Эстәлеккә күсергә

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөкәрәмә Садиҡова битенән йүнәлтелде)
Мөкәрәмә Садиҡова
Исеме:

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы

Тыуған көнө:

25 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (93 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы[1], Йәрмәкәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Таныштар» (1959)

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы (25 май 1931 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, шағир һәм журналист. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы Садиҡова 1931 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы[1] Йәрмәкәй ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ йәтим ҡала. Тәүҙә Бәләбәй, унан һуң Өфөләге балалар йорттарында тәрбиәләнә, белем ала. 1947—1949 йылдарҙа ағас эшкәртеү заводында эшләй. 1949—1953 йылдарҙа театр училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиоһы крмитетында эшләй. Һуңғараҡ ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт иниститутында ьбелем ала. Күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзитендә эшләй. Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

Мөкәрәмә Садиҡованың беренсе шиғырҙары һәм хикәйәләре 1951 йылдан матбуғат биттәрендә баҫыла башлай. Бер-бер артлы ун биш китабы донъя күрә.

1985 йылда режиссёр Лек Вәлиев тарафынан Башҡорт Дәүләт академия театры сәхнәһендә уның «Һауалағы торна» комедияһы ҡуйыла. (Сәхнә әҫәре булараҡ исеме"Бергенәм-Гөлгөнәм" тип аталған). Шулай уҡ Татарстан сәхнәләрендә лә уның әҫәрҙәре буйынса спектакелдәр ҡуйыла. Сибай театрында ҡуйылған спектакеле телевизион фильм итеп тә төшөрөлә.

«Бәхет эҙләгәндә», «Ерән сәс», «Был йөрәккә нимә кәрәк?», «Гөлгөнәм — бергенәм» («Һауалағы торна»), «Аҙашма юлдарыңда»

  • Садыкова М. Ҡотлау хаты : хикәйләр. — Өфө : Башкортостан китап нәшриәте, 1986. — 72 б.
  • Шарова Е.Три юбилея Мукарамы Садыковой: писательница отметила день рождения в Доме-музее М. Гафури // Республика Башкортостан. — Уфа. — 2006. — 13 июня.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.