Эстәлеккә күсергә

Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 2 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Үтәғол, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 21 август 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө журналист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (2 февраль 1919 йыл — 21 август 1991 йыл) — журналист. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан, 2-се разрядлы хәрби тәржемәсе. Ҡыуатовтар нәҫеленән[1].

Сафа Солтанморат улы Ҡыуатов 1919 йылдың 2 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡыуат‑Бикбирҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған.

Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый.

1939 йылдың 19 сентябрендә Ейәнсура район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Хеҙмәт иткән урындары: Балтиҡ буйы хәрби округы 25 армия составындағы 19-сы айырым ракета бригадаһы, һуңынан — 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составындағы 25-се армия 110-сы нығытылған районында 1945 йылдың апреленән авгусына тиклем Япония милитаристарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен 1956 йылда тамамлай.

1938 йылдан «Ударсы» (хәҙер «Ейәнсура таңдары (гәзит)») гәзите хеҙмәткәре.

1947 йылдың 12 июнендә хәрби хеҙмәтен тамамлай.

1947 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 19501953 йылдарҙа сектор мөдире.

1956 йылдан алып Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры.

19711986 йылдарҙа Республика китапхана коллекторы директоры[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]