Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы
Тыуған көнө 20 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]

Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (20 июнь 1949 йыл) — ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәнов 1949 йылда 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуған. Ҡолсора һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Сибай педучилищеһында уҡый, Магнитогорск педагогия институтын тамамлай (1979) [1].

1971—1974 йылдарҙа Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбендә уҡыта. Артабан 1976 йылдан — Сибай ҡалаһындағы мәктәп-интернаты директоры, 1985 йылдан — Сибай ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1986 йылдан алып «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһының бүлек мөдире була.

1990—1999 йылдарҙа һәм 2005 йылдан Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында, бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләй һәм 2009 йылға тиклем Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтында (Өфө ҡалаһы), 2007—2009 йылдарҙа Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында уҡыта[2]

1999—2005 йылдарҙа Өфөнөң 144-се башҡорт гимназияһында — уҡытыусы.

Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогика, йәшәү менән үлем философияһына проблемаларына арналған. 90 дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Многоликий образ смерти. Уфа, 1998;
  • Практическая педагогика. Уфа, 2007 (авторҙаш);
  • Строение мозга и способы работы над текстом. Уфа, 2012 (авторҙаш)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. 2010 йыл, 29 бит
  2. 2,0 2,1 Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. 2010 йыл, 29 бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]