Муллаҡай мәҙрәсәһе
Муллаҡай мәҙрәсәһе — XIX—XX быуаттарҙағы мәҙрәсә, Ырымбур губернаһының, Верхнеурал өйәҙенә ҡараған Муллаҡай ауылындағы урта уҡыу йорто.
Мәҙрәсә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙрәсә 1837 йылда хәҙерге Баймаҡ районы, элеккесә Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе Муллаҡай ауылында нигеҙләнгән. Нигеҙләүсеһе булып Сәйетбаттал хәҙрәт(Сәйетбаттал Нурмөхәмәтов) тора.[1].
Мәҙрәсә Ырымбур мосолмандар диниә назаратына ҡараған.
1924 йылда мәҙрәсә ябылған.
Уҡытыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәсеттә уҡытыу-тәрбиә эштәре менән мөҙәрис һәм имам-хатиб етәкселек иткән.
Мәҙрәсәлә ете йәштән алып ун бер йәшкә тиклемге (айырым осраҡта өлкәнерәктәр ҙә) малайҙар уҡыған. Уҡытыу бушлай ойошторолған. 7-10 йыл уҡығандар.
1891 йылдан йәдитселек уҡыу методикаһы индерелгән. Мәҙрәсәне тамамлаған уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә алғандар.
![]() |
«Муллаҡай мәҙрәсәһендәге уҡытыу Бохара һәм Хәрәзем мәҙрәсәләрендәге кеүек ойошторолған булған. | ![]() |
Уҡытыу программаһына ғәрәп теле, логика (мантыйҡ), мосолман догматикаһы, ислам каллиграфияһы, төрки, фикх, хәҙистәр, Ҡөрьән тәсфире, шулай уҡ арифметика, астрономия, уҡытыу методикаһы, халыҡ медицинаһы нигеҙҙәре, педагогика, риторика индерелгән. Унан тыш өҫтәлмә рәүештә, геология нигеҙҙәре һәм тау эштәре, эш башҡарыу, буяуҙар әҙерләү, мәсеттәр төҙөү буйынса уҡытылған.
Йыл һайын 400 шәкерт уҡып сыҡҡан.
Мөғәллимдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөҙәристәр:
- Сәйетбаттал Нурмөхәмәтов (1837—1847 йылдар);
- шәйех Ғабдулла ишан Сәиди әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари (1870 йылдан);
- Әнүәр Ғабдулла улы Сәйетбатталов (1914—1924 йылдар эсендә алмашынып).
Муллаҡай мәҙрәсәһе менән Мифтахетдин Аҡмулланың эшмәкәрлеге лә бәйле.
Ҡыҙҙар төркөмө менән ахун Мәхмүт Дәүләткирәевтың ҡыҙы Рәйхан етәкселек иткән (1876−1917)[2].
Күренекле шәкерттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙрәсәне тамамлаусылар араһында Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы, Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы, Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы, Ғәбит сәсән, Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәли улы, Рәхимов Хәлиулла Мөхәмәтрәхим улы, Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (Мөжәүир хәҙрәт), Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Шәмиғол хәлфә, Юлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улы һәм башҡалар бар.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Үтәғолов Р. Муллаҡай мәҙрәсәһенә — 175 йыл // Ватандаш. — 1997. — № 11. — С. 146—149. — ISSN 1683-3554.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкирии (1917—1994). Уфа, 1994.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ По другим сведениям, медресе было открыто Нур-Мухаммедом хазратом в 1818 году.//Кузнец башкирской интеллигенции. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Кузнец башкирской интеллигенции. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абдрахманов Р. У. Муллакаевское медресе.// Статья в Башкирской энциклопедии.(недоступная ссылка)
- Абдулла Саиди: религиозная и просветительская деятельность (из истории медресе «Саидул» д. Муллакаево Баймакского района) 2014 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- К 175-летию просветителя шейха Габдуллы Саиди ишана/(недоступная ссылка)