Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы
Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1882 |
Тыуған урыны | Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 июль 1967 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт булараҡ билдәле; 21 ғинуар 1876 йыл — 28 июль 1967 йыл) — башҡорт дин эшмәкәре, халыҡ табибы, диндар.
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов 1876 йылдың 21 ғинуарында Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән волосының [1] Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылында тыуған.
1886 йылда Мөжәүир хәҙрәттең атаһы йортона Зәйнулла имам Рәсүлев килә, ул бәләкәй Мөжәүирҙе уҡытырға кәңәш бирә. Егет Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем ала.
1939 йылда фашистик Германия менән буласаҡ һуғыш тураһында әйткәс, НКВД тарафынан ҡулға алына. Һорау алғанда, һүҙҙәрен ҡабатлай һәм «халыҡ дошманы» һаналып, иң юғары хөкөмгә ебәрелә. Әммә ауылдаштары судта уны яҡлап сыға. Мөжәүир хәҙрәт 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Алты йыл ултырғандан һуң, 1945 йылда төрмә администрацияһы һорауы буйынса ваҡытынан алда сығарыла. Төрмә хужаларын, уларҙың туғандарын һәм һаҡсыларын дауалаған була. Үҙенең ауылына кире ҡайта ла, унан бүтән бер ҡайҙа ла китмәй. Һуңғы көнөнә тиклем дауалауға һәм кәңәшенә мохтаж булғандарҙы ҡабул иткән.
Ҡыҙыҡлы факт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөжәүир хәҙрәт үҙен фотоға төшөрөргә бер ҡасан да рөхсәт итмәй. Был тыйыуҙы уның улы берҙе генә боҙа, атаһын йәшерен төшөрә. Хәҙрәттең берҙән-бер фотоһүрәте уға бағышланған китап тышлыҡтарына урынлаштырыла.
Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Урғаҙа йылғаһы. Аттар.
-
Мәсет ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.
-
Мәсеттең эске күренеше.
-
Баҫма шишмәгә алып бара.
-
Мөжәүир хәҙрәт шишмәһе.
-
Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өй.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Якшибаева Лира. Мужавир хазрет. Уфа: Китап, 2008. 348 стр. (На башкирском языке). ISBN 978-5-295-04611-7.
- Кульмухаметова Альфия. Сказание о Мужавире-хазрате: по следам великого целителя 2018 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.. Статья в газете Республика Башкортостан. 8 сентября 2007 г.
- Лира Ахмат-Якшибаева. Сказание о целителе Мужавире 2017 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған.. Перевод на рус. яз. Танзили Ишкиной. — Уфа: ИП Поляковский Ю. И., 2011. — 228 стр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мужавир-хазрат предсказал нападение Германии еще в 39-м 2010 йылдың 24 февраль көнөндә архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 21 ғинуарҙа тыуғандар
- 1882 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 28 июлдә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Баймаҡ районында вафат булғандар
- Шәхестәр:Рәсәйҙә ислам
- Башҡорт дин әһелдәре
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- 1876 йылда тыуғандар
- Муллаҡай мәҙрәсәһе шәкерттәре