Үтәғол
Ауыл | |
Утягулово башҡ. Үтәғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453394 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үтәғол — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Үтәғол ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үтәғол ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марат Түләбаевтың «Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура» китабында былай тип яҙыла: "Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһе) ауылдарына нигеҙ һала[2].
Үтәғол ауылы тураһында тәүге яҙмалар 1795 йылға тура килә, ул Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән улусына ҡарай. 1816 йылда ауылда йәшәүселәр исемлегендә Үтәғол Ҡансуринға — 73 йәш һәм мулла Рәсүл Үтәғоловҡа 49 йәш булған.
Үтәғол (Ҡыуат) ауылына XVIII быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл атамаһы тәүге төпләнеүсе Үтәғол Мусин исеме менән аталған. Икенсе исеме — Ҡыуат. 1795 йылда ауылдағы 7 хужалыҡта йәшәгән 70 кеше иҫәпкә алынған. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлегендә (2-се өлөшө) Үтәғол Орск өйәҙенең 1-се станы, 1-се Үҫәргән улусы, Буранғол ойошмаһына (общество) керә, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ яры ҡушылдығы Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан була. Үтәғолдан Орск ҡалаһына тиклем — 145 саҡрым, стан фатирына тиклем — 45 саҡрым. 130 хужалыҡта барлығы 265 кеше: 130 ир-ат, 135 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.[3]
1900 йылда Үтәғолда һыу тирмәне теркәлгән.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Үтәғол ауылы Йылайыр кантонының Үтәғол улусына ингән. Түбәндәге мәғлүмәт һаҡланған: «башҡорт ауылы, 1920 йылғы иҫәп алыу буйынса: өйҙәр һаны — 58, кешеләр һаны: ир-ат — 130, ҡатын-ҡыҙ — 143». XX быуаттың 30-сы йылдарында XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған Ҡыуат-Бикбирҙе (Ғ. Ғ. Ҡыуатов, М. А. Ҡыуатов, С. С. Ҡыуатовтарҙың тыуған ауылы), 40-сы йылдар аҙағында — XX быуат башында нигеҙләнгән Туғай-Бикбирҙе ауылдары Үтәғолға ҡушыла.
Бөгөнгө Үтәғол
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үтәғол ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы исемендәге музей, мәсет бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймән Абдуллин (15.08.1928—11.03.2002), башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Дәүләтбәков Артур Хәсән улы (25.01.1971), башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (29.06.1893—6.04.1946), табип-хирург, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919—1928 йылдарҙа БАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.
- Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (2.02.1919—21.08.1991), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984)[4].
- Әйүп Үтәғолов (1793—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы (17.05.1952) — физик, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үтәғол ауылында 1900 йылда — 277 кеше, 1920 йылда 273 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда, аслыҡ йылдарынан һуң, ауылда ни бары 53 кеше генә теркәлгән[2]. Ауылда 1939 йылда — 291, 1959 йылда — 411, 1989 йылда — 583, 2002 йылда — 591 кеше, 2010 йылда — 478 кеше йәшәгән.
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, башҡорттар күпселекте тәшкил иткән (97 %)[10].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар
- Кәмәтау, Бирҙеғол тауы
Йылғалар
- Йәнһүбә йылғаһы, Күссыҡҡан йылғаһы[12]
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәшерәм яулыҡ», «Күршең татыумы»,"Сәпсек ҡуйҙым", «Сөрәкә», «Күләгә» уйындары (Аҡбутина Мөкәрәмә Исмәғил ҡыҙы, Дәүләтбәкова Зилә Фәйзрахман ҡыҙынан яҙып алынған)[13].
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда[14] Үтәғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлеге (2-се өлөшө) 2012 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Современное состояние фольклора в Зианчуринском района
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2002. 214 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Үтәғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Үтәғол ауылы сайты
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |