Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1861
Вафат булған көнө 1923
Һөнәр төрө яҙыусы

Хәмит Хужиәхмәт улы Әлмөхәмәтов (1861 йыл — 1923 йыл) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәмит Хужиәхмәт улы Әлмөхәмәтов (Хәмит-сәсән) 1861 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 2-се Этҡол  ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) хәлле ғаиләлә тыуған. Хәмит бла сағында үҙаллы рус телен үҙләштерә, ҡурай уйнарға, бейергә һәм йырларға өйрәнә. Йәш сағында музыкаль аккомпанемент аҫтында ҡобайырҙар башҡарғаны өсөн сәсән тип атала.

Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Сауҙала эшләй (сауҙа кибете тота), ям хеҙмәтен алып бара. 39 йәшендә мировой судья булып һайланған, 1913 йылда икенсе тапҡыр мировой судья булып һайлана.

Рус, ҡаҙаҡ, башҡорт телдәрен яҡшы белә

Оҙон көйҙәрҙе ҡурайҙа башҡарыусы, башҡорт фольклоры (ҡобайыр, иртяктәр) белгесе. Ҡобайырҙар ижад итә, үҙе яҙғандарҙы һәм башҡаларҙыҡын башҡара[1].

Ғәбит-сәсәндән һәм Әлмөхәмәтовтан 1910 йылда М. А. Буранғолов «Урал-батыр», «Ҡарас һәм Ҡараһаҡал» эростарының өлөштәрен,  «Урал» йырын яҙып ала. Иҫтәлекле был ваҡиға хөрмәтенә 2006 йылда стела ҡуйылған.

Өс улы: Килдейәрр, Рамаҙан һәм Аллаяр, ейәндәре - була. 1923 йылда вафат булған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]