Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 (25) октябрь 1903
Тыуған урыны Иҫке Ҡандра, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 апрель 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Бүздәк, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (25 октябрь 1903 йыл — 5 апрель 1975 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазулла Ғабдулла улы Ғәбдрәшитов 1903 йылдың 25 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Иҫке Ҡандра ауылында тыуған. Милләте буйынса татар. Башланғыс мәктәбен тамамлай, Туймазы район ҡулланыусылар союзындағы әҙерләүҙәр контораһында әҙерләүсе булып эшләй. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла/

1942 йылдың авгусында башлап Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 1-се һәм 2-се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə, Мәскәү алышында (1941—1942), Белёв ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ йүнәлештәрендәге һөжүм алыштарында (1942—1943), Чернигов-Припять, Гомель-Речица (икеһе лә — 1943), Каликович-Мозырь, Белорус, Рига (бөтәһе лә — 1944), Варшава-Познань, Көнсығыш-Померания һәм берлин (бөтәһе лә — 1945) һөжүм операцияларында ҡатнаша.

Үҙенең беренсе наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына Ғәбдрәшитов 1943 йылдың февралендә лайыҡ була. Фронттағы шәхси батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Дан ордены һәм «Германияны 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн» менән бүләкләнә.

Ф. Ғ. Ғәбдрәшитов алты тапҡыр яралана, әммә фронт медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр ҙа уны тыл госпиталенә ебәреүгә өлгәшә алмай.

Һуғыш тамамлағандан һуң Фазулла Ғәбдрәшитов тыуған яҡтарына ҡайта һәм Башҡорт АССР-ының Бүздәк районында элекке һөнәре буйынса эшләй. 1975 йылдың 5 апрелендә Бүздәк ауылында вафат була.

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станоклы пулемёттың беренсе номерлы расчеты Ф. Ғәбдрәшитов 1943 йылдың 18 сентябрендә Березна һәм Бегач ауылдары (Белоруссия, гомель өлкәһе) өсөн алыштарҙа үҙенең станоклы пулемётын эскадрон флангына сығарып ҡуя һәм, эскадронды ҡаплап, дошманға контратака ойоштороу өсөн мөмкинлек бирмәй, шуның менән ул полк подразделениеларының әлеге ауылдарға уңышлы үтеп инеүҙе һәм тиҙ рәүештә яулауҙы тәьмин итә.

1943 йылдың 20 сентябрендә Лопатино ауылы өсөн алышта Ф. Ғ. Ғәбдрәшитов үҙенең тачанкаһында беренсе булып ауылға бәреп инә, мәргән пулемёт уты менән ун ике дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә һәм полк подразделениеларына юғалтыуһыҙ ауылды биләүҙе тәьмин итә.

1943 йылдың 27 сентябренән 28 сентябренә дошмандың көслө артиллерия һәм пулемёт уты аҫтында Ф. Ғәбдрәшитов штурмлау төркөмө составында полкында беренсе булып Нивки ауылы тирәһендә (Госель өлкәһе, Брагин районы) Днепр йылғаһы аша сыға һәм үҙенең пулемёты уты менән дошманды сигенергә мәжбүр итә һәм шуның менән ҡалған подразделениеларҙың йылға аша уңышлы сығыуына һәм яуланған плацдармда нығынып ҡалыуына булышлыҡ итә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуар ындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (1663-се һанлы) [1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ф. Ғ. Ғәбдрәшитовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]