Эстәлеккә күсергә

Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Тирмән, Салауат районы
Вафат булған көнө июль 1965
Вафат булған урыны Тирмән, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы (1922-1965, июль) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙылармеец Миңдехан Нәсибулла улы 63-сө гвардия дивизияһының 188-се гвардия уҡсылар полкында, артабан — 196-сы уҡсылар дивизияһының 863-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән[1].

Миңдехан Нәсибулла улы Хәсәнов 1922 йылда БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тирмән ауылында тыуған. Инәһенең исеме — Сафура.

Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған.

1941 йылдың 5 декабрендә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Миңдехан Нәсибулла улы Хәсәнов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 63-сө гвардия дивизияһының 188-се гвардия уҡсылар полкында, артабан — 196-сы уҡсылар дивизияһының 863-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән[2].

Миңдехан Нәсибулла улы Хәсәнов 43 йәшендә вафат булған. Тирмән ауылында ерләнгән.

Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы 196-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Гатчин уҡсылар дивизияһының 863-сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].

Тарихи белешмә: 196-сы дивизия 1942 йылдың июне — сентябре Дон йылғаһының ҙур бөгөлө эргәһендә Калач ҡалаһы янында дошман менән алыша, Плесистовский утары янында оборона тота. 7 сентябрҙә ҡамауға эләгә һәм һәләкәт кисерә: дивизиянан ни бары 500 кеше генә тере ҡала. Дивизия командиры Д. В. Аверин, дивизия байрағын һаҡлап, ҡулына ҡорал тотоп, һәләк була. Байраҡты замполит И. С. Желамский алып сыға.

1943 йылдың ғинуары — июлендә Ленинград ҡалаһын обороналай.

1943 йылдың авгусында Синявинские бейеклеге өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша.

1943 йылдың 28 авгусында сержант Хәсәнов Миңдехан 267-се запас полкынан 78-се запас полкка күсерелә, 14/3655 командаға, мина ротаһының 3-сө взводына эләгә.

Тарихи белешмә: 1943 йылдың декабре — 1944 йылдың мартында Ораниенбаум плацдармында аяуһыҙ һуғышҡанға, Гатчин ҡалаһын азат иткән өсөн, дивизияға «Гатчинский» исеме бирелә.

1944 йылдың 1 февралендә 63-сө гвардия дивизияһының 188-се гвардия уҡсылар полкы ефрейторы Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы 4174-се һанлы еңел яралылар госпиталенән сыға.

Тарихи белешмә: 196-сы дивизия 1944 йылдың марты — апреле Псков ҡалаһын алыу өсөн һуғыша.

1944 йылдың мартында, Ленинград фронты 42-се Армия составында Псков ҡалаһы йүнәлешендәге яуҙа ҡатнашып, Миңдехан Нәсибулла улы Хәсәнов ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә.

« 1944 йылдың 7 мартында 1-се батальондың пулемёт расчёты командиры старшина Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы, Жидилов бор ауылы өсөн барған һуғышта пулемётынан ут асып, 11 дошман һалдатын юҡ итте. 1922 йылғы, башҡорт, ВКП (б) ағзалығына кандидат, Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған. 1944 йылдың 9 марты, 14/н бойороғона ярашлы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә [4]. »

Ҡыҙылармеец Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы, ҡаты яраланыу сәбәпле, госпиталгә оҙатыла. 1944 йылдың 26 апрелендә 1170-се эвакогоспиталдән 81-се эвакогоспиталгә эләгә. 1944 йылдың 1 июнендә ҡыҙылармеец 81-се хирургик госпиталенән 928-се эвакогоспиталгә оҙатыла[5].

196-сы дивизияла 1944 йылдың майы — 17 июне фронт резервында һуғыш күнекмәләре ойошторола.

1944 йылдың 26 июленән 196-сы дивизия Прибалтикаға күсә һәм 1-се Удар армияһының 12-се Гвардия уҡсылар корпусы составына инә.

1944 йылдың сентябрь-октябре Рига йүнәлешендә һәм Рига ҡалаһын азат итеү һуғыштарында ҡатнаша.

1944 йылдың октябре — 1945 йылдың майы Рига ҡултығы районында һәм Тукумс ҡалаһы өсөн көрәшә, фашист Германияһының Курлянд группировкаһын ҡоралһыҙландыра[6].

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[7]

Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[8] һәм БР-ҙың Салауат районы Тирмән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Хәсәнов Миңдехан Нәсибулла улы менән ҡатыны Бүләк Рәхимҡол ҡыҙы 10 балаға ғүмер бирә.

Әмерхан (1946), Люциә (1948), Ғилемхан (1949), Миңдебай (1951),

Сәлимхан (1953), Фәсилә (1954), Мөхәмәткилде (1959),

Мөхәррәм (1961), Фәғилә (1962), Фатима (1964).