Туҡтағолов Артур Бәҙри улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артур Бәҙри улы Туҡтағолов
Тыуған

02.01.1967

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Кесе Сурай ауылы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы, музыкант

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев ордены

Туҡтағолов Артур Бәҙри улы (2 ғинуар 1967 йыл) — йырсы, музыкант-аккомпаниатор. 1990 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 2000 йылдан «Далан» фольклор-эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артур Бәҙри улы Туҡтағолов 1967 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Кесе Сурай ауылында тыуған. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Ғ. Ғиләжев) тамамлай.

1990 йылдан башлап «Каруанһарай» фольклор төркөмөндә эшләй, ә 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө етәксеһе[1]. Уны тамашасы дәррәү ҡаршы ала, сөнки был төркөм үҙенең шаян, дәртле көйҙәре, рухлы йырҙары менән бик тиҙ арала халыҡ күңелен әсир итә. Артур Туҡтағоловтың һәр йыры оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған. Уның сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһауы һәр кемдә һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ хисе уята.

2022 йылда йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[2].

Репертуарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәхти Ғайсиндың, Заһир Исмәғилевтың, Рәмил Хәкимовтың, Р. М. Яхиндың йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙары «Ир егет» («Джигит»), «Карауанһарай», «Әй һәйлүк» («Айхайлюк»), «Сәриә» («Сария»).

Туҡтағолов Артур Бәҙри улы йөҙҙән артыҡ йырҙың авторы һәм башҡарыусыһы. Шулар араһында Рәми Ғәрипов һүҙҙәренә яҙылған «Ай һай, Салауат» («Ай хай, Салават»), Дилә Булгакова һүҙҙәренә яҙылған «Атай йорто» («Отчий дом»), Сафуан Әлибай һүҙҙәренә яҙылған «Сал Урал» («Седой Урал») йырҙары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Салауат Юлаев ордены (2022)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]