҡлай. Әммә 1918 йылдың аҙағында - 1919 йылдың башында етди уңышһыҙлыҡтар башлана. Ғинуарҙа армия Ырымбурҙы һәм Орскиҙы ҡалдыра. Уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәптәре казактарҙың  күпселегенең арығанлығы, һуғышты артабан дауам итергә теләмәүҙәре, советтар яҡлы булғандарҙың артыуы, дезертирлыҡ һәм хатта ҡыҙылдар яғына айырым кешеләр, төркөмдәр һәм тулыһынса подразделениеларҙың күсеүе менән аңлатыла.  Бигерәк тә большевиктарҙың ғәскәрҙәр араһында һәм тылда үткәргән пропагандаһының  һөҙөмтәһе бул.а

1919 йылдың башында армия Ырымбурҙы һәм Орскты ҡалдыра, әммә апрелдә Орскты  кире ҡайтара һәм Аҡтүбәгә табан һөжүмен тиҙләтә. 

1919 йылдың яҙ башында Колчак армияһы үҙенең төп көстәре менән үҙәктә һәм төньяҡта һөжүм башлай, апрелдә һөжүмгә көньяҡта Дутов армияһы ҡушыла. Армия һөжүмде Һаҡмар һәм Илек йылғалары араһындағы участкала йәйелдерә, ҡыҙылдарҙың Ырымбуо төркөмөн ҡыҫырыҡлап сығара һәм Ырымбур тирәһенә барып сыға, әммә ҡалаға үтә алмай. Армиялағы хәлдәр киҫкенләшә һәм 23 майҙа ул үҙгәретелеп корпусҡа әүерелдерелә, Көньяҡ төркөм менән берлектә  Г. А. Беловтың яңы Көньяҡ армияһына әйләнә. Ҡыҙылдар Көньяҡ армияһын тар-мар иткәндән һуң уның ҡалдыҡтары аҡтарҙың 3-сө армияһына индерелә.

Армия июндәге  Ырымбур һөжүмендә ҡатнаша, ә 1919 йылдың июль аҙағынан үҙ аллы эш итә (Ставка улар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт алмай ), августа Башҡортостанды һәм Ырымбур өлкәһен ышыҡлай  һәм Урал армия8s менән бәйләнеште һаҡларға тырышып, Верхнеурал районын тотоп тора. Верхнеуралды юғалтҡандан һуң көньяҡ-көнсығышҡа сигенә һәм сентябрҙә Турғай далаһына Петропавловск районында килеп сыға (был ваҡыт эсендә 1500 кешенән 1200 кеше ҡала) һәм  18 (йәки 21) сентябрҙә Ырымбур казактарынан яңы, аҙ һанлы Ырымбур армияһы булдырыла. Уның командующийы итеп Дутов тәғәйенләнә. 1919 йылдың 10 октябрендә армия Мәскәү армиялар төркөмө составына инә[2].

1919 йылдың октябрь аҙағына Ырымбур армияһында  4300 шашка, 16 пулемет, 4 еңел ҡорал иҫәптә тора[1].

Ауыр бәрелештәр менән, ҙур юғалтыуҙар аша, Ырымбур армияһы Семиречьеға сигенә. Унда күпмелер ваҡыт Б. В. Анненков армияһы менән берлектә һуғыша. 1920 йылдың мартында уның ҡалдыҡтары Ҡытайҙың төньяҡ - көнбайыш районына сығалар, эмиграцияланалар.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым Ырымбур армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәскәрҙәр командующийҙары һәм баш начальниктары: генераль штаб начальниктары генерал-майор Акулинин  Иван Григорьевич (1918 йылдың 19 октябренән), генерал-лейтенант Дутов Александр Ильич (1918 йылдың 11 декабренән).

Ғәскәри армия идаралығының структураһы[3]:

  • Ырымбур хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы:
— Акулинин  Иван Григорьевич,  1918 йылдың июненән Ырымбур хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы  һәм 1918 йылдың 19 октябренән ошо уҡ округтың баш начальнигы;
— Дутов Александр Ильич (1918 йылдың 17 октябре −1919 йылдың 23 майы);
— Белов  Петр Андреевич (1919 йылдың  23 май−21 сентябре):
— Дутов  Александр Ильич (1919 йылдың  21 сентябре −16 октябре ).
  • Ырымбур казак ғәскәренең поход атаманы штабы:
— Карликов  Вячеслав Александрович, 1917 йылдың 21 декабренән  Ырымбур хәрби округы штабы начальнигы;
— подполковник Вагин  Александр Николаевич,1918 йылдың  28 июленән алып ;
— генерал-майор Половник  Василий Николаевич, 1918 йылдың 25 октябренән;
— Енборисов   Гавриил Васильевич, 1918 йылдың йәйенән  Хәрби контроленән начальнигы; оборона штабы коменданты һәм 2-се округтың Дәүләт һаҡлау бүлеге начальнигы.
  • 1-се Ырымбур армияһының  Ырымбур казак корпусы. 1918 йылдың 8 октябрендә  ойошторолған.
Корпус командиры:
1. генерал-лейтенант Жуков Гервасий Петрович
2. генераль штабы  генерал-майор  И. Г.  Акулинин (07.-11.11.19)
Штаб начальнигы есаул Пивоваров
  • 1-се Ырымбур казак дивизияһы. 1918 йылдың 8 октябрендә ойошторола.
Командир Степанов Разумник Петрович.
Шул иҫәптән 7-се, 8-се, 13-се һәм 14-се Ырымбур казак полктары.
  • 2-я  Ырымбур казак дивизияһы. 1918 йылдың  8 октябрендә ойошторола.
Генераль штабының штаб начальнигы подполковник Малиновский  Дмитрий Аполлонович
  • 2-се Ырымбур армияһының Ырымбур казак корпусы
Корпус командирҙары:
1. генерал-майор Шишкин Владимир Николаевич (16.02.-7.03.1919)
2. генераль штабының  генерал-майоры И. Г. Акулинин (7.03.-24.05.19)
Штаб начальнигығәскәри старшина  Тушканов Леонтий Игнатьевич (16.02.-24.05.1919)
  • 3-сө Ырымбур казак дивизияһы. 1918 йылдың 8 октябрендә ойошторола (2-се Ырымбур казак корпусы составында 16.02.1919  алып)
Штаб начальнигы есаул Каргаполов Парфирий Антонович
  • 4-се Ырымбур казак дивизияһы. 1918 йылдың 8 октябрендә ойошторола (2-се Ырымбур казак корпусы составында 16.02.1919 алып)
  • 5-се Ырымбур казак дивизияһы.  13.01.1919 йылда ойошторолған.
командир врид  полковник Крылов  (13.01.-5.03.1919).
Штаб начальнигы полковник Пичугин (13.02.-3.04.1919)
  • 4-се Ырымбур армияһының Ырымбур армия корпусы
    • 20-се уҡсы дивизияһы (ике полк)
  • 5-се  Стәрлетамаҡ йыйылма корпусы
Енборисов   Гавриил Васильевич, 1918 йылдың башынан  Верхнеуральстағы Ырымбур казак ғәскәре 4 отрядының командиры.
  • 19-се уҡсы дивизияһы (5-се Себер полкыныҡы)
  • 20-се уҡсы дивизияһы (ике полк)
  • 1-се Ырымбур казак пластун дивизияһы (1918 йылдың 8 декабрендә тарҡатыла)
Командир Махин  Федор Евдокимович (1918 йылдың 23 октябре − 24 декабре  )
Штаб начальнигы штабс-капитан Касаткин (1918 йылдың 24 октябре− 24 декабре )
  • 1-се линейный казак полктары
  • 1-се Ырымбур атлы казак  полкы
  • 8-се Ырымбур атлы казак полкы
  • 1-се  пластун йәйәүле полкы
  • Дала партизан отряды
  • Пластун йәйәүле дивизион
  • Һаҡмар атлы дивизионы
  • бронепоезд
  • гаубица батарея .
  • 11-се Яйыҡ  армия корпусы 
  • 21-се Яйыҡ уҡсы дивизияһы 
  • 20-се уҡсы дивизияһы (ике полк)
  • 29-се Ырымбур казак полкы
  • Йыйылма Төркөстан корпусы
  • 42-се Троицк дивизия  казак полкы 
  • 24-се Урал  казак полкы
  • 1-се линейный казак полкы 
  • Ырымбур пластун дивизияһы 
  • 1-я  Ырымбур казак бригадаһы
Командиры Замятин Матвей Иванович
  • Айырым Башҡорт атлы бригадаһы
  • Быҙаулыҡ ғәскәрҙәр төркөмө (1918 й.)
Командиры полковник Бакич Андрей Степанович
  • 5-се Ырымбур уҡсылар дивизияһы
Командиры полковник Нейзель  Владимир Константинович (3.08.-11.12.1918; 4.01.-14.06.1919)
Штаб начальнигы полковник Шапошников(10.08.-10.11.1918)

Көньяҡ армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың яҙында Ырымбур армияһынан сығарыла һәм Көнбайыш армияһына буйһондорола Көньяҡ төркөмө.

1919 йылдың 23 майында армия, Көньяҡ төркөмө һәм Ырымбур хәрби округы Көньяҡ армияға әүрелдереләләр. Көньяҡ армия шул иҫәптән  үҙ эсенә ала:

  • 1-се Ырымбур казак корпусы (үҙ эсенә тарҡатылған 2-се корпустың өлөштәрен ала),
  • 4-се Ырымбур айырым корпусы,
  • 5-се  Стәрлетамаҡ (5-се  Себер) корпусы составында:
    • 19-се  уҡсы дивизия;
    • 20-се уҡсылар дивизияһының ике полкы;
  • 11 Яйыҡ армия корпусы составында:
    • 21-се Яйыҡ  уҡсы дивизияһы
    • 29-се Ырымбур казак полкы (йәки 20-се дивизияһының ике полкы),
  • Йыйылма Төркөстан корпусы составында:
    • Ырымбур пластун дивизияһы,
    • 42-се  Троицк полкы
    • 24-се Урал полкы
    • 1-се линейный казак полкы 
    • 1-се Ырымбур казак бригадаһы
  • Айырым Башҡорт атлы бригадаһы

1919 йылдың  июненә армияла 200 штык, 12 000 ҡылыс, 7 000 ҡоралланмаған, 247 пулемет һәм 27 орудие. Июль уртаһында армияны 11-се Себер уҡсылар дивизияһы  тулыландыра. 

Шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дутов Александр Ильич
  • Акулинин  Иван Григорьевич
  • Вагин  Александр Николаевич
  • Енборисов  Васильевич Гавриил
  • Бородин  Кондратиевич Георгий
  • Замятин  Матвей Иванович
  • Каширин Николай Дмитриевич
  • Махин  Федор Евдокимович
  • Седельников,  Тимофей Иванович
  • Степанов  Разумник Петрович 
  • Лукин  Николай Васильевич (хәрби)
  • Кравцов  Александр Яковлевич
  • Красноярец  Дмитрий Матвеевич
  • Половников Василий Николаевич.
  • Шивцов, Иван Ильич

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ганин а. в., в. г. семенов корпусы, ырымбур казак ғәскәре офицеры. 1891-1945: Биографик белешмә. — М.: Рус юлдары; Китапхана-фонд "Сит Рус", 2007. — ISBN 978-5-85887-259-7 ; ISBN 978-5-98854-013-7
  • Балта И. Ф. Урал тарихи энциклопедияһы.Ҡалып:Уточнить2