Хәсән (исем)
Хәсән — башҡорт һәм төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән — «яҡшы», «игелекле», «сибәр» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән Назар (15 ғинуар 1942 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Хәсән Мохтар (10 ноябрь 1901 йыл — 13 октябрь 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
Хәсән Туфан (27 ноябрь (9 декабрь) 1900 йыл — 10 июнь 1981 йыл) — шағир. 1914—1918 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте. Айырым әҫәрҙәрендә Башҡортостандың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә дан йырлана. РСФСР Яҙыусылар союзының 1958 йылда Өфөлә үткән Ойоштороу комитеты пленумында, Башҡортостан яҙыусыларының 4—6-сы съездарында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
Хәсән Хәжиәхмәт улы Усманов (9 ғинуар 1975 йыл) — эстрада йырсыһы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).
Оҙон Хәсән (1423 йыл — 6 ғинуар 1478 йыл) — Аҡ Ҡуйлылар төркүмән ҡәбиләләре конфедерацияһының һәм шул уҡ исемдәге дәүләттең 1453—1478 йылдарҙағы башлығы һәм идарасыһы, оҙаҡ йәшәмәгән империяны төҙөй, составына Иран, Ираҡ, көнсығыш Анатолия, Әрмәнстан һәм Әзербайжан территориялары инә. Оҙон Хәсән 1461 йылда Ҡара Ҡуйлыларға ҡаршы көрәш башлай. 1467 йылда Йыһаншаһ вафат булғандан һуң уның Әзербайжан менән Ираҡтағы территорияларын үҙенә ҡуша. 1469 йылға Иранды тотош буйһондора.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәшәр Хәсән (Хәсәнов Бәшәр Хәсән улы; 1901—1938) — башҡорт яҙыусыһы.
Хәсәнов Рим Мәхмүт улы (9 март 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй композиторы. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017), Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.
Хәсәнов Кәлимулла Ғүмәр улы 6 июль 1878 йыл — 1949 йыл) — уҡытыусы, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы (26 май 1970 йыл) — ғалим-философ, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2000), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2013).
Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (22 май 1955 йыл, Талбазы ауылы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, "Газпромнефть"тең фән буйынса директоры, һәм Каспий төбәге илдәренең күҙәтеү советы рәйестәше.
Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (26 июнь 1916 йыл — 24 сентябрь 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944).
Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы (1922—1965, июль) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙылармеец Миңдехан Нәсибулла улы 63-сө гвардия дивизияһының 188-се гвардия уҡсылар полкында, артабан — 196-сы уҡсылар дивизияһының 863-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән.
Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы (3 сентябрь 1922 йыл — 25 март 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант, ҡыҙылармеец.
Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы (15 февраль 1866 йыл — 20 апрель 1924 йыл) — дин әһеле. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.
Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (15 февраль 1948 йыл) — театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәсән (Баймаҡ районы) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Хәсән (Мәләүез районы) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.
Хәсән (Ейәнсура районы) — (рус. Хасановский, шулай уҡ Шәмсит утары булараҡ билдәле) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан утар. Бөтөрөлгән мәлдә Муйнаҡ ауыл Советы составына ингән була.
Яңы Хәсән — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бәләкәй Хәсән» (хикәйә) - төрөк яҙыусыһы Сәбәхаттин Али хикәйәһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |