Сафин Вадим Фәтхи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Сафин Вадим Фәтхи улы (11 апрель 1933 йыл) — ғалим-психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 11 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған. 1958 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1962 йылдан алып Стәрлетамаҡ, 1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институттарында уҡыта. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше — шәхестең үҙен-үҙе билдәләүе.

Сафин Вадим Фәтхи улы тырышлығы менән Башҡортостанда беренсе булып психология кафедраһы (БДПИ, 1976) асыла. 1995 йылда ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа. В. Ф. Сафин — Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Ғалим тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Психология самоопределения личности. Свердловск, 1986.
  • Введение в психодиагностику личности школьника. Уфа, 1990.
  • Психологические отклонения в развитии детей и методы их психокоррекции. Уфа, 1994.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]