Эстәлеккә күсергә

Ванчухина Любовь Ильинична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ванчухина Любовь Ильинична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]

Ванчухина Любовь Ильинична (1 сентябрь 1952 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2013), Рәсәй иҡтисад фәндәре һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге Академияһының мөхбир ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998).

Любовь Ильинична Ванчухина 1952 йылдың 1 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

Өфө нефть институтында уҡый һәм уның иҡтисад факультетын 1974 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда институтта хеҙмәт юлын башлай. 1978 йылдан алып бүлек начальнигы булып, 1980 йылдан алып — баш бухгалтер, бер үк ваҡытта 1998 йылдан алып Өфө дәүләт нефть техник университетының бухгалтер иҫәбе һәм аудит кафедраһы мөдире булып хеҙмәт итә.

Ванчухина Любовь Ильиничнаның фәнни тикшеренеүҙәре юғары мәктәп иҡтисадына, ҡатмарлы иҡтисад системалары менән идара итеүҙә финанс сараларының роленә арналған.

230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Россия на пути к рынку: экономика, государство, безопасность и качество. М., 2001 (авторҙаш);
  • Основы внешнеэкономической деятельности. СПб., 2011 (авторҙаш);
  • Формирование и реализация механизмов инновационного развития на нефтедобывающих предприятиях. Уфа, 2013 (авторҙаш).