Эстәлеккә күсергә

Сарапул-Воткинск операцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарапул-Воткинск операцияһы
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

25 май12 июнь 1919

Урыны

Вятка губернаһы

Нәтижә

Большевиктарҙың еңеүе, Пермь операцияһының башы

Үҙгәрештәр

Сарапул өйәҙен РККА частары баҫып ала

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Белое движение Белое движение

Командирҙар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы А. А. Самойло
(РККА-ның Көнсығыш фронты; 29 майға тиклем)
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы С. С. Каменев
(РККА-ның Көнсығыш фронты; 29 майҙан һуң)

Белое движение Р. Гайда
(Себер армияһы)

Ҡаршы тороусы көстәр

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 2се армия
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 3-сө армия

  • 41,2 мең штык,
  • 5,1 мең ҡылыс,
  • 189 орудие,
  • 1006 пулемёт,
  • Волга хәрби флотилияһы

Белое движение Себер армияһы

  • 54,3 мең штык,
  • 3,7 мең ҡылыс,
  • 111 орудие,
  • 572 пулемёт,
  • Кама флотилияһы
 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Сарапул-Воткинск операцияһы (25 май — 12 июнь 1919) — Ижевск — Воткинск сәнәғәт районын алыу маҡсатындағы Колчактың Себер армияһы көстәренә ҡаршы Волга хәрби флотилияһы ярҙамында үткәрелгән РККА-ның  Көнсығыш фронты ғәскәрҙәренең һөжүме. Көнсығыш фронты контрһөжүменең ҡушма өлөшө[1].

1919 йылдың 19 майына Көнсығыш фронтының (2-се һәм 3-сө армияһы) төньяҡ төркөмө ғәскәрҙәренә Вятка йылғаһы тамағы — Килмез йылғаһы — Кама йылғаһының үре рубежында аҡтарҙың Себер армияһының алға китешен туҡтата алалар. 24 июндә 5-се армия ғәскәрҙәре (командующийы М. Н. Тухачевский) Өфө йылғаһын аша сыға һәм Өфө яҫы таулығына аяҡ баҫа. Генерал Гайда үҙенең ғәскәренең бер өлөшөн Себер армияһының көньяҡ флангына күсерергә мәжбүр була. Көнсығыш фронтының һул флангыһына һөжүмгә күсеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла[2].

Көстәрҙең ҡуйылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се армия (командующийы В. И. Шорин, РВС ағзалары В. И. Соловьев, А. К. Сафонов, П. К. Штернберг, Д. П. Малютин) 28-се, 21-се, 7-се һәм 5-се уҡсылар дивизиялары составында фронттың 160-сы километрҙағы участкаһында Вятка йылғаһының тамағынан Килмәз йылғаһына тиклем, Ҡазан йүнәлешен ышыҡлап, оборона тота. 2-се армия ғәскәрҙәре һәм уның уң күршеһе — 5-се армия менән Волга хәрби флотилияһы (командующийы П. И. Смирнов) берлектә һуғыша. 30-сы һәм 29-сы уҡсылар дивизиялары, махсус тәғәйенләнешле Бригада, Махсус бригада һәм Төньяҡ экспедиция отряды 3-сө армия (командующийы А. С. Меженинов, РВС ағзалары Н. И. Муралов, Н. Н. Кузьмин) составында Вятка йүнәлешендә, Килмәз йылғаһы тамағынан Кайгородҡа тиклем 560-сы участка рубежында оборона тоталар. 2-се һәм 3-сө армияларҙа 41,2 мең штык, 5,1 мең ҡылыс, 189 орудие, 1006 пулемёт иҫәпләнә.

Себер армияһы (командующийы генерал Р. Гайда) 4-се Йыйылма — Себер, 3-сө Ялан Себер һәм 1-се Урта-Себер корпустары составында 54,3 мең штык, 3,7 мең ҡылыс, 111 орудие, 572 пулемёт; уға Кама флотилияһы ярҙам итә[3].

Ике яҡтың пландары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш фронтының (командующийы А. А. Самойло, 29 майҙан С. С. . Каменев, РВС ағзалары И. С. Гусев, М. М. Лашевич, К. К. Юренев) командованиеһының ниәте: 2-се армия ғәскәрҙәре менән Воткинск заводына һөжүм итергә, 3-сө армияның уң ҡанаты ғәскәрҙәре менән — Ижевскиға, дошмандың 4-се Йыйылма — Себер һәм 3-сө Дала корпустарын ҡыйратырға; 3-сө армияның һул ҡанаты ғәскәрҙәре Ҡарағайға һөжүмләй, ә үҙәктәге ғәскәрҙәр дошманды көнбайышҡа үткәрмәй; 5-се армия Ағиҙел йылғаһы тамағына сығырға һәм, уның аша Бөрө тирәһендә сығып, Красноуфимскиға, Себер армияһының тылына, һөжүм итергә тейеш була.

Аҡтарҙың Себер армияһы алдына Себерҙең төньяғындағы инглиз-американ ғәскәрҙәре менән ҡушылыу өсөн Глазов, Вятка, Котласҡа һөжүм яһарға бурыс ҡуйыла.

24 майҙа уҡ 28-се уҡсылар дивизияһының бер өлөшө Вятка йылғаһының һул ярына сыға һәм ошонда плацдармды биләй. Волга хәрби флотилияһының көстәре, Алабуғаны утҡа тотоуҙы ойоштороу уңышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, 25 майҙа 2-се армияның ҡалған ғәскәрҙәренең йылға аша уңышлы сығыуын тәьмин итәләр[4]. 28-се уҡсылар дивизияһы (командующийы В. М. Азин) флотилия десанты менән берлектә 26 майҙа Алабуғаны яулап ала һәм 30 майҙа 90-100 километрға алға шыла. Ошо уҡ ваҡытта уның уң яҡтағы күршеләре, 5-се армия дивизиялары, Кама йылғаһына һәм Ағиҙелдең тамағына барып сығалар, ә һул күршеһе — 7-се уҡсылар дивизияһы 30 — 50 километрға алға шыла. 3-се армия ғәскәрҙәренең һөжүме уңышһыҙ була, генерал А. Н. Пепеляевтың аҡ гварейсылар төркөмө ҡаршы ударҙар яһай һәм Глазовтан көньяҡҡараҡ һәм төньяҡҡараҡ 40 — 60 километрға тиклем яҡынлаша һәм ҡаланы баҫып алыу менән янай[5].

28-се уҡсылар дивизияһының ғәскәрҙәре 1 июндә Ағрызды яулайҙар, ә 2 июндә — Сарапулды. Ошо мәлгә 7-се уҡсылар дивизияһы Ағрыҙға сыға, ә 21-се уҡсылар дивизияһы — Вала йылғаһының тамағына. 3 июндә аҡ гвардиясылар Ағрызды баҫып алалар, әммә 4 июндә 7-се уҡсылар дивизияһы уны ҡабаттан ҡайтарып ала. 28-се уҡсылар дивизияһы Волга хәрби флотилияһы менән берлектә дошмандың Сарапулға һөжүмдәрен кире ҡаға. Аҡ гвардиясыларҙың Кама флотилияһы Сарапул тирәһендә ҡыҙыл частарҙы утҡа тота, яуап ут менән «Страшный» корабле батырыла. 7 июндә 2-се армияның ғәскәрҙәре Ижевскиҙы баҫып алалар, Нылга һәм Ува йылғаларының тамаҡтарын дошмандан таҙарталар[6].

3-сө армияның уң ҡанаты ғәскәрҙәре Килмез ҡасабаһын алалар һәм Селты өсөн бәрелештәрен башлайҙар. 2 июндә Вятка йүнәлешендә аҡтар Глазовты алалар. Әммә артабан 3-сө армияның әүҙем ғәмәлдәре һәм һөжүм итеүсе 2-се армия ғәскәрҙәренең Себер армияһы тылына ҡарата хәүеф менән янауы аҡтарҙың командованиеһына үҙҙәренең ғәскәрҙәрен Көнсығышҡа табан йүнәлтергә мәжбүр итә. 6 июндә 3-сө армия дошмандың Глазов төркөмөн тар-мар итеү маҡсатында контрһөжүмгә күсә. 2-се армия частары 11 июндә Воткинск заводын тартып ала, ә 12 июндең ахырына бөтә Воткинск районын баҫып алыуҙы тамамлайҙар. 12 июндә Красноуфимск йүнәлешендә 5-се уҡсылар дивизияһы Каманы аша сыға һәм уның һул ярында плацдармды биләй. 3-се армия ике ҡанаты менән 40- 60 км алға шыла. Сарапул — Воткинск операцияһы 700 км оҙонлоҡтағы фронтта бара, төпкә 300 километрға үтә, уртаса һөжүм темпы тәүлегенә 20 км тәшкил итә.

Көнсығыш фронтының Төньяҡ төркөмө операцияһы барышында Колчак ғәскәрҙәренең Төньяҡтағы интервенттар менән ҡушылыу буйынса пландары бойомға ашмай, Себер армияһының 3-сө һәм 4-се корпустары еңелеүгә дусар була һәм мөһим булған Ижевск — Воткинск хәрби — сәнәғәт районы баҫып алына[1].

  1. 1,0 1,1 Сарапуло-Воткинская операция // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 1983.
  2. Восточного фронта контрнаступление // Н. Шефов. Битвы России. Военно-историческая библиотека. М., 2002.
  3. Валерий Клавинг.
  4. Глава 4. Сражения у Елабуги и Икского устья // Широкорад А. Б. Великая речная война. 1918—1920 годы. — М.: Вече, 2006.
  5. История гражданской войны в СССР, т. 4, М., 1959. С. 105—121
  6. Глава 5. Гибель белой Камской флотилии // Широкорад А. Б. Великая речная война. 1918—1920 годы. — М.: Вече, 2006.
  • Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 1983.
  • История гражданской войны в СССР, т. 4, М., 1959. С. 105—121
  • Скробов В. С. Военное поражение контрреволюции на Урале. — Россия и АТР. №4, 2006. С. 147—168
  • Разгром Колчака // Революция защищается. — Свердловск: Сред.-Урал. кн. изд-во, 1989.
  • Валерий Клавинг. Белые армии Урала и Поволжья // Гражданская война в России: Борьба за Поволжье. — М.: ACT: Транзиткнига; СПб.: Terra Fantastica, 2005.
  • Широкорад А. Б. Великая речная война. 1918—1920 годы. — М.: Вече, 2006.
  • Восточного фронта контрнаступление // Н. Шефов. Битвы России. Военно-историческая библиотека. М., 2002.