Эстәлеккә күсергә

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөкәрәмә Садиҡова
Исеме:

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы

Тыуған көнө:

25 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (94 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы[1], Йәрмәкәй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Таныштар» (1959)

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)

Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы (25 май 1931 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, шағир һәм журналист. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011)[2].

Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы Садиҡова 1931 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы[1] Йәрмәкәй ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ йәтим ҡала. Тәүҙә Бәләбәй, унан һуң Өфөләге балалар йорттарында тәрбиәләнә, белем ала. 1947—1949 йылдарҙа ағас эшкәртеү заводында эшләй. 1949—1953 йылдарҙа театр училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиоһы крмитетында эшләй. 1959 йылда ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт иниститутын тамамлай. 1951 йылдан алып БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм Телевидение комитеты хеҙм‑ре.

1958—1967 һәм 1974—1975 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.

1969—1973 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

Мөкәрәмә Садиҡованың беренсе шиғырҙары һәм хикәйәләре 1951 йылдан матбуғат биттәрендә баҫыла башлай. Бер-бер артлы ун биш китабы донъя күрә.

1985 йылда режиссёр Лек Вәлиев тарафынан Башҡорт Дәүләт академия театры сәхнәһендә уның «Һауалағы торна» комедияһы ҡуйыла. Сәхнә әҫәре булараҡ исеме «Бергенәм-Гөлгөнәм» тип аталған. Режиссёр Р.А. Исмәғилев 1991 йылда (Баштелефильм) телеспектаклде тамашасыға тәҡдим итә. Шулай уҡ Татарстан сәхнәләрендә лә уның әҫәрҙәре буйынса спектакелдәр ҡуйыла. Сибай театрында ҡуйылған спектакеле телевизион фильм итеп тә төшөрөлә.

1976—1985 йылдарҙа «» Ағиҙел журналы хеҙмәткәре бурысын атҡара.

«Таныштар» исемле тәүге китабы 1959 йылда донъя күрә. 1975 йылда — «Алтынтауҙағы ант», 1979 йылда — «Сәмреғош ҡанат ҡаға» китаптары баҫыла.

«Үрҙәргә артылғанда» (1981) повесының үҙәгендә — күңел кисерештәре менән яҡшы өмөт менән йәшәгән, бәхеткә ынтылған ҡатын‑ҡыҙ образы. «Бәхет эҙләгәндә», «Ерәнсәс», «Һауалағы торна» пьесалары авторы.

Балалар өсөн «Тәүге табыштар» (1969), «Юлай уҡырға өйрәнә» (1984), «Ҡотлау хаты» (1987) һ.б. хикәйәләр ижад иткән. Әҫәрҙәре урыҫ, белорус, ҡырғыҙ, төрөк телдәренә тәржемә ителгән.

Мөкәрәмә Садиҡова шиғырҙарына композиторҙар Н.Ә. Дауытов, К.Й. Рәхимов, Н.Ғ. Сабитов, Т.М. Шәрипов, Х.Ф. Әхмәтов йырҙар ижад иткән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)[4]
  • Садыкова М. Таныштар. Өфө, 1959 й.
  • Садыкова М. Алтынтауҙағы ант. Өфө, 1975
  • Садыкова М. Сәмреғош ҡанат ҡаға. Өфө, 1979
  • Садыкова М. Үрҙәргә артылғанда. Өфө, 1981
  • Юл төшкәс: хикәйәләр. Өфө, 1985;
  • Садыкова М. Ҡотлау хаты : хикәйләр. — Өфө : Башкортостан китап нәшриәте, 1986. — 72 б.
  • Сиктәр аша: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2006.
  • «Бәхет эҙләгәндә», «Ерән сәс», «Был йөрәккә нимә кәрәк?», «Гөлгөнәм — бергенәм» («Һауалағы торна»), «Аҙашма юлдарыңда»[5][6].
  • Шарова Е.Три юбилея Мукарамы Садыковой: писательница отметила день рождения в Доме-музее М. Гафури // Республика Башкортостан. — Уфа. — 2006. — 13 июня.
башҡа сығанаҡтар