Эстәлеккә күсергә

Яппаров Рауил Вафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яппаров Рауил Вафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хоҙайбирҙин ауылы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, судья

Яппаров Рауил Вафа улы (рус. Яппаров Равиль Вафиевич; 1 сентябрь 1952 йыл — эске эштәр органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Рауил Вафа улы Яппаров 1952 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын тыуған ауылында Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда ябай колхозсы булып башлай.

1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң СПТУ тамамлай, СССР Эске эштәр министрлығының Һарытау махсус урта милиция мәктәбенә уҡырға инә.

Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт эшмәкәрлеген Краснокама районында ГАИ взводы командиры вазифаһында башлай, 1979 йылдан шул уҡ вазифала Нефтекама ҡалаһы эске эштәр бүлегендә эшләй.

Хеҙмәт йылдарында ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый.

1985 йылда Күмертау ҡалаһында Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә. Милиция подполковнигы[2].

1990 йылда Күмертау ҡалаһы буйынса 91-се Урман һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

БАССР Юғары Советының закондар сығарыу, законлылыҡ һәм тәртип һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы була[3][4]

Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2002 йылдан Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативына етәкселек итә[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Өс дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы[6]

Өйләнгән, ҡатыны менән бер ҡыҙ үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Яппаров Равиль Вафиевич
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
  5. Яппаров Равиль Вафиевич
  6. Яппаров Равиль Вафиевич
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.