Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина
Тыуған көнө:

14 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Мәзит ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

Шиғриәт

Дебют:

«Мәрйендәр» (1993)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011)

Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 14 октябрендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Мәзит ауылында тыуа. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә ала. 1959 йылда Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатына уҡырға бара. Уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

Институтты тамамлағас, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ районының Ишпар ауылы мәктәбенә йүнәлтмә менән эшкә бара, унда балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

1972 йылдан Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1975 йылдан алып Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһындағы 8-се һанлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1994 йылда уны Күмертауҙа асылған Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башҡорт урта мәктәбенә «Тормош һабаҡтары» предметын уҡытырға саҡыралар.

1997—2007 йылдарҙа Ф. Ғөбәйҙуллина Өфөлә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты, 2012 йылдан алып рәйес урынбаҫары булып эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, башлыса, башҡорт балалар әҙәбиәте өлкәһендә ижад итә. 1993 йылда кескәйҙәр өсөн «Мәрйендәр» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабанғы балалар өсөн ижад ителгән «Гөр-гөр-гөрөлдәк» (1995), «Серле ҡумта»(2001), «Беҙҙең байрамдар», «Башҡортомдан батыр юҡ икән», «Әсәй ҡояш икән…» һәм башҡа китаптарындағы төп тема — тыуған яҡты, тыуған халҡыңды һөйөү.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн башҡорт балалар яҙыусыларының әҫәрҙәренән ике телдә: башҡорт һәм рус телдәрендәге 2 томлыҡ "Балалар әҙәбиәте антологияһы"н төҙөүсе. Педагог-методист булараҡ, Ф. Ғөбәйҙуллина «Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар» (2001), «Мин Башҡортостанда йәшәйем» (2000), «Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!» һәм башҡа методик ҡулланмалар төҙөп баҫтырып сығарҙы.

Ф. Ғөбәйҙуллина башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүсе яҙыусы-тәржемәсе булараҡ та яҡшы билдәле. Уның тәржемәһендә Мөкәрәмә Садиҡова, Раил Байбулатов, Тамара Ғәниева, Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлнур Яҡупова, Нажиә Игеҙйәнова һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина шиғырҙарына Нурия Абдуллина, Артур Туҡтағолов, Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар йырҙар яҙған.

2017 йылда Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы тарафынан яҙыусының «Әсәйем ҡояш икән» (хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2011. – 220 бит), «Дүртенсе мөғжизә» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар. — Өфө, Китап, 2015. — 244 бит.), «Балалар әҙәбиәте антологияһы», I том (Өфө, Китап, 2012. — 356 бит), «Балалар әҙәбиәте антологияһы», II том (Өфө, Китап, 2012. — 356 бит) китаптары Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[1][2].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәрйендәр. Өфө, «Китап», 1993 й.;
  • Гөр-гөр-гөрөлдәк. Өфө, «Китап», 1995 й.;
  • Ҡурайһылыу. Өфө, «Китап», 1998 й.;
  • Серле ҡумта. Өфө, «Китап», 2001 й.;
  • Мин Башҡортостанда йәшәйем. Өфө, «Китап», 2007 й.;
  • Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым! Өфө, «Китап», 2007 й.;
  • Башҡортомдан батыр юҡ икән. Өфө, «Китап», 2007 й.;
  • Әсәйем ҡояш икән… Өфө, «Китап», 2011 й.;
  • Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар. Өфө, «Китап», 2011 й.;
  • Дүртенсе мөғжизә. Өфө, «Китап», 2015 й.

Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бүләкова Ғ. Фиҙаҡәрлек. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[6].
  • Хисамова М. Балалар донъяһына илһамлы сәйәхәт. — «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 3 ноябрь.
  • Кинйәбаева Х. Тынғыһыҙлыҡ уның булмышы. — «Йәншишмә» гәзите, 2015 йыл, 23 октябрь;
  • Сакмар Л. Курчалар идем аны... - "Өмет" гәзите, 2009 ел, 21 февраль;

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011);
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]