Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаева Лилиә Фәрит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лилиә Фәрит ҡыҙы Аҙнабаева
Тыуған көнө

5 апрель 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

иммунология

Эшләгән урыны

Республика клиника дауаханаһы
БДМУ

Альма-матер

БДМИ

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Лилиә Аҙнабаева

Аҙнабаева Лилиә Фәрит ҡыҙы (5 апрель 1963 йыл) — ғалим-иммунолог. 1986 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (2008), медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013).

Лилиә Фәрит ҡыҙы Аҙнабаева 1963 йылдың 5 апрелендә Өфөлә тыуа.

1986 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының санитария-гигиена факультетын тамамлай.

1986 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының клиника-диагностика лабораторияһы иммунология отделында табип булып эшләй.

1996 йылда Лилиә Аҙнабаева «Кешенең иммунлыҡ системаһы һәм паратонзиллит ваҡытында уның үҙгәрештәре» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ә 2002 йылда «Хроник эрен риносинуситтарҙың иммунопатогенезында һәм дауалауында шешеү цитокиндары» докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, 2004 йылдан оториноларингология кафедраһы профессоры.

2008 йылдан Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, 2012 йылда иммунология кафедраһы профессоры.

Ғилми хеҙмәттәре иммунология һәм өҫкө тын алыу юлдары һәм ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын тикшереү, онкогематология мәсьәләләренә арналған. 250‑нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2008)
  • Ватан фәнен үҫтереүҙә уңыштар өсөн В.И. Вернадский миҙалы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһыһаулыҡ һаҡлау отличнигы (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013)
  • Иммуноцитологические исследования в ринологии. 2‑е изд., перераб. и доп. Өфө, 2005 (авторҙ.)
  • Оториноларингология: национальное руководство. Мәскәү, 2008 (авторҙ.)
  • Иммунотерапия беталейкином в комплексном лечении больных гнойным риносинуситом с затяжным и хроническим течением: Метод. рекомендации РФ. Санкт-Петербург, 2008 (авторҙ.)
  • Клинико-лабораторные критерии инфекционных осложнений у первичных больных острым лейкозом. 2017 (авторҙ.)