Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы
Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 5 апрель 1946 (78 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5 апрель 1946 йыл — 23 ғинуар 2006 йыл) — рәссам. Мәскәү туҡыу институтын тамамлаған (1971). Мәскәү рәссам-графиктар комитеты ағзаһы (1974), Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы Дәүләтшина 1946 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Мәскәү туҡыу институтын тамамлаған. Өфөнөң башҡорт ҡыҙы Шәүрә Дәүләтшина 60-сы йылдар аҙағында уҡ, Мәскәү туҡыу институты студенты сағында, Мәскәүҙең сәнғәт һәм интеллектуаль мөхитенә инеп китә. 1974 йылдан алып 1980 йылға тиклем ул Мәскәүҙә И. Э. Грабарь исемендәге Бөтә Рәсәй сәнғәт фәнни-реставрацион Үҙәктә рәссам-реставрациялаусы булып эшләй. 1982—1984 йылдарҙа Мәскәү туҡыу институтында уҡыта. Мәскәү рәссам-графиктар комитеты ағзаһы (1974), Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙының ижади үҫешендә уҡытыусыһы Владимир Яковлев ҙур роль уйнай. Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан торған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре хәҙерге замандың әхлаҡ проблемаларына ҡарата уның мөнәсәбәтен сағылдыра. Улар төҫтәр активлығы, формаларҙың көсөргәнешле пластикаһы менән айырылып тора: «Минең тормошом» (1997), «Карнавал» (1998), «Алдан иҫкәртеү» (2000). Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙының батик техникаһында башҡарылған эштәренә боролмалы һыҙыҡ һәм таптарҙың берләшеүенән хасил булған нескә һыҙатланыш, нәфис колорит хас. Портрет әҫәрҙәрендә йыш ҡына тәрән трагизм һыҙаттарына эйә үтә тәьҫирле образдар һүрәтләнә: «Мәскәү берәҙәге (А. Васильев портреты)» (1990), «Рәссам В. Яковлев портреты» (1992). 1975 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1986, 1989, 1992, 1995, 2001), Париж (1989), Вюрцбург ҡалаһы (Германия, 1993), Өфө (2001). Шәүрә Дәүләтшинаның эштәре Рәсәйҙә һәм АҠШ, Германия, Франция, Швеция, Италия, Испания, Швейцарияла галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһуманова М. Х. Яулыҡтарҙа — ерем биҙәге //Ватандаш. 1998. № 2; Дәүләтшина Ш.: каталог. М., 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/5399 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- http://nv.ru/old/nver/010408.htm 2016 йыл 14 сентябрь архивланған.
- http://www.museum.ru/N4576