Эстәлеккә күсергә

Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы
Тыуған

21 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Бөрө ҡалаһы

Үлгән

16 апрель 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)

Үлгән урыны

Бөрө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

композитор, педагог

Хеҙмәттәшлек

Бөрө ҡалаһындағы музыка мәктәбе

Наградалар

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967).

Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы (21 апрель 1908 йыл — 16 апрель 1978 йыл) — композитор, педагог. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967).

Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәширов 1908 йылдың 21 апрелендә Бөрө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Әсәһе йорт хужабикәһе була. Ғаиләлә алты бала донъяға килеп, тик Мәсғүт кенә ғүмерле була. Ете йәшенән ул өс класлы рус мәхәллә мәктәбендә уҡый. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, педагогик йүнәлешле мәктәптә белем ала.

1938 йылда ул Өфө музыка училищеһының хор дирижеры һәм теория бүлексәләрен тамамлай (педагогтар С. Т. Герберт, В. Х. Штегман).

Училищены тамамлағас, 1941 йылға тиклем шунда уҡ музыка тарихы һәм теорияһы класы буйынса уҡытыусы булып эшләй. Бөрө ҡалаһында үҙешмәкәр татар театрының спектаклдәрен музыкаль биҙәүҙә ҡатнаша, телһеҙ киноны пианинола иллюстрациялаусы булып эшләй.

Һуғыш ваҡытында сержант Бәширов М. З. Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) сик буйы полкында хәҙмәт итә. Фашистарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, яралана һәм контузия ала. Фронтта саҡта тын минуттарҙа һалдаттар өсөн концерттар ойоштора йә музыка ижад итеү менән шөғөлләнә.

Һуғыштан һуң М. З. Бәширов Өфөгә әйләнеп ҡайта. Өфө музыка училищеһында сольфеджио, музыка теорияһы һәм музыка әҙәбиәте дәрестәре алып бара, көнбайыш музыка тарихы буйынса лекциялар уҡый, башҡорт хоры менән эшләй. Был йылдарҙа ул башҡорт халыҡ йырҙары "Абдрахман"ды, «Һылыу ҡыҙҙар»ҙы хор өсөн эшкәртә. «Таштуғай» йыры темаһына скрипка һәм фортепиано өсөн пьеса яҙа.

Мәсғүт Зәйнетдин улы БАССР-ҙың тәүге музыка белгестәренең береһе була. Ул «Башҡорт халыҡ йыры», «Совет Башҡортостанының музыкаһы», «Камил Рәхимов» тигән очерктар, республика гәзиттәре өсөн күп һанлы мәҡәләләр һәм һүрәтләмәләр яҙа.

М. Бәширов БАССР Композиторҙар берлеген ойоштороусылар араһында була.

1949 йылда Бөрөлә музыка мәктәбен ойоштора һәм 1969 йылға тиклем шунда директор булып эшләй.

Композитор булараҡ, ул инструменталь музыка ижад итә, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын эшкәртә, музыка белгесе булараҡ башҡорт музыкаһы тураһында мәҡәләләр яҙа.

Башҡорт шағирҙары шиғырҙарына романстар һәм хор йырҙары яҙа. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыҙыл байраҡ» шиғырына музыка ижад итә.

Инструменталь пьесалар һәм балалар өсөн йырҙар.

Башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор, тауыш һәм флейта өсөн эшкәртеүҙәр («Абдрахман кантон», «Ҡаһарман кантон», «Райхан», «Таштуғай» һәм башҡалар).

Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн әҫәрҙәр, Бәләкәй сонатина (1959), Сонатина (1960), Этюд (1959), Юмореска (1959), Скерцино (1961) фортепиано пьесалары.

«Камил Рәхимов» китабы (1967)

Башҡорт радиоһында һәм телевидениеһында классик һәм халыҡ музыкаһы тураһында тапшырыуҙар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967).

Бөрө ҡалаһының балалар музыка мәктәбе уға нигеҙ һалған һәм беренсе директоры булған композитор М. З. Бәширов исемен йөрөтә.

Башҡорт музыка сәнғәтенең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә ҙур өлөш индергән Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәшировтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Бөрө ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбе бинаһына мемориль таҡтаташ эленгән.