Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, тарихсы

Рәхимов Рамил Нәсибулла улы (7 ғинуар, 1962 йыл, Стәрлетамаҡ)— Рәсәй, Башҡортостан ғалимы- тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәмил Рәхимов Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Атаһы- Нәсибулла Рәхимов 1941 йылда Ишембай нефть техникумын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын башлай, ләкин уны армияға алалар. Ул Стәрлетамаҡта формированиела торған 170-се уҡсылар дивизияһына алына. Дивизия 23 июндән һуғышҡа китә (дивизияның һуғышсан юлы Псков өлкәһендә башлана, 22.6.1941 — 27.12.1941- һуғышта). Фронтовик атаһының хәтирәләре Рәмилдең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала, киләсәктә уның фәнни юлын да билдәләргә ярҙам итә.

1983—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.

1988 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыта башлай. 1989—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының тарих һәм сығанаҡ белеме кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй[2].

9-сы башҡорт кантоны байрағы (реконструкция). 1805 йылда бирелгән

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетында «XVII быуат -XIX быуаттың 60 йылдарына тиклем Башҡортостан типтәрҙәре (социаль-иҡтисади үҫеш)» тигән темаға тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй һәм Башҡортстандың хәрби тарихына, айырым алғанда, башҡорттарҙың һыҙыҡ— сик буйы хеҙмәтенә, башҡорт ғәскәрҙәренең, типтәр полктарының эшмәкәрлегенә, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуына, 1813—1814 йылдарҙағы походтарға бағышланған. Бынан тыш Рәмил Рәхимов генеалогия, нумизматика мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Уның хеҙмәттәре «Көньяк Урал археографияһы» йыйынтығында (Өфө, 2006) һ.б. баҫтырылған[3] .

Р.Рәхимов яҙған "1813 йылғы башҡорт байрағы"ндағы яҙыуҙар тураһындағы хеҙмәттә башҡорт полкы байрағының һәм туғыҙынсы башҡорт кантонының байрағы тарихы сағылдырыла.


1994 йылдан БР Президенты янындағы Дәүләт символикаһы буйынса комиссия ағзаһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан РФ Хәрби фәндәр академияһы профессоры (Мәскәү) .

2000 йылдан Россия тарихсылар-архивсылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе урынбаҫары.

2002 йылдан «Өфө пехота полкы» хәрби‑тарихи клубы рәйесе.

2013 йылдың ғинуарынан Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтында фәнни эш менән шөғөлләнә.

170-тән артыҡ фәнни эш, шул иҫәптән 6 монография авторы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Американский фронтир и Оренбургская пограничная линия: новый подход к истории юго-востока России // История Отечества на рубеже веков: опыт, проблемы, пути, решения. Ч. 1. Оренбург, 2001;

Документы об участии башкирских полков в шведской и польской войнах в 1790—1792 гг. // Уникальные источники по истории Башкортостана. Уфа, 2001;

Проекты реформ Башкиро-мещерякского войска. Первая половина XIX века // Victoria. Gloria. Fama: Сб. материалов Международной научной конференции, посвященной 300-летию Военно-исторического музея артиллерии, инженерных войск и войск связи. Ч. III. СПб., 2003;

История Уфимского пехотного полка. 1796—1833. Уфа, 2004.

Рахимов Р. Н. О надписи на «Башкирском знамени 1813 года» // Археорафия Южного Урала: Изучение документальных источников по истории развития языков народов Южного Урала: Материалы VI Межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 2006. С. 85-89.

Начало русского продвижения в Туркестан: поход на Ак-Мечеть 1853 г. В.А. Перовского и создание Сырдарьинской лини // Война и оружие. Новые исследования и материалы. Труды Седьмой Международной научно-практической конференции: В пяти частях / науч. ред. С.В. Ефимов. – СПб.: ВИМАИВиВС, 2016. – Ч. IV. – С. 392–404.

Die irreguläre Kavallerie des Zaren Alexander I. in der Leipziger Völkerschlacht und ihre Darstellungen in Beständen des Staatlichen Historischen Museums Moskau // Das Jahr 1813, Ostmitteleuropa und Leipzig: Die Völkerschlacht als (trans)nationaler Erinnerungsort / Visuelle Geschichtskultur B. 15 / Herausgegeben von Marina Dmitrieva und Lars Karl. – Köln Weimar Wien: Böhlau Verlag, 2016. – S. 267–284. (на нем. яз.) В соавторстве с Е.М. Букреевой.

Изображения башкир периода заграничных походов 1813–1814 гг. в собрании мемориального музея А.В. Суворова // Отечественная война 1812 года: Источники. Памятники. Проблемы: Материалы XIX Международной научной конференции, 7–9 сентября 2015 г. / Сост. В.Р. Климов. – Бородино: Государственный Бородинский военно-исторический музей-заповедник, 2016. – С. 113–118. В соавт. Сотчихина О.В.

Туркестанские походы второй половины XIX в.: опыт военной истории России в современных «войнах памяти» // Проблемы национальной стратегии. – 2016. – № 5 (38). – С. 202–217.

Реорганизация Башкиро-мещерякского войска В.А. Перовским как элемент интеграции башкир в структуры империи // Оренбургский губернатор В.А. Перовский и интеграция тюркских народов в Российское государство. Материалы всероссийской научной конференции. Москва, Институт востоковедения РАН, 29 апреля 2015 г. / Ответ. ред. А.В. Судьин. – М.: ИВ РАН, 2016. – С. 32–44.

«Хозяева положения»: Уфимский гарнизон в сентябре 1917 г. // Революция 1917 года и Гражданская война как определяющие факторы российской истории века. Международная научно-практическая конференция. Оренбург, 11–12 мая 2017 г.: сб. статей / науч. ред. Ж.А. Ермакова, В.А. Лабузов, Д.А. Сафонов. – Оренбург: ООО ИПК «Университет», 2017. – С. 225–231.

Акварель «Осман Гумеров, командир 11 башкирского полка…»: эпоха, человек, музейный предмет // Отечественная война 1812 года: Источники. Памятники. Проблемы: Материалы XX Международной научной конференции 5–7 сентября 2016 г. / Сост. И.В. Корнеев. – Бородино: Государственный Бородинский военно-исторический музей-заповедник, 2017. – С. 133–138. В соавт. Е.П. Ковредова.

Башкирия в 1917 году. Сборник документов и материалов: [Электронный ресурс] / [сост. Р.Н. Рахимов и др.]. – Уфа: Китап, 2017. – 1 опт. компакт-диск [СD-ROM]. 2,5 Мб. Системные требования: Компьютер с тактовой частотой процессора 1ГТц и выше; дисковод CD-ROM; Adobe Digital Editions, iBooks, Stanza, Aldiko, Mobipocket, Calibre. – Загл. с титул. экрана.

Имперская политика в Башкирии во второй половине XVIII в. // Россия – Башкортостан: общность исторических судеб (История России через историю регионов). Учебное пособие / отв. ред. Г.Т. Обыденнова. – М.: ООО «Интеграция: Образование и Наука», 2017. – С. 74–87.

Участие А.В. Суворова в подавлении движения Е. Пугачёва // Суворовский биеннале: труды международной научной конференции / отв. ред. В.Г. Гронский; науч. ред. А.К. Тучапский. – СПб.: Изд-во С.-Петерб. ун-та, 2018. – С. 160–169.

Национальные формирования в Российской императорской армии // Русский Сборник: Россия и Война: Международный научный сборник в честь 75-летия Брюса Меннинга / Русский Сборник. – М., 2018. – Т. XXVI. – С. 122–144. һәм башҡалар

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-Историки России. Кто есть кто в изучении зарубежной истории: Биобиблиографический словарь. Изд. 2-е, испр., доп. М., 2008., С.207

-Рахимов, Рамиль (кандидат исторических наук). Башкиры в Северной войне [Текстььь] / Рамиль Рахимов // Родина. - 2008. - N 9. - С. 44-46. - ISSN 0235-7089

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[https://www.osu.ru/sites/niisu/docs/people%20SU.pdf Р.Рахимов ВООРУЖЕНИЕ И ХАРАКТЕР ПРИМЕНЕНИЯ БАШКИРСКОЙ КОННИЦЫ В ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ 1812 ГОДА ]

Р.Рахимов. На службе у «Белого царя» (презентация)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]