Ҡыуатовтар
Ҡыуатовтар | |
| |
Нәҫел китабы теркәлгән губерна: |
Ырымбур губернаһы |
---|---|
Башлап ебәреүсе: |
Ҡыуат Кинйәғолов |
Нәҫел йәшәгән осор: |
1736 йылдан |
Подданлығы: |
Ҡыуатовтар — дворян нәҫеле. Бикбау бей шәжәрәһенә барып тоташа.
1818 йылда Буранғол Ҡыуатов ҡатыны һәм тоҡомдары менән Ырымбур губернаһы шәжәрә ағасы китабының 3-сө бүлегенә индерелгән.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуатовтарҙың дворян ырыуы башында Ҡыуат Кинйәғолов тора. Ул Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы була. Сығанаҡтарҙа 1736 йылдан билдәле. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнаша. Ихтилал хәрәкәте баҫтырылғандан һуң, Ҡыуат Кинйәғолов 2 йыл дауамында Кесе һәм Урта жуз ҡаҙаҡтарында йәшәгән. 1754 йылда улус ерҙәрен сәнәғәтсе И. Б. Твердышевҡа һәм И. С. Мясниковҡа һатыуҙа ҡатнаша. Үҫәргән улусындағы Ҡыуат ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Үтәғол) уның исеме бирелә.
Ҡыуат Кинйәғоловтың дүрт улы араһынан иң билдәлеләре:
- Буранғол Ҡыуатов (1750—1833) — кантон түрәһе (начальнигы), майор (1817). 1805 һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-француз һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында, Рус армияһының 1813—1814 йй. сит ил походында Буранғол Ҡыуатов 1-се Башҡорт полкының командующийы була. 1799—1817 йылдарҙа IX Башҡорт кантоны түрәһе (начальнигы) вазифаһын башҡара. 1817 йылда Буранғол Ҡыуатов дворян титулына лайыҡ була. Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеге» миҙалдары менән бүләкләнә. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Буранғол ауылының атамаһы ла Буранғол Ҡыуатов исеменә бәйле[1].
- Нарынбай Ҡыуатов (1745—1830) — мулла. Ғәрәп, рус һәм фарсы телдәрен белгән. 1755 йылда, атаһы 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан өсөн, Аманат итеп алына. «Мальзама» ҡулъяҙма китабының автор-төҙөүсеһе. Нарынбайҙың улы — Мөхәмәтбаҡый (1815—?) — хорунжий.
Буранғол Ҡыуатовтың 8 улы араһынан иң билдәлеләре:
- Ҡаһарман Ҡыуатов (1787—1828) — поручик. 1805 һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-француз, 1812 йылғы Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнаша. 1817—1828 йылдарҙа Ҡаһарман Ҡыуатов IX Башҡорт кантоны түрәһе була. Башҡорт ғаиләләренән 200 баланы, һөнәри белем алдырыу маҡсатында, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡаҙан һәм Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларына уҡырға ебәреү инициаторы ла ул. Халыҡ йыры «Ҡаһарман кантон» Ҡаһарман Ҡыуатовҡа бағышланған.
- Ғөбәйҙулла Ҡыуатов — поход старшинаһы.
- Таһир Ҡыуатов (1787—1849) — обер-офицер (1837). 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнаша. 1832—1842 йылдарҙа Таһир Ҡыуатов IX Башҡорт кантонының кантон начальнигы була. 4-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә (1837).
- Мөхәмәт Ҡыуатов (1791—?) — йорт старшинаһы. Башҡорт кантон түрәһенең ярҙамсыһы.
- Әхмәт Ҡыуатов (1797—1854) — йөҙ башы. Башҡорт ғәскәрендә IX Башҡорт кантоны түрәһе ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
- Ғәлиәхмәт Ҡыуатов (1813—?) — йөҙ башы. Башҡорт кантон түрәһе ярҙамсыһы.
Әхмәт Ҡыуатовтың улы — Әлмөхәмәт Ҡыуатов (1827—?) — есаул-ротмистр, тел белеме буйынса кандидат (1849). 1849 йылда Ҡаҙан университетының фәлсәфә факультетын тамамлай. Ырымбур генерал-губернаторы канцелярияһы тәржемәсеһе вазифаһында хеҙмәт итә. 1850—1863 йылдарҙа Әлмөхәмәт Ҡыуатов VII, X, III, XI һәм IV Башҡорт кантондарының түрәләре ярҙамсыһы һәм түрәһе була. Донъяуи милли мәктәптәр асылыуына булышлыҡ итә. Әлмөхәмәт Ҡыуатов донъяуи милли мәктәптәр өсөн методик әсбаптар сығара. 1867 йылда Ырымбур генерал-губернаторы Н. А. Крыжановский исеменә «Башҡорт халҡының фәҡирлеге сәбәптәре» тигән ҡулхат тапшыра. «Ҡыуатов кантон» тигән халыҡ йыры Әлмөхәмәт Ҡыуатовҡа бағышлана. 1853—1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә ҡула (бронза) миҙал менән бүләкләнә. Әлмөхәмәт Ҡыуатовтың улдары: Шаһиәхмәт (1838—?), Хужәхмәт (1854—?), Дусмөхәмәт (1860—?), Ҡотломөхәмәт (1861—?). Хужәхмәт Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. Семипалатинск өлкәһендә өйәҙ исправнигы була. 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт Хөкүмәтенең милиция бүлеге мөдире.
Ҡаһарман Ҡыуатовтың улы — Мөхәмәтйән Ҡыуатов (1828—?) — хорунжий. Башҡорт ғәскәре канцелярияһында хеҙмәт итә. Ҡаһарман Ҡыуатовтың башҡа улдары — Ғәбделәхәт һәм Мөхәммәт сик хеҙмәтен үтәй.
Таһир Ҡыуатовтың улдары:
- Мөхәмәтйософ Ҡыуатов (1812—?) — йөҙ башы (1839). 1842—1844 йылдарҙа IX Башҡорт кантоны түрәһенең ярҙамсыһы вазифаһында хеҙмәт итә.
- Солтанморат Ҡыуатов (1823—?) — хорунжий.
- Солтанмәхмүт Ҡыуатов (1830—?) — 1853 йылдағы Коканд походында ҡатнаша. Изге Георгий миҙалы менән бүләкләнә.
- Солтансафа Ҡыуатов
- Солтанибраһим Ҡыуатов (1834—?) — хорунжий.
Ҡыуатовтар нәҫеленә ҡараған башҡа шәхестәр:
- Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы Ҡыуатов (1873—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе.
- Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов (1883—1946) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары (1919—1928), йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, хирург.
- Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов (1897—1956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтөн башҡорт йыйындары ҡатнашыусыһы. Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы, Башҡорт хәрби советы ағзаһы. Башҡорт хәрби-революцион комитетының (Башревком) финанстар һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары.
- Сафа Солтанморат улы Ҡыуатов (1919—1991) — журналист. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат алдынғыһы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1959).
- Леонора Сафа ҡыҙы Ҡыуатова (1948 йылда тыуған) — балет артисы. РСФСР-ҙың Халыҡ артисы (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1971) артисы.
- Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова (1957 йылда тыуған) — актёр, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булгаков Р. М. Башкирские родословные. Уфа, 2002.
- Гайсин Г. Башкирские тарханы и дворяне // «Ватандаш». 1999. № 10. С. 154—159.
- Гумеров Ф. Х. Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярах и бобылях. Уфа, 1999.
- Ильясова А. Я. Особенности формирования дворянского сословия из башкир. // Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 38 (176). История. Вып. 37. С. 26—32 2014 йыл 14 март архивланған.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- Сайфуллина Л. Ф. Правящая элита Башкирии конца XVI — первой половины XIX вв.: Основные этапы формирования.// Вестник БИСТ. № 3 (7), 2010. С.132—139. 2014 йыл 14 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З., Ильясова А. Я. Куватовы(недоступная ссылка). // Статья в Башкирской энциклопедии] (рус.)
- Асфандияров А. З., Кускильдин Д. Г., Салихов Г. Г., Шафиков Г. Г. Куватовы. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — 672 с. — С.3 51.
- Әсфәндиәров Ә. З. Ҡыуат та ғына тигән, ай, сәсән ир… // Ағиҙел, 1982, № 5.
- Хөсәйенов F. Б. Ил азаматтары: Кантондар // Ағиҙел, 1995, № 7.
- Шаяхметов Ф. Ф. А. А. Куватов о причинах социально-экономического кризиса башкирского общества в середине XIX века //Актуальные проблемы отечественной истории: прошлое и современность. Межвуз. науч. сб. Баш. ун-т. — Уфа, 1992.