Ҡыуатов

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡыуатов — башҡорт фамилияһы.

  • Буранғол Ҡыуатов (1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
  • Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1883—1946) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт эшмәкәре.
  • Ҡыуатов Ҡаһарман Буранғол улы (1787—1828) — башҡорт кантоны башлығы, яугир. 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
  • Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе.
  • Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (1919—1991) — журналист. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат алдынғыһы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1959).
  • Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы (1897—1956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]