Ҡаһарман кантон (йыр)
«Ҡаһарман кантон» | |
Йыр Ф. Ғ. Мостафин, Т. Х. Үҙәнбаева | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Композитор |
халыҡ |
Авторы |
халыҡ |
«Ҡаһарман кантон» — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй.
Тәүге тапҡыр И. В. Салтыков тарафынан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Х. Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. «Ҡаһарман кантон» йырының варианттарының артабанғы яҙмаларын А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский. Бейеү көйө характерындағы шаян йыр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡаһарман кантон» йыры тарихи шәхескә — 9-сы башҡорт кантоны башлығы Ҡаһарман Ҡыуатовҡа арналған. Ҡаһарман Ҡыуатов Үҫәргән ырыуы старшинаһы Буранғол Ҡыуатовтың ғаиләһендә донъяға килә. 1817 йылда Ҡаһарман атаһы урынына 9-сы башҡорт кантон начальнигы итеп билдәләнә. Тырыш хеҙмәте өсөн «Владимир лентаһындағы алтын миҙал» менән бүләкләнә. 1820 йылда уға полковник званиеһы бирелә. 1832 йылда Ҡаһарман Ҡыуатов кантонлыҡ эшен ҡустыһы Таһирға тапшырып, артабан башҡорттарға белем биреү хыялын тормошҡа ашырыу эшен дауам итә. Ырымбур генерал-губернаторы Перовский Василий Алексеевич менән яҡшы мөнәсәбәттә була, Ҡаһармандың һорауы буйынса 1834 йылда Ҡазанға, Петербургка 50 башҡорт балаһы уҡырға ебәрелә. Ул Каруанһарайҙы төҙөү эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ҡаһарман Ҡыуатов бик ҡыйыу, ғәҙел кеше булған.
1815 йылда кантон Дәүләтшин 14 ҡыпсаҡ ырыуы ауылдары ер биләмәһен бөрйәндәр файҙаһына күсерә, шуның өсөн 16 мең һум ришүәт алған була. Был эште Ырымбурҙың юғары чиндары ике тапҡыр тикшерә, эш батшаға барып етә. Ҡаһарман ҡыпсаҡтарға үҙ ерҙәрен ҡайтарып биреүҙә ярҙамлаша. Был эште йомоп килеүсе чиновниктар Чернов, Богданов, Дәүләтшин эштән бушатыла. Ҡыпсаҡтар шау-шыу ҡуптарып, бирелгән ришүәт, мал-тыуарҙарын кире ҡайтарып ала. Был ваҡиға оло йыйын, байрам менән тамамлана. Ҡаһарман Ҡыуатов ул йыйынға ике улын, Мәхмүт һәм Мөхәмәтйәнде, ебәрә. Уларға ҡыпсаҡтар көмөш менән биҙәлгән эйәрле ат бүләк итә, иңдәренә ебәк елән яба.
Ҡаһарман кантон 60 йәшендә вафат була.
«Ҡаһарман кантон» йырында кантон башлығы Ҡаһарман Ҡыуатовтың, идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң, кәләше Шәһиҙә штатский кешегә кейәүгә сыҡмайым тигәс, хәрби формаһын штатский кейеменә алмаштырырға теләмәй йөрөүенән көләләр.
Көйө аҙ орнаментлы, ҙур булмаған диапазонлы, ике өлөштән тора (йырҙың башы оҙон көй стилендә, ҡушымтаһы етеҙ башҡарыла). Йырҙың Ҡаһарман кантон менән ҡатыны Шәһиҙә араһындағы диалог рәүешендәге варианты ла бар.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡаһарман кантон» йырын Ф. Ғ. Мостафин, Т. Х. Үҙәнбаева башҡара.
Х. Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фортепиано өсөн, М. З. Бәширов тарафынан хор (a capella) өсөн эшкәртелгән.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Ф. Хөсәйенов яҙмаһы
- Буранғол улы Ҡаһарман
- Кантон ине бер заман.
- Ҡылысын тағып йөрөйҙөр,
- Кантонмын, тиеп һаман.
- Ҡаһарман кантон ҡытатский,
- Ник булдың штатский?
- Шәһиҙә һиңә барыр ине,
- Булмаһаң штатский!
- Ҡаһарман кантон ғәйәр ир,
- Штатский оҡшамай.
- Петербурға үҙе барған,
- Штатлыҡҡа ышанмай.
- Шаһиҙәһе барам тигән,
- Булмаһаң штатский.
- Ҡаһарман кантон ҡытатский,
- Булдың шул штатский!
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996; Хөсәйенов Ғ.Б. Әҫәрҙәр. 3 томда. 1-се том. Ил азаматтары. Өфө, 1998