Эстәлеккә күсергә

Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаһарман Ҡыуатов битенән йүнәлтелде)
Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов
Тыуған ваҡыты

1787({{padleft:1787|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Буранғол ауылы
(хәҙерге Ырымбур өлкәһеның Ҡыуандыҡ районы)

Үлгән ваҡыты

1828({{padleft:1828|4|0}})

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18051814

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов (17871828) — башҡорт кантоны башлығы, яугир. 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы 1788 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Буранғол ауылында Буранғол Ҡыуатов ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар нәҫеленән.

1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша.

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның командиры итеп Буранғол Ҡыуатов тәғәйенләнә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[1][2].

1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алыш була.

1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була.

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә.

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

1814 йылдың 19 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша.

1817—1828 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә. 200-ләп башҡорт балаларын Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалалары уҡыу йорттарына урынлаштырыу менән дә шөғөлләнә. Каруанһарайҙы төҙөү эшендә лә әүҙем ҡатнаша.