Абдрахман (йыр)
Абдрахман | |
Жанр | халыҡ йыры[d] |
---|---|
Башҡарыусы/артист | Абдулла Солтанов |
Әҫәрҙең теле | башҡорт теле |
«Абдрахман», «Абдрахман кантон» — киң билдәле башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Абдрахман» йырының тәүге варианттарын С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендә (Күсей ауылы янындағы Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында, Күлтабан янындағы йәйләүҙә, Юлыҡ ауылында) яҙып алған. Йыр варианттары менән С. Г. Рыбаковтың «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫыла[1].
Йырҙың варианттарын шулай уҡ М. М. Вәлиев, С. Ә. Галин, Л. Н. Лебединский һәм башҡа ғалимдар яҙып алған.
«Абдрахман» йыры лирик-эпик йөкмәткеле, унда мәкерлек һәм хыянат темаһы сағыла. Йыр 6-сы башҡорт кантоны начальнигы Абдрахман Биктимеровҡа (1780—1826) арнала. Ул халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, әммә ялған ошаҡ һөҙөмтәһендә енәйәттә нахаҡҡа ғәйепләнә. Йырҙың көйө һәлмәк, зарлы.
Һүҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
- Атаң дуҫы етер башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
- Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
- Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
- Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
- Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
- Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
- Шул дуҫ етте һинең башыңа.
- Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Йырҙы башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Абдрахман» башҡорт халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусылар тип Г. З. Сөләймәнов, Р. Ф. Йәнбәков һанала. Йырҙы эшкәртеүсе композиторҙар — Р. А. Мортазин (скрипка менән оркестр өсөн , М. З. Баширов (хор a cappella өсөн), Н. Г. Сабитов (хор өсөн).
Видеоматериалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Ҡурайсы Азат Айытҡолов башҡарыуында
Көйҙө ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йырҙың көйө Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында, «Гөлнәзирә» балетында ҡулланыла.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1965.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдрахман (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 26 октябрь 2019)
- БАШ БИТ
- БАШҠОРТТОҢ 100 ЙЫРЫ
- «Башҡорт халыҡ йырҙары»