Эстәлеккә күсергә

Буранғол Ҡыуатов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буранғол Ҡыуатов

Башҡорт генералы. 1806 йыл. Нью-Йорк асыҡ китапханаһы коллекцияһынан
Тыуған ваҡыты

1750({{padleft:1750|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Ҡыуат ауылы
(хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Үтәғол ауылы)

Үлгән ваҡыты

1833({{padleft:1833|4|0}})

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18051814

Хәрби звание

майор (1817)

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Буранғол Ҡыуатов (Буранғол Ҡыуат улы Кинйәғолов; 1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнашҡан, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт полкының командиры булып хеҙмәт итә.

Буранғол Ҡыуатов сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Ҡыуат ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Үтәғол ауылы) башҡорттарынан. Ҡыуатовтар нәҫеленән.

9-сы башҡорт кантоны байрағы

1799—1817 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә.

1805 йылдың 24 сентябрендә, урал казактарының сыуалышын баҫтырғаны өсөн, ул етәкселек иткән 9-сы кантонға император Александр I вензеле менән байраҡ бүләк ителә[1][2].

1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнаша, полк командиры була. 1807 йылдың 4 июнендә майор Данкеев һәм поручик Буранғол Ҡыуатов командалығындағы ике башҡорт полкы атаман М. И. Платов корпусы составында Веллау ҡалаһы янындағы алышта ҡатнаша[3]. Атаман Платов үҙенең рапортында Буранғол Ҡыуатов күрһәткән батырлығын һәм ҡыйыулығын билдәләп үтә[1].

1807 йылдың 9 июлендә Рәсәй императоры Александр I француз императоры Наполеонды рус ғәскәрендә хеҙмәт иткән казактар, башҡорттар һәм ҡалмыҡтар менән таныштыра. А. Ш. Ярмуллин буйынса был осрашыуҙа Буранғол Ҡыуатовтың ҡатнашыуы бик ихтимал[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның командиры итеп Буранғол Ҡыуатов тәғәйенләнә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[4][5].

1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә була[6].

1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була[6].

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[7].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

1814 йылдың 19 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[6].

1817 йылда майор званиеһын ала.

1817 йылда дворян титулына лайыҡ була. 1818 йылдың 13 июнендә Буранғол Ҡыуатов ҡатындары һәм улдары менән бергә Ырымбур губернаһы дворян нәҫелдәре китабының 3-сө бүлегенә индерелә.

Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Буранғол ауылы уның исеме менән аталған.

  1. 1,0 1,1 1,2 Ярмуллин А. Ш. Об истории возникновения башкирского военного марша «Наполеон» // Ватандаш. — 2013. — № 8. — ISSN 1683-3554.
  2. Рахимов Р. Н. Знамя девятого Башкирского кантона // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  3. Рахимов Р. Н. Рус-прусс-француз һуғышы (1806—1807) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  5. Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
  6. 6,0 6,1 6,2 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116
  7. Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.
  • Хусаинов Г. Б. Бурангул Куватов — славный сын России: к 200-летию Бородинского сражения // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2009. — № 3. — С. 42—47.