Эстәлеккә күсергә

Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов
Тыуған көнө

1897({{padleft:1897|4|0}})

Тыуған урыны

Ейәнсура ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы)

Вафат булған көнө

1956({{padleft:1956|4|0}})

Вафат булған урыны

Баҡы, Әзербайжан ССР-ы

Гражданлығы

СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы

Усман Мөхәмәтғәлим улы Ҡыуатов (18971956) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов, уның ҡатыны һәм балалары: Ғүмәр, Усман һәм Шәкирә. 1914 йыл

Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы 1897 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының) Ейәнсура ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Ҡыуатовтарҙан булған[1].

1917 йылдың июлендә делегат булараҡ Ырымбурҙа уҙған I Бөтә башҡорт ҡоролтйында ҡатнаша. Бында Башҡорт мәркәз шураһы башҡарма комитетының ағзаһы итеп һайлана[2]. Усман Ҡыуатов И. И. Мутин һәм Ә. Ә. Вәлиди менән берлектә, Петроградҡа Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәтенә башҡорт ерҙәрен, Башҡорт ғәскәре капиталын һәм Каруанһарайҙы кире ҡайтарыу мәсьәләләре мөрәжәғәт итә. 1917 йылдың нояберендә Ырымбур губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы итеп һайлана[3].

1918 йылдың ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте составында II Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында ҡатнаша. 1918 йылдың мартында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы составына инә[4]. 1918 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай[3].

1918 йылдың июлендә Башҡорт Хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы итеп һайлана. Орск өйәҙендә Үҫәргән ирекле отрядтарын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың сентябренән Башҡорт хөкүмәтенең эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, ә шул уҡ йылдың октябренән — Башҡорт Хөкүмәтенең Үҫәргән кантонында махсус вәкил вазифаһын биләй[3].

1919 йылдың февралендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының финанс һәм һаулыҡ һаҡлау комиссары итеп тәғәйенләнә[5].

1919 йылдың апреленән Ырымбурҙағы 1-се армия штабында Башревкомдың вәкиле булып эшләй. Шул уҡ йылдың апрель аҙағынан алып майға ҡәҙәр Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе башҡорттарын мобилизациялау менән шөғөлләнә[3].

1919 йылдың 20 июненән Башревкомдың игенселек бүлегендә эшләй, 1920 йылдың башында Башҡортостан республика игенселек буйынса халыҡ комиссары вазифаһын үтәй. Үҙәк властар менән ҡабул ителгән «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декретына ризаһыҙлыҡ белдереп башҡа Башревкомдың ағзалары менән бергә отставкаға китә. Германияға эмиграцияға китә. Һуңыраҡ Совет Рәсәйенә ҡайтып Баҡы медицина институтында уҡыта[3].

Атаһы: Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы (1867—1937) — башҡорт мәғрифәтсеһе.
Ағаһы: Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1883—1946) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт эшмәкәре.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009.
  • Ярмуллин А. Ш. Усман Ҡыуатов (1897—1956): улар автономия яуланы. // Киске Өфө. — 2009. — № 5. — 7 б.