Эстәлеккә күсергә

Оҙон Хәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҙон Хәсән
әзерб. اوزون حسن
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Аҡ Ҡуйлылар
Титул Солтан
Тыуған көнө 1423
Тыуған урыны Диярбаҡыр, Төркиә
Вафат булған көнө 6 ғинуар 1478
Вафат булған урыны Тәбриз, Иран
Атаһы Али ибн Кара-Осман[d]
Әсәһе Сара-хатун[d]
Хәләл ефете Деспина Хатун[d]
Балалары Султан Ягуб[d], Хәлимә бейем[d], Абу-л-Фатх Султан Халил-хан[d], Maqsud Mirza[d] һәм Uğurlu Mehmet Bey[d]
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы король[d]
 Оҙон Хәсән Викимилектә

Носратеддин Әбү Наср Оҙон Хәсән хан (әзерб. اوزون حسن, Uzun Həsən/Həsən-bəy Bayandurا[2]; 1423, Диярбаҡыр — 6 ғинуар 1478, Тәбриз) — Аҡ Ҡуйлылар төркүмән ҡәбиләләре конфедерацияһының һәм шул уҡ исемдәге дәүләттең 1453—1478 йылдарҙағы башлығы һәм идарасыһы[3], оҙаҡ йәшәмәгән империяны төҙөй, составына Иран, Ираҡ, көнсығыш Анатолия, Әрмәнстан[4] һәм Әзербайжан территориялары инә.

Оҙон Хәсән 1461 йылда Ҡара Ҡуйлыларға ҡаршы көрәш башлай. 1467 йылда Йыһаншаһ вафат булғандан һуң уның Әзербайжан менән Ираҡтағы территорияларын үҙенә ҡуша. 1469 йылға Иранды тотош буйһондора[5].

Ҡәрҙәше Йыһангиргә ҡаршы алышта Оҙон Хәсән еңел генә еңеү яулай һәм дәүләткә үҙ аллы идара итә башлай. 1467 йылда Йыһаншаһ ҡулы аҫтындағы Ҡара Ҡуйлылар дәүләтен еңгәндән һуң Аҡ Ҡуйлылар дәүләтенә нигеҙ һала.

Оҙон Хәсән «Иран падишаһы» титулын йөрөтә[6].

Әзербайжандың почта маркаһы, 2012

Ғосман солтаны Мәхмәт  II (1451—1481) менән һуғыштар алып бара. Уларҙың беренсе бәрелеше 1461 йылда була. Ошо уҡ йылды Оҙон Хәсәндең әсәһе Сара хатун Ғосман солтаны менән мөнәсәбәтте көйләргә ебәрелә.

Власын нығытыу маҡсатында Оҙон Хәсән күрше илдәр, шулай уҡ Көнбайыш Европа илдәре менән дипломатик мөнәсәбәттәр ҡора. Уға был эшендә әсәһе Сара хатун ҙур ярҙам күрһәтә. Сара хатун бик аҡыллы һәм киң ҡарашлы ҡатын була, ул күрше илдәр менән алып барылған дипломатик һөйләшеүҙәрҙә лә гел ҡатнашыр була.

Бик диндар кеше булараҡ, Оҙон Хәсән Ҡөрьәнде төрки телгә тәржемә итә. Шунлыҡтан замандаштары уны «Ҡөрьән Хәсән» тип тә йөрөтә[7].

Оҙон Хәсән Трабзон идарасыһының ҡыҙы Феодора Деспина Хатунға өйләнә. Байтаҡ йылдар элек был территория Аҡ Ҡуйлылар дәүләтенең ере булған була. Трабзон проблемаһы ғосмандар менән бәрелешеүгә илткән мөһим сәбәптәрҙең береһенә әйләнә. Оҙон Хәсән Венециянан ярҙам алырға тейеш була, уларҙың утлы ҡорал биреүенә өмөт итә. Ләкин венециялылар ғосман хакимы менән йәшерен һөйләшеү алып бара. Бейшәһәр эргәһендә Оҙон Хәсән төрөк ғосмандарынан еңелә. Малатия яуында иһә үҙе ғосман ғәскәрен ҡыйрата. 1473 йылда Отлуҡбели эргәһендә алыш була. Ошонда Оҙон Хәсән еңелә, һәм был Аҡ Ҡуйлылар дәүләтенең көсһөҙләнеүенә сәбәп була[8]. 1474—1477 йылдарҙа Оҙон Хәсән Грузияға яу походтары ойоштора[9]. Халыҡтың ыңғай мөнәсәбәтен яулар өсөн «Ҡанунамә» сығара. Илдәге сәйәсәте аҡыллы булһа ла, үҙәкләштерелгән көслө дәүләт төҙөй алмай, сөнки күсмә феодалдар үҙәк власҡа буйһонмай. Оҙон Хәсән солтан, Шәйех Джунейдҡа һеңлеһен кейәүгә биреп, сәфәүиҙәр менән туғанлаша, ә 1470 йылда уның улын тәхеткә ултырта.

Оҙон Хәсән дәүләттә һалым системаһын бер аҙ тәртипкә һалыуға өлгәшә, ошо маҡсатта «Ҡануннамә» тигән закондар йыйынтығын сығара. "Ҡануннамә"лә һалымдар һәм йыйымдар, уларҙы йыйыу тәртиптәре билдәләнә. Был юридик документ должен был предотвратитьирекле эксплуатацияны сикләргә тейеш була һәм Оҙон Хәсән идаралығы тамам булғандан һуң да оҙаҡ йылдар көсөн һаҡлай[10].

Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙон Хәсән вафат булғандан һуң власть уның улына — Яҡуп падишаһҡа күсә (1478—1490). Ул атаһының сәйәсәтен дауам итә. Яҡуп падишаһ мәрхүм булғандан һуң Аҡ Ҡуйлылар дәүләте икегә бүленә. Алванд-Мирза тарафынан идара ителгән өлөшөнә төньяҡ-көнбайыш Иран, Әрмәнстан һәм Арран инә. Морат падишаһ идара иткән икенсе өлөшөнә Иран һәм Ғәрәп Ирағы менән Фарсы ҡарай. Тиҙҙән Аҡ Ҡуйлылар дәүләте территорияһында Сфәүиҙәр дәүләте барлыҡҡа килә.

  1. Lundy D. R. Uzun Hasan Ali Abu 'I-Nasr // The Peerage (ингл.)
  2. «On the hand, arabic presented a similar fragmented and complex articulated landscape: classical arabic was the equivalent of latin in the west, or to some extent of classical greec in the levant, and the Islamic world spoke and wrote either some modified and local version of Arabic, or some Anatolian language which used the Arabic alphabet (like azeri, that is the Turkish spoken by the Aq-Qoyunlu, or Ottoman turkish itself), not to mention the mellenary presence of Persian which was on its way to becoming a lingua franca in Central Asia.» Как на Западе использовали Латынь, а в Леванте греческий, так и в мусульманском мире, использовали локальные наречия арабского языка, или один из языков Анатолии, но с использованием арабского алфавита (к примеру азербайджанский или турецкий который использовали у себя Ак-коюнлу и в Османской империи). Federico M. Federici, Dario Tessicini «Translators, Interpreters, and Cultural Negotiators» стр.32
  3. V. Minorsky. Bulletin of the School of Oriental and African Studies, Vol. 17, No. 3 (1955), pp. 449—462:"There still remain many interesting and important problems connected with the emergence in the 14th century of the Turkman federations of the Qara-qoyunlu (780—874/1378-1469) and Aq-qoyunlu (780—908/1378-1502). The roots of the Persian risorgimento under the Safavids (1502—1722) go deep into this preparatory period. "
  4. The New Cambridge Medieval History, Vol. 7. Cambridge University Press, 2008. Стр. 826:
  5. Uzun ḤasanБританника энциклопедияһында
  6. H.R. Roemer, «The Safavid Period», in Cambridge History of Iran, Vol. VI, Cambridge University Press 1986, p. 339: «Further evidence of a desire to follow in the line of Turkmen rulers is Ismail’s assumption of the title 'Padishah-i-Iran', previously held by Uzun Hasan
  7. Махмуд Исмаил. История Азербайджана (Краткий обзор с древнейших времен до 1920 г.). — Б.: Азернешр,1995.108 с.
  8. Журнал «Зарубежье». Краткая турецкая история до 1923 года. 2017 йыл 10 ноябрь архивланған.«Поражение Узун Хасана в битве с Султаном Фатихом Мехмедом Завоевателем в местечке Отлукбели /1473 г./ привело к распаду государства Аккоюнлу.»
  9. М. Вачнадзе, В. Гурули, М. Бахтадзе. «История Грузии (с древнейших времен до наших дней)». «Когда в 1477 году в Картли вторгся Узун-Гасан, он разорил и некоторые области Кахети (Сагурамо, Марткопи), царь Александр I явился к нему с подарками и изъявил свою покорность.»
  10. Encyclopaedia Iranica. R. Quiring-Zoche. AQ QOYUNLŪ. 2010 йыл 8 декабрь архивланған.