Эстәлеккә күсергә

Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы
Элекке исеме

Республика кадет интернат-мәктәп,
1-се һанлы Ишембай интернат-мәктәбе

Нигеҙләнгән

1958

Директор

Рогач Виталий Петрович

Тип

кадет корпусы

Адресы

453204, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Мичурин урамы, 13-се йорт

Сайт

http://www.bkkpfo.ru/

Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы  — Ишембай [1] ҡалаһындағы дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеһы, Башҡортостандың иң престижлы белем биреү учреждениеларының береһе[2].

1958 йылда 1-се һанлы мәктәп-интернат булараҡ булдырыла, 1-се, 1997 йылдан — Республика кадет интернат-мәктәбе. Юридик хоҡуҡҡа эйә булараҡ кадеттар корпусы итеп 2013 йылдың июлендә ойошторола[3]. 2014 йылда Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исеме бирелде.

Кадеттар корпусы составына инә: интернат, 2 компьютер класы, китапхана, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, акт һәм спорт залдары, техник хеҙмәте оҫтаханаһы, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һәм медицина блоктары, 2 гимнастика ҡаласығы, хәрбиләштерелгән ҡаршылыҡтар һыҙаты (полоса), спорт майҙансығы.

Кадеттар корпусына конкурс буйынса 5-7-се кластарҙы тамамлаған малайҙар ҡабул ителә, ҡыҙҙар — сикләнгән һанда алына. 8 Рәсәй төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандың 12 ҡалаһынан һәм 28 районынан, барлығы 315 кадет белем ала[4].

Кадеттар корпусы тарихы 1950-се йылдарҙың аҙағына барып тоташа, нәҡ шул ваҡытта Советтар Союзы компартияһының Башҡортостан өлкә комитеты 1958 йылдың 18 авгусындағы «Ишембай ҡалыһында интернат-мәктәбе асыу тураһында» ҡарарына ярашлы яңы белем биреү учреждениеһы — ете йыллыҡ нтернат-мәктәп булдырылды. Беренсе йылдарҙа уҡ учреждениела драма һәм бейеү түңәрәктәре, бысып биҙәк төшөрөү һәм ағасты көйҙөрөп биҙәк төшөрөү, слесарлыҡ һәм ағастан әйберҙәр эшләү түңәрәктәре ойошторолдо.

1960 йылдан алып уҡыуҙар Мичурин, Урал, Тыныслыҡ, Лермонтов урамдары араһындағы кварталда яңы интернат ҡаласығында башланды. Кластары, кабинеттары, оҫтаханалары һәм спортзалдары, ашханаһы, прачечныйы, котельныйы, гаражы һәм складтары булған өс типовой бина төҙөлә. Ике ятаҡхана үҙ-ара үткәүел менән тоташтырыла.

1961 йылда интернат-мәктәбе учреждениелар араһында төбәктә беренселәрҙән булып һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әүерелде. Артабанғы йылдарҙа кинопроекттар, автоматик рәүештә ҡабыҙылған видеомагнитофондар менән йыһазландырылған предмет кабинеттары булдырылды. Интернат-мәктәп туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге булып китте, каникулдар осоронда походтар ойошторолдо.

Советтар Союзы Геройы Валя Котик исемендәге пионер дружинаһы эшләне, илдең пионерҙары менән хеҙмәттәшлек булдырылды. Уҡыу предметтары буйынса стенгазеталар сығарылды, ятаҡханалағы бүлмәләрҙә ай һайын икешәр гәзит сығарылды. Шулай уҡ мәктәп хоры, художестволы уҡыу яратыусылар клубы һәм һынлы сәнғәт түңәрәге барлыҡҡа килде.

1973 йылда учреждение 1 -се һанлы Ишембай урта дөйөм белем биреү интернат-мәктәбенәҙгәртелде. Предметтар буйынса факультативтар, түңәрәктәр һаны күбәйҙе. 1976 йылда мәктәп музейы асылды, 1990 йылдар башына тиклем уҡыусылар тулы күләмдә тыуған яҡты өйрәнеү эшен алып барҙылар һәм тирә-яҡ территорияларға походтарға йөрөнөләр. 1970 йылдар уртаһында «Өмөт» эҙләү клубы ойошторолдо, клуб эшен РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың мәғариф министрлыҡтарының туристик станциялары ыңғай яҡтан билдәләп килде. Эҙәрмәндәр бер нисә тапҡыр грамоталар менән бүләкләнде. Хәтер (1979 йылда) һәм Десантниктар (1980 йылда) аллеялары булдырылды, ә 1986 йылда яугир-азат итеүсегә һәйкәл ҡуйылды.

1997 йылдың 1 сентябрендә уҡыу йорто РФ Президентының (09.04.1997 йылдың 118-рк-се һанлы) һәм Башҡортостан Республикаһының Министрҙар кабинетының (01.09.1997 842-р-се һанлы) «Белем биреү учреждениелары — кадет мәктәптәрен (интернат-мәктәптәр) булдырыу тураһында» ҡарарҙарына ярашлы Республика кадеттар интернат-мәктәбенә әүерелде. Мәктәп коллективының шеф ойошмалары — Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждан оборонаһы эштәре буйынса Министрлығы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө юридик институты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты үҙ-ара йоғонто яһау һөҙөмтәһендә һәм Мәғариф министрлығы ярҙамында мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиәләү программаһы булдырыла. Кадеттар грек-рим көрәше, йөҙөү, ҡул һуғышы менән ныҡлап шөғөлләнә башлай.

Уҡытыусыларҙың дөйөм интеллектуаль һәм һөнәри әҙерлегенә ҙур иғтибар бүленә. Уҡытыусылар менән интернат- мәктәп уҡытыусылары менән төбәктең күп кенә юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары әүҙем шөғөлләнә башланы. Ишембай ҡала олимпиадаларында ҡатнашыусы кадеттар араһында еңеүселәр һаны артты. Мәктәпте тамамлаусылар юғары уҡыу һәм махсус урта белем биреү йорттарына инә башланы, аттестат менән берлектә улар ҡотҡарыусылар һәм (беренсе йылдарҙа) водителдәр танытмаларын алды.

2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 15.07.2013 йылдың 910-Р -се һанлы "Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы «Республика кадет интернат-мәктәбе» исемен дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы "Волга буйы федераль округы Башҡорт кадет корпусы" исеменә алмаштырыу тураһында " бойороғо нигеҙендә учреждение яңы төҫ алды. Ул «КаДетство» проекты сиктәрендә булдырылды[5] һәм федераль округында[6], Пермь крайы, Татарстан республикаһы, Удмуртия республикаһынан ҡала дүртенсе ҡатнашыусы булды[7]. Шул уҡ йылдың 2 сентябрендә РФ Президентының Буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле М. В. Бабич һәм Башҡортостан республикаһы башлығы Р. З.Хәмитов кадет корпусын астылар . Хәрби белем биреү учреждениеһының үҫешендә ярҙам күрһәтеүҙе Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығына һәм көс ҡулланыу структураларына һалынды.

2014 йылда, Еңеү Көнөндә, кадет корпусына Рәсәй Геройы Александр Васильевич Доставалов исеме бирелде[8].

Кадет корпусы базаһында хәрби һәм хеҙмәт даны музейы эшләп килә, уны 1976 йылда В. Л. Игнатьев ойошторҙо[9]. Музей залдарында асыҡ дәрестәр, семинарҙар, ветерандар менән осрашыуҙар һәм башҡа саралар үткәрелә.[9].

Музей дүрт залдан тора — хәрби даны (1976 йыл), тыуған яҡты өйрәнеү (1976 йыл), «Кадет белеме бөгөн» (2010 йыл) һәм «Кадет корпусының тарихы» (1995 йыл).

Интернат-мәктәбе булдырылғандан алып кадет корпусының директорҙары исемлеге:

  1. Максүтов Ләбиб Абдулла улы (1958—1974)
  2. Шәйәхмәтов Кәрим Фатхулла улы (1974—1982)
  3. Ризуанова Хәтижә йәғәфәр ҡыҙы (1982—1985)
  4. Баязитов Байрон Ғүмәр улы (1985—1986)
  5. Хәйбуллин Салауат Зариф улы (1986—2004)
  6. Мөхәммәдиев Ришат Миңнеғәли улы (2004—2007)
  7. Мираҫов Рөстәм Мәғәфур улы (2007—2013)
  8. Лежень Валерий Иванович (2013 — 2017)
  9. Рогач Виталий Петрович (2017- хәҙерге ваҡытта)

Данлыҡлы уҡытыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Президенты премияһына конкурс еңеүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәммәтова Р. М.(2006),
  • Һөйәрғолова А. Б.(2007),
  • Әхмәтова З. А. (2008),
  • Ғәрифуллин Ю. Ю. (2008).

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әмирханова Ф. Т. (2007)

Данлаҡлы уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Чебурашкин Антон — универсаль алыш буйынса Европа Беренселеге көмөш призеры, 2004 йыл.
  • Шайдуллин Илнур — универсаль алыш буйынса Рәсәй Беренселеге бронза призеры[10] , 2005 г.
  • Хөснөтдинов Арыҫлан — урыҫ алышы буйынса Рәсәй Беренселеге бронза призеры, 2007 г.
  • Мәхмудов Ильяс — урыҫ алышы буйынса Рәсәй Беренселеге еңеүсеһе, 2008 г.
  • Лысов Даниил — Бөтә Рәсәй ҒПК «Научный потенциал-XXI» еңеүсеһе; 2008 г.
  • Шакуров Айрат, Козолупенко Алексей, Лапшов Денис — Рәсәй «Познание и творчество» конкурсы-олимпиадаһы лауреаттары, 2008 г.
  • Сәлимгәрәев Рауил — бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты еңеүсеһе, 2009 г.
  1. Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 96—9796—97
  2. Михаил Бабич открыл Башкирский кадетский корпус Приволжского федерального округа. Официальный сайт полномочного представителя Президента РФ в Приволжском федеральном округе. Дата обращения: 24 май 2016.
  3. О нас. Официальный сайт БКК ПФО им. Героя России А. В. Доставалова. Дата обращения: 23 май 2016.
  4. Публичный доклад (pdf). Официальный сайт БКК ПФО им. Героя России А. В. Доставалова. Дата обращения: 23 май 2016. 2016 йыл 17 июнь архивланған.
  5. «КаДетство». Официальный сайт полномочного представителя Президента РФ в Приволжском федеральном округе. Дата обращения: 24 май 2016.
  6. Башкирский кадетский корпус Приволжского ФО открыл полпред Михаил Бабич. Интернет-газета «Вести» («VESTI.RU»). Дата обращения: 24 май 2016.
  7. Данилова Г. В Башкирии открылся кадетский корпус ПФО. Российская газета (2 сентябрь 2013). Дата обращения: 24 май 2016.
  8. В День Победы Башкирскому кадетскому корпусу присвоено имя Героя России Александра Доставалова. Официальный сайт полномочного представителя Президента РФ в Приволжском федеральном округе. Дата обращения: 24 май 2016.
  9. 9,0 9,1 Музей. Официальный сайт БКК ПФО им. Героя России А. В. Доставалова. Дата обращения: 23 май 2016.
  10. bashinform.ru/news/121344-tri-sportsmena-iz-bashkortostana-vystupyat-na-pervenstve-evropy/
  • Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Резяпов, Н. И клятве той останемся верны: 120 новобранцев РКШИ произнесли торжественные клятвы / Н. Резяпов // Восход.- 2012.- 16 окт.- С.2.
  • Ахметов, Н. Стали «альпинистами России»: РКШИ / Н. Ахметов // Восход. — 2010. — 8 апр. — С.1.
  • Астафьева, Л. И кадет может стать пограничником: второй Межрегиональный слет военно-патриотических клубов «Юные друзья пограничников» / Л. Астафьева // Восход.- 2012.- 25 мая.- С.8.
  • Ермолюк, С. В нашем городе будет дендропарк: саженцы редких пород кустарников и деревьев высажены на территории кадетской школы-интерната / С. Ермолюк // Восход.- 2011.- 7 июня.- С.2.
  • Зиннатов, Н. Полвека с добром и в славе: к 50-летию РКШИ / Н. Зиннатов // Восход. — 2010. — 4 марта. — С.3.
  • Кагиров, Р. «Здесь сохранились традиции»: беседа с ветераном войны и труда, отличником народ. просвещения РСФСР А. Ш. Фатхалисламовым: к 50-летию РКШИ / Р. Кагиров // Подметки+. — 2010. — 3 марта. — С.2.
  • Кагиров, Р. «Однажды, полвека спустя…»: к 50-летию РКШИ / Р. Кагиров // Подметки+. — 2010. — 3 марта. — С.2
  • Фасхутдинова, Ф. Десять лет спустя: в 2000 году состоялся первый выпуск кадетов в РКШИ / Ф. Фасхутдинова // Восход. — 2010. — 26 февр. — С.6