Диярбаҡыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Диярбакыр
төр. Diyarbakır
Ил

Төркиә

Провинция

Диярбаҡыр

Координаталар

37°54′39″ с. ш. 40°14′12″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Амида, Тигранакерт (Сильван)

Майҙаны

685 км²

Халҡы

920 366[1] кеше (2013)

Милли состав

курдтар

Конфессиональ составы

мосолман-сөнниҙәр, мосолман-шиғыйҙар, алавиттар, езидтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+90 412

Почта индексы

21000

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

web.archive.org/web/20060512040802/http://www.diyarbakir-bld.gov.tr/

Диярбакыр (Төркиә)
Диярбакыр
Диярбакыр

Диярбаҡыр (тур. Diyarbakır, курдтар. Amed, әрм. Տիգրանակերտ) —Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында Тигр йылғаһы буйында урынлашҡан ҡалаһы һәм районы. Диярбаҡыр иленең (провинция) административ үҙәге. Төньяҡ Курдистандың һәм дөйөм алғанда барлыҡ Курдистандың рәсми булмаған баш ҡалаһы. Боронғо Амида урынында Тигран II үҙ резиденцияһы сифатында төҙөгән Бөйөк Әрмәнстандың тарихи баш ҡалаһы[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. яҡынса 1100 йылда Тиглатпалассар I батшалыҡ итә башлаған заманда, Мушка (Изге Яҙма (Тәүрат) буйынса, Мешех) күтәргән фетнәлә ҡатнашҡан Кадмуху ғәйепле һаналған. Ул Британия музейында бөгөнгө көндә һаҡланған балсыҡ призмалағы һүрәттә еңеүе менән маҡтанған Ассирия батшаһының аяуһыҙ баҫтырыуы менән тамамланған:

«Мин етәкселек итә башлағас, Мушка еренән егерме мең кеше, һәм уларҙың биш батшаһы… минең әфәндем Ашшур ярҙамында һәм үҙ көсөнә ышанып, Кутмуха ерен баҫып алған, мин үҙемдең хәрби арбаларымды һәм ғәскәремде йыйҙым. Мин егерме мең яугир һәм биш батшаһы менән Кутмухала уларҙы ҡыйраттым. Мин уларҙы Сторм алла кеүек ҡырып һалдым. Уларҙың ҡанын үҙәндәрҙә һәм тау түбәләрендә түктем. Мин уларҙың ҡырҡылған баштарын иген өйөмө кеүек ҡалалры диуарҙары янында ҡалдырҙым. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәнимәт —байлығын һәм милеген сығарҙым. Мин алты мең кешене— ғәскәренән ҡалғанын әсир иттем, улар минең алдымдан йүгереп, ҡоралымлды үпте, һәм уларҙы еремдә йәшәргә тейешлеләр тип һананым».

«Шул уҡ ваҡытта мин, Кутмуха, Ашшурға, минең илаһыма, яһаҡ һәм йыйымдар түләмәгән Кутмуха ерен сиктән сигенә тиклем яуланым. Табыш — байлыҡ һәм әйберҙәрен алып ҡайттым. Уларҙың ҡалаларын яндырҙым, бөлгөнлөккә төшөрҙөм, юҡ иттем. Кутмуха халҡының тере ҡалғаны Тигр йылғаһының алыҫ ярҙарында, ШЕРЕШЕ (хәҙерге Диярбакир районында торған ҡала) ерендә йәшеренде, һәм был ҡаланы ҡәлғәгә әйләндерҙе. Текә тауҙарҙа бронза кәйләләр ярҙамында хәрби арбаларыбыҙға һәм яугирҙәребеҙгә һуҡмаҡтар ярҙыҡ. Мин Тигрҙы аша кистем һәм Шерешены, уларҙың цитаделен, баҫып алдым. Яугирҙәренең көлөн тауҙарға тараттым һәм уларҙың ҡанын тау түбәләренә бөрктөм, Тигр йылғаһы ҡыҙарҙы».

Был боронғо ҡаланың тарихи атамаһы — Амида. Б. э. т. 77 йылда боронғо әрмән батшаһы Тигран был урында яңы баш ҡала — Тигранакерт ҡалаһын төҙөргә ҡарар иткән. Ул Яңы Әрмәнстандың яңы зиннәтле символы булыр тип күҙаллаған. Тигран ниәте буйынса, ҡала әрмән мәҙәниәте һәм цивилизацияһы үҙәге булырға тейеш була. Шулай уҡ ҡала Тиграндың бөйөклөгө һәм данлы еңеүҙәре символы булырға тейеш булған. Әммә б. э. т. 69 йылдың 6 октябрендәге ҡамау һәм Тигранакерт алышы һөҙөмтәһендә ҡала Лукулл етәкләгән рим ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған[3].

IV выуатта император Констанций II ҡушыуы буйынса, уның тирәләй базальт таштарҙы юнып эшләнгән ҡала диуары төҙөлгән. 359 йылда Тигранакерт ҡалаһын Иран шаһы Шапур яулаған. Һуңынан ҡаланы Юстиниан I кире ҡайтарған һәм өҫтәмә фортификация эштәре үткәргән. Тигранакерт һуңынан йәнә ирандар ҡулына күскән. 640 йылда ғәрәптәр яулап алғандан һуң, Тигранакерт ҡалаһы Диярбакир исемен ала. Диярбакир Бөйөк ебәк юлы пункттарының береһе була. 958 йылда византийҙар ҡаланы контролдә тотоуҙы кире ҡайтарған. 1001 йылда Диярбакир Мәрүәнидтәр курд династияһы резиденцияһы булып ҡала. 1085 йылда ҡала төркмәндәр ҡулына күсә. 1534 йылда солтан Сөләймән I Ҡануни яулағандан һуң, Диярбакир Ғосман империяһы составына инә. Византия ҡәлғәһе Ичҡала исемен ала. XVII быуат ғосман сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби Диярбакирҙы «Төркмәнстан һәм Курдистан» тип атаған[4].

1847 йылдың 14 декабрендә, курд юлбашсыһы Бедрхан бей ихтилалы баҫтырылғандан һуң, Диярбакир «Курдистан провинцияһы» үҙәге булған[5]. Әммә провинция территорияһында башлыса әрмәндәр йәшәгән. Диярбакирҙа 7 әрмән мәктәбе булған. 1864 йылда Курдистан провинцияһы Диярбакир виләйәте тип үҙгәртелгән. XIX—XX быуаттарҙа ғосман властары Диярбакир төрмәләренә йыш ҡына болгар һәм македон милли-азатлыҡ хәрәкәте (шул иҫәптән 300 ашыу ВМОРО[6] ағзаһы) эшмәкәрҙәрен япҡан. .

1895 йылдың 1-3 ноябрендә, Әбделхәмит II солтан дәүерендә ҡалала төрөктәр әрмәндәр һәм ассирийҙар һуйышын ойошторған[7]. Үлтереүҙәрҙә һәм талауҙарҙа полиция һәм аскерҙар әүҙем ҡатнашҡан. 3000 кеше һәләк булған, 1500 кеше яраланған. Ҡала янындағы 2 әрмән ауылы нигеҙенә тиклем емертелгән. Әрмәндәрҙең бер өлөшө, һаҡланыу сараларын ойоштороп, фанатик мосолмандар төркөмөн ырғыта алған. Бер нисә мең кеше француз консуллығында[8], католик сиркәүҙәрҙә йәшеренгән. Ассирийлылар үҙ ҡорамдарын тейелгеһеҙ яҡлауға өлгәшкән, һәм уларҙа ассирийҙар ҙа, әрмәндәр ҙә ҡасып ҡалған.

1908—1909 йылдарҙа власҡа килгән «Берләшеү һәм прогресс» партияһының Диярбакир бүлексәһен урындағы төркмән Зия Гөкальп — эске эштәр министры Талаат-пашаның буласаҡ урынбаҫары етәкләй.

1915 йылда ҡалала һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа 296 000 кеше, шуларҙан әрмәндәр — 105 000 (35,5 %[9]), курдтар (езидтарҙы индереп)— 59 000 (20 %), төрөктәр — 45 000 (15,2 %), башҡа халыҡтар (ассирий, ғәрәптәр, черкестар һ. б.) − 87 000 (29,3 %) йәшәгән. Ҡала халҡының 50%-тан ашыуын христиандар тәшкил иткән. Ғосман империяһы (иң беренсе — Талаат һәм Гөкальп) властары ойошторған геноцид һөҙөмтәһендә бөтә христиан халҡы юҡ ителгән йәки көсләп күсерелгән (депортация)[9]. 1915 йылдың июнендә әрмән общинаһының иң абруйлы ойошма вәкилдәрен юҡ итеп, төрөк властары шул уҡ йылдың октябрендә Рас-ул-Айнға урындағы әрмәндәрҙең күпселеген ҡыуып алып киткән һәм шунда ҡырған.

1923 йылда Диярбәкирҙә кәмалсылар контроль урынлаштыра. 1937 йылда сираттағы низағтан һуң ҡалаға Ататөрк килә һәм курдтар араһында популяр булған Диярбәкир исемен әйтелеше буйынса оҡшаш Диярбаҡыр (төрөк һүҙе «bakır» — «баҡыр») атамаһына алмаштырырға бойорған.

1966 йылда Диярбаҡырҙа Анкара университеты филиалына нигеҙ һалынған, 1973 йылдан ул бойондороҡһоҙ Тигрис университеты.

Диярбаҡыр 1981—2002 йылдарҙа, Диярбаҡыр, төрөк армияһы һәм Курд эшсе партияһы (КРП) отрядтары араһында хәрби хәрәкәттәр барғанлыҡтан, ябыҡ ҡала булып ҡала.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылғы фажиғәле ваҡиғаларға тиклем ҡаланың күпселек халҡын әрмәндәр тәшкил иткән. 1878 йылда Берлин конгресында баҫылған Константинополь патриархаты йәниҫәбе буйынса, Диярбакирҙа һәм уға яҡын ауылдарҙа 362 300 кеше йәшәгән, шуларҙан[10]:

XX быуаттың беренсе яртыһында, әрмәндәр геноциды осоронда — әрмән халҡын депортациялау һәм юҡ итеү барышында әрмән халҡы тулыһынса тиерлек юҡ ителгән.

Хәҙерге ҡалала 203 66 кеше йәшәй, тбашлысакурдтар (2013). БКурдтарҙан бшҡа ҡалаллрй төрөктәр, ғәрәптәр, әрмәндәр, ассирий.ҙар

йәшәй.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диярбаҡырҙа эҫе Урта диңгеҙ климаты: йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш һалҡын, дымлы. Иң һыуыҡ ай — ғинуарҙа — — 1,7 °C, иң эҫеһе — июлдә — 31,1 °C. Бер йылда уртаса 406 миллиметр яуым-төшөм булып, шуларҙың тик 2 %үы ғына йәйен яуа. Һауа ҡоро булғанға күрә, йәйге юғары температура дымлы һауалы төбәктәргә ҡарағанда еңелерәк кисерелә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 16,9 21,3 28,3 35,3 38,1 42,0 45,0 45,9 42,0 35,7 27,2 22,5 45,9
Уртаса максимум, °C 6,7 9,1 14,5 20,4 26,5 33,6 38,5 38,2 33,3 25,3 16,1 9,1 22,6
Уртаса температура, °C 1,7 3,6 8,4 13,8 19,2 26,2 31,1 30,4 24,9 17,2 9,3 3,9 15,8
Уртаса минимум, °C −2,3 −1,1 2,7 7,2 11,3 16,9 21,8 21,1 16,2 10,2 4,0 −0,2 8,9
Абсолют минимум, °C −22,1 −21 −14 −6,1 0,8 6,0 11,0 13,8 5,2 −1,2 −12,9 −23,4 −23,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 69,0 67,7 69,1 68,4 44,4 8,8 0,5 0,4 4,2 33,0 52,8 71,8 490,1

Архитектура ҡомартҡылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙғарылған археологик ҡаҙыныу эштәре был зонала б. э. т. VII быуатта меңәр йылдар дауамында йәшәп килгән цивилизация булыуы фактын раҫлай. Замандаштарға бары Констанций II ҡушыуы буйынса IV быуатта базальт тёсанных таштарҙан төҙөлгән ҡала диуарҙары ғына килеп еткән. Юғарынан, күктән ҡарағанда, улар балыҡҡа оҡшаш. Был беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән берҙән-бер әһәмиәтле урта быуат бинаһы. Урамдарҙың мөйөштәре түңәрәкләнгән дүртмөйөш формаһында ҡоролған. Төньяҡ-көньяҡ йүнәлештә уларҙың оҙонлоғо 1300 метрға етһә, көнсығыш-көнбайыш йүнәлешендә — 1700 метр. Ҡәлғә диуарҙарының киңлеге 3 метрҙан 5 метрға тиклем, бейеклеге 10 метрҙан 12 метрға тиклем. Дүрт ҡапҡаһы бар: төньяҡта — Тарнут, көнсығышта — Ну, көньяҡта — Мардин, көнбайышта — Урфа. Ҡәлғә диаурҙары буйлап бөтә оҙонлоғо дауамында 80-гә яҡын башня урынлашҡан.

Диярбаҡырҙың иң билдәле тарихи һәйкәле булып Улу Йәми (Бөйөк Мәсет) тора: VII быуатта ул бында өҫтөнлөк иткән ғәрәптәр тарафынан иҫке сиркәүҙе үҙгәртеп ҡорола. Сөнниҙәр исламы 4 мәҙһәб — хәнәфи, ханбали, мәлики һәм шәфиғи мәҙһәбтәренән тороуынан сығып, намаҙ уҡыу өсөн уларҙың һәр береһенә махсус бина бүлеү ҡаралған, был иһә һәр төрлө архитектура стилдәрен берләштереүсе ҡоролма барлыҡҡа килтергән. Был ҡомартҡынан тыш, бында XII быуатта Зинйәрле Мәҙрәсә барлыҡҡа килә; XV быуатта төҙөлгән Пәйғәмбәр Йәми мәсете (Пәйғәмбәр мәсете), шулай уҡ Паша хан һәм Баһрам паша мәсеттәре бар.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диярбаҡыр ҡәлғәһе ныҡлығы (б. э. IV б.; илдә иң ҙуры; ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә; Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән),

Археология музейы (1934; 1985 йылдан алып хәҙерге бинала),

Әхмәт Ариф исемендәге Әҙәби музей (2011; уның составында — китапхана).

Ҡалала төрөк яҙыусыһы һәм шағиры Зыя Гөкальп (1956), төрөк шағиры һәм яҙыусыһы Жәһит Сытҡы Таранжы (1973) йорт-музейҙары урынлашҡан.

2002 йылда Сәнғәт үҙәге асылды, ойошма структураһына «Anadolu Kültür» инә. Йәштәр мәҙәни үҙәге һәм Меһмет Сен исемендәге фотостудия эшләй

Дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ундағы халыҡтың күбеһе сөнни тәғлимәтендәге ислам динен тота. Шулай уҡ мосолман-алавиттар (курд-зазалар), курд-езидтар һәм христиандар йәшәй.

Сурб Киракос[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмәндәр геноцидына тиклем Тигранакерт тигеҙлегендә 11 ғәмәлдәге әрмән сиркәүе иҫәпләнгән, уларҙың һуңғыһы 1915 йылда ябыла.

XXI быуатҡа ҡалала бер генә әрмән ғибәҙәтханаһы, Сурб Киракос сиркәүе генә, тороп ҡалған. 2012 йылдың 30 ноябрендә уны тантаналы ҡабаттан изгеләштереүҙә Киликияның Бөйөк Йорто Католикосы Арам I ҡатнаша. Католикос диндарҙарҙы конфессия-ара тыныслыҡҡа һәм түҙемлеккә саҡырҙы[11].

Өс йыл буйы ғибәҙәттәр уҙғарылғандан һуң, хәрби хәрәкәттәр арҡаһында сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар туҡтап ҡала һәм, уны реставрациялағандан һуң, 2022 йылдың 7 майында ғына, йәнә асыла. Тантанала Константинополдең әрмән патриархы Саак II (Машалян) ҡатнаша[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Turkey: Major cities and provinces. citypopulation.de. Дата обращения: 8 февраль 2015. Архивировано 24 февраль 2015 года.
  2. Ruben Hakobyan (Tarumian) Локализация Тигранакерта и Тигранакертское сражение 6 октября 69 г. до н. э. (часть 1). Архивировано из первоисточника 19 март 2022.
  3. Ruben Hakobyan (Tarumian) Локализация Тигранакерта и Тигранакертское сражение 6 октября 69 г. до н. э. (часть 2). Архивировано из первоисточника 19 март 2022.
  4. M. Van Bruinessen, H. Boeschoten, «Evliya Çelebi in Diyarbekir», p. 158
  5. Emir Bedirhan Lütfi Ahmad Ramiz bgst 2007 p.113 (translation of Takvim-i Vekayi)
  6. Старо-болгарская транскрипция имени города — «Диаръ-Бекиръ»; старо-русская транскрипция — «Діарбекиръ».
  7. Gunter, Michael. The Kurdish Predicament in Iraq: A Political Analysis. — С. 8.
  8. Благодаря великодушию и смелости консула Г. Мейрье.
  9. 9,0 9,1 Dumper, Michael. Cities of The Middle East and North Africa: A Historical Encyclopedia. — С. 130.
  10. The Pre-1895 Censuses in Ottoman Empire | Aniarc. Дата обращения: 20 ноябрь 2019. Архивировано 19 ноябрь 2019 года.
  11. В Диярбакыре восстановлена армянская церковь 2015 йыл 14 июнь архивланған..
  12. Самая большая армянская церковь Ближнего Востока вновь открылась в турецком Диярбакыре(Тикшерелеү көнө: 12 май 2022).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]