Хәсән
Хәсән (башҡ. Хәсән[1], шулай уҡ башҡ. Шәмсит утары булараҡ билдәле) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан утар. Бөтөрөлгән мәлдә Муйнаҡ ауыл Советы составына ингән була.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылайыр платоһының көнбайыш өлөшөндә, Үрге Муйнаҡтан Түбәнге Муйнаҡҡа барған юл өҫтөндә урынлашҡан булған[2].
Алыҫлығы[3]:
- район үҙәгенә (Иҫәнғол) тиклем: 22 км
- ауыл Советы үҙәгенә (Үрге Муйнаҡ) тиклем: 5 км
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Һарыҡташ) тиклем: 49 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исеме Хәсән антропонимынан алынған[1].
Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законы менән иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөлә.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1969 йылдың 1 ғинуарына 109 кеше йәшәгән; башлыса урыҫтар[3].
2002 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 0 кеше тәшкил иткән[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 163. — 199 с.
- ↑ N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
- ↑ 3,0 3,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.